16 июнь
Уҡыу көйләүҙәре
16 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
16 июнь Викимилектә |
16 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 167-се (кәбисә йылында 168-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 198 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
- БМО: Африка балалары көнө
- Көньяҡ Африканың азатлыҡ өсөн көрәшеүсе халыҡтары менән теләктәшлек көнө.
- Ер: Йорт хеҙмәтсеһе көнө.
- Диңгеҙ ташбаҡаһы көнө.
- Ирландия: «Блумсдэй» байрамы (шағир һәм яҙыусы Джеймс Джойс хөрмәтенә).
- Сейшель Утрауҙары: Атайҙар көнө.
- КАР: Йәштәр көнө.
- АҠШ: Теләктәрҙең үтәлеү көнө.
- Йәш (яңы) йәшелсә көнө.
- Һеркә көнө.
- СССР: Бөтә Союза Халыҡ Хужалығы Ҡаҙаныштары Күргәҙмәһе — ВДНХ-ның тыуған көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: «Артек» пионер лагерының тыуған көнө.
- Сәкүшкә көнө
- Аргентина: Инженерҙар көнө.
- 1903: «Pepsi-Cola» сауҙа маркаһы теркәлеү үтә.
- 1903: АҠШ-тың «Ford Motor Company» автомобиль компанияһы ойошторола.
тулы исемлек
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Килмәтов Ниязи Сәләхетдин улы (1925—1992), педагог, 1973—1985 йылдарҙа Борай районы Борай ауылындағы 1-се урта мәктәп директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Чикаев Хәйернас Ильяс улы (1925—27.07.2012), хеҙмәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1989 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводы токаре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980). СССР-ҙың почётлы мотор эшләүсеһе (1985). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2004).
тулы исемлек
- Ергин Юрий Викторович (1940), ғалим-физик, журналист. 1965 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1976—1988 йылдарҙа дөйөм физика кафедраһы мөдире. 2009 йылдан Журналистар союзы ағзаһы. Физика-математика фәндәре кандидаты (1966). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2009). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Климова Нина Ивановна (1950), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1977 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәре, 1984 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1991—1997 йылдарҙа сектор мөдире, 2000 йылдан директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 2004—2006 йылдарҙа директор вазифаһын башҡарыусы, 2007 йылдан — сектор мөдире; бер үк ваҡытта 2006 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетының төбәк иҡтисады кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1999), профессор (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ширяев Иван Андреевич (1896—3.10.1950), Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Уҡсылар полкы яугиры, ҡыҙылармеец. Дан орденының тулы кавалеры.
- Ярлы Кәрим (төп исеме Кәримов Ғабдулла Әхмәтвәли улы; 1901—1937), шағир, журналист. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1917—1919 йылдарҙағы башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһының сәйәси хеҙмәткәре. 1920—1926 йылдарҙа «Башҡортостан хәбәрҙәре», «Башҡортостан» гәзиттәре, РКП (б)-ның Стәрлетамаҡ өйәҙ комитеты хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шағир Фәтих Кәримдең бер туған ағаһы.
тулы исемлек
- Шашин Валентин Дмитриевич (1916—22.03.1977), нефтсе, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1932 йылдан «Ишембайнефть» тресының быраулау мастеры, отряд начальнигы; 1942 йылдан Туймазанефть тресының быраулау төркөмө начальнигы, быраулау контораһының төҙөлөш монтаж бүлеге начальнигы; 1944 йылдан Стәрлетамаҡтағы геологик эҙләнеүҙәр контораһының баш инженеры, 1946 йылдан — директоры; 1947 йылдан «Башзападнефтеразведка» тресы (Октябрьский ҡалаһы) идарасыһы, 1953 йылдан «Татнефть» берекмәһенең начальник урынбаҫары һәм начальнигы; 1960 йылдан РСФСР Халыҡ Хужалығы Советының Нефть һәм газ сәнәғәте баш идаралығы начальнигы; 1965—1977 йылдарҙа СССР нефть сәнәғәте министры. СССР-ҙың 7-се һәм 8-се, Татар АССР-ының 5-се—9-сы саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ленин премияһы лауреаты (1976). Дүрт Ленин (1959, 1966, 1971, 1976) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948) ордендары кавалеры.
- Абрамычева Нина Ивановна (1926—22.02.1948), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1941—1948 йылдарҙа Баҡалы районы «Красный пахарь» колхозы баҫыусыһы һәм звено башлығы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948, үлгәндән һуң).
- Вәлитов Фәрүәз Кәли улы (1936), мәғариф ветераны, крайҙы өйрәнеүсе, ауыл хәбәрсеһе. 1970 йылдан Күгәрсен районы Күгәрсен урта мәктәбе уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире; 1973—1978 һәм 1981—1984 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан эшсе һәм ауыл хәбәрселәренең IX (1973) һәм XIII (1991) съездары делегаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999), СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1991), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2011), райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Күгәрсен ауылынан. Ғалим, юғары мәктәп эшмәкәре Октябрь Вәлитовтың ҡустыһы.
- Курбатов Владимир Александрович (1946), педагогик хеҙмәт ветераны. 1967 йылдан Стәрлетамаҡтағы 1-се балалар сәнғәт мәктәбе директоры, бер үк ваҡытта 2000 йылдан — Ижевск сәнғәт колледжының Стәрлетамаҡ филиалы директоры. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Италияның Пиза ҡалаһындағы Сәнғәт академияһының почётлы ағзаһы. Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Фәтхлисламова Фиҙаһиә Нәғим ҡыҙы (1961), табип-терапевт. 1990 йылдан Тәтешле үҙәк район дауаханаһы табибы, 1998 йылдан поликлиника мөдире, артабан участка терпевы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2003). Сығышы менән ошо райондың Бәҙрәш ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мифтахов Ҡәйүм Ғәйнан улы (1892—4.10.1948), фольклорсы, ҡырғыҙ эпосы «Манас»ты яҙып алыусы һәм өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Лоҡманов Рәмил Хәйҙәр улы (1947—24.03.2018), нефтсе. 1976—2007 йылдарҙа «Саҡмағошнефть нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1995) һәм Рәсәй Яғыулыҡ-энергетика министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Яңы Ишмәт ауылынан.
тулы исемлек
- Килдин Салауат Әмирхан улы (1952), дәүләт хеҙмәте ветераны. 1981 йылдан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Эштәр идаралығының яуаплы хеҙмәткәре; 1988 йылдан — Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радио тапшырыуҙары буйынса дәүләт комитеты рәйесе һәм Башҡортостан телерадиокомпанияһының генераль директоры; 1997 йылдан хәҙерге Элемтә өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡ етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Мораҙым ауылынан.
- Ильясова Рәмзиә Хөрмәт ҡыҙы (1957), мәғариф, комсомол органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1978 йылдан Первомайский мәктәбе уҡытыусыһы; 1979 йылдан ВЛКСМ-дың Хәйбулла район комитетының сектор мөдире, 1980 йылдан — секретары; 1983—1986 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Йылайыр район комитетының беренсе секретары; 1991 йылдан Хәйбулла район Советы башҡарма комитеты секретары; 1995—2002 йылдарҙа һәм 2013 йылдан район мәғариф бүлегенең методик кабинет мөдире, 2002—2003 йылдарҙа —мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2002—2003 йылдарҙа район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2012), Башҡортостан Республикаһының мағариф отличнигы (1999). Сығышы менән ошо райондың Аҡъяр ауылынан.
- Юлгилдина Венера Самат ҡыҙы (1977), йырсы. 2007 йылдан Өфө ҡалаһының «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2018). Халыҡ-ара, төбәк һәм республика йыр конкурстары лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Яңы Мөсәт ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Камалов Хөрмәтулла Насретдин улы (1918—6.07.2000), малсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡырмыҫҡалы районы «Победа» колхозының элекке мал ҡараусыһы. Ленин ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Сахай ауылынан.
- Кулаков Пётр Афанасьевич (1923—24.01.1994), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-артиллерист, уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының орудие командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Покровка ауылынан.
- Ғилемдар Рамазанов (1923—25.08.1993), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир, әҙәбиәт белгесе һәм йәмәғәтсе. 1958—1989 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре. 1950 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1966). СССР-ҙың 6-сы саҡырылыш (1962—1966) Юғары Советы депутаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944; 1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР‑ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1982) һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983).
- Садиҡов Фәһим Бинйәмин улы (1928—23.06.1998), философ-ғалим. 1969—1990 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының философия кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1998), философия фәндәре докторы (1973), профессор (1974). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977).
- Шабарин Валерий Фёдорович (1943—2016), инженер, уйлап табыусы. Бөтә Союз геофизик тикшеренеүҙәр ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институтының элекке лаборатория мөдире һәм бүлек инженеры. Башҡорт АССР‑ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Мостафина Хәлиҙә Мәүлитбай ҡыҙы (1953), зоотехник. 1973 йылдан Баймаҡ районы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоз лаборанты, 1992—2000 йылдарҙа — баш зоотехник. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән ошо райондың Муллаҡай ауылынан.
- Мансурова Лилиә Мөхәрләм ҡыҙы (1958), төҙөүсе. Өфөләге «Фирма СУ-10» йәмғиәте директорының дөйөм мәсьәләләр буйынса элекке урынбаҫары, 2022 йылдан — генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Салауат Юлаев (1754), башҡорт халҡының милли батыры, шағир.
- Истомина Энесса Георгиевна (1934), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1998), тарих фәндәре докторы (1984), профессор (2003). Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы.
тулы исемлек
- Биндиченко Евгений Васильевич (1944), ғалим-социолог, философ. 1994 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты уҡытыусыһы, 2002—2008 йылдарҙа политология һәм хоҡуҡ кафедраһы мөдире. Философия фәндәре кандидаты (1983), социология фәндәре докторы (2001). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2003). Велоспорт буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1967). Автоспорт буйынса РСФСР (1984), вело‑ (1961—1970) һәм автоспорт (1978—1986) буйынса Башҡорт АССР-ы чемпионы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Байрамғолов Барый Абдулҡадир улы (1939—2002), хужалыҡ эшмәкәре. 1981–2002 йылдарҙа «Башагропромстрой» тресының Баймаҡ күсмә механизацияланған юл һалыу колоннаһы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1735: Иван Ганнибал, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре, Ҡара диңгеҙ флотының баш командующийы, Херсон ҡалаһына нигеҙ һалыусы.
- 1845: Генрих Дрессель, Германия археологы, нумизмат.
тулы исемлек
- 1880: Алиса Бейли, АҠШ яҙыусыһы, эзотерик.
- 1900: Ғүмәр Ғәли, Татарстан яҙыусыһы, тәнҡитсе, сәйәси золом ҡорбаны.
- 1950: Митхун Чакраборти, Һиндостан актёры.
- 1955: Артемий Троицкий, СССР һәм Рәсәйҙең рок-журналисы, музыка тәнҡитсеһе.
- 1955: Анатолий Чубайс, Рәсәйҙең хужалыҡ эшмәкәре, сәйәсмән.
- 1965: Юрий Ханон, СССР һәм Рәсәй композиторы, Европа киноакадемияһы премияһы лауреаты (1988).
- 1990: Джон Ньюмен, Британия йырсыһы.
- 2013: Ғәфүров Марсель Абдрахман улы, Башҡортостандың рус телендә ижад иткән яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе. Башҡорт АССР-ының (1976) һәм РСФСР-ҙың (1982) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, әҙәби премиялар лауреаты.