20 апрель
Уҡыу көйләүҙәре
20 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
20 апрель Викимилектә |
20 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 110-сы (кәбисә йылында 111-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 255 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Ҡытай теле көнө.
- Ер: Йәшәү асылын эҙләү көнө.
- Кацелярия тауарҙары көнө.
- АҠШ: Банан көнө.
- Канада: Ил киноһы көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Донорҙар көнө.
- Пакистан: Секретарь көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының мобилизация подразделениелары көнө.
- 1656: Рәсәй империяһында көмөш тәңкәләр урынына баҡыр аҡсалар индерелә.
- 1901: Тантаналы шарттарҙа Мәскәү консерваторияһының Ҙур залы асыла.
тулы исемлек
- 1902: Тәүге тапҡыр таҙа радий химик элементы алына.
- 1940: АҠШ-та тәүге электрон микроскопты эшләтеп күрһәтәләр.
- 1995: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы араһында Хеҙмәттәшлек тураһында протоколға ҡул ҡуйыла.
- 2002: Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Парламент тарихы музейы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Батыр Вәлид (1905—26.02.1969), шағир. 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Талха Ғиниәтуллин (1925—7.11.2019), СССР һәм Рәсәйҙең рус телендә ижад иткән әҙибе. 1978 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2010). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). С. Т. Аксаков исемендәге премия лауреаты (2008). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3-сө дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Михайлов Александр Фадеевич (1925—2.01.1944), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, мотоуҡсылар батальоны пулемётсыһы, гвардия рядовойы. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Фәррәхов Йосоп Тимербай улы (1935—31.01.2001), урман белгесе. 1961 йылдан Туймазы тәжрибә-үрнәк урман хужалығының Бишенде урмансылығы эшсеһе, 1977—1995 йылдарҙа урман питомнигы мастеры. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1983). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986).
- Щербаков Виталий Александрович (1960), Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Борзунова Александра Степановна (1896—1980), ғалим-психиатр.1924 йылдан Һарытау, Томск, Ленинград ҡалалары дауалау учреждениелары табибы. 1937 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1946—1953 йылдарҙа психиатрия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1937—1953 йылдарҙа Башҡортостан республика психиатрия дауаханаһы табибы. Медицина фәндәре докторы (1952), профессор (1953). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1949). Сығышы менән Һамар губернаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәбитов Зариф Нурый улы (1887—8.04.1928), хужалыҡ һәм дәүләт органдары эшмәкәре. 1919—1921 йылдарҙа Бөрйән-Түңгәүер кантон халыҡ хужалығы советы рәйесе, 1923—1925 йылдарҙа Башҡортостан тау тресы идарасыһы, бер үк ваҡытта 1925—1927 йылдарҙа Халыҡ Хужалығының Башҡортостан Үҙәк Советы рәйесе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Юлыҡ ауылынан.
- Дмитриев Павел Алексеевич (1902—2.11.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ғалим-археолог. 1920—1930 йылдарҙа Уралда һәм Урал алдында археологик экспедициялар үткәреүсе, шул иҫәптән Ағиҙел йылғаһы буйындағы сармат ҡурғандарын ҡаҙыуҙа һәм өйрәнеүҙә ҡатнашыусы. Тарих фәндәре кандидаты. Сығышы менән Төмән ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Латыпова Рәмзиә Хәзинур ҡыҙы (1927—2018), мәғариф алдынғыһы. Шаран районының хәҙерге Ибраһим Абдуллин исемендәге Ерекле урта мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. «Почёт Билдәһе» ордены квалеры.
- Ғәбитов Фәрит Фатих улы (1937—12.11.2020), партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1992—2006 йылдарҙа «Башкиновидеопрокат» дәүләт ижади-производство идаралығы етәксеһе урынбаҫары, 2008 йылдан Башҡортостан Республикаһы Кинематографсылар союзының яуаплы секретары, 2014—2020 йылдарҙа — рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы кинематографсыһы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Нураева Нәсимә Ниғәмәтйән улы (1942), төҙөүсе. 1962—1998 йылдарҙа «Башмедьстрой» тресының Хәйбулла районы Аҡъяр ауылындағы 292-се механизацияланған күсмә колоннаһы штукатур-маляры, 1977 йылдан — бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Иҫән ауылынан.
- Ниғмәтуллин Ришат Ғаяз улы (1952), ғалим-инженер-технолог, комсомол, партия органдары һәм сәнәғәт тармағы ветераны. 2010 йылдан «Химмотолог» йәмғиәте директоры, бер үк ваҡытта Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2010).
- Ишморатова Светлана Ирек ҡыҙы (1972), спортсы, биатлонсы, йәмәғәтсе, хәрби хеҙмәткәр, запастағы полковник. 2016 йылдан Мәскәүҙең ЦСКА футбол клубы етәксеһе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының бишенсе саҡырылыш (2007—2011) Дәүләт думаһы депутаты. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Биатлон буйынса Олимпия уйындары, донъя һәм Европа чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Симон (донъяуи исеме Шлеёв Семён Иванович; 1873—18.08.1921), христиан дине әһеле. 1920—1921 йылдарҙа Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы. Дини тәғлимәт кандидаты (1899). Архимандрит (1918). Священник дәрәжәһен (1900), монахлыҡ (1918) ҡабул иткән. Сығышы менән Сембер губернаһы Явлей ауылынан.
- Атанов Ҡорбанғәли Хөсәйен улы (1918—22.02.2005), педагог. 1937 йылдан хәҙерге Йылайыр районы Ҡашҡар мәктәбе уҡытыусыһы; 1938 йылдан ул саҡтағы Матрай районы мәғариф бүлеге инспекторы, 1945 йылдан — мөдире; 1949 йылдан Юлдыбай мәктәбе директоры, 1963 йылдан — директор урынбаҫары, 1983 йылға тиклем — уҡытыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1961) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1960). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районының 1960-сы йылдарҙа бөткән Утарбай ауылынан.
тулы исемлек
- Бәширов Фазылйән Бәшир улы (1923—22.01.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1943, үлгәндән һуң).
- Маннанова Роза Ғәбдерәүеф ҡыҙы (1923—22.10.2012), педагог, йәмәғәтсе. 1948—1978 йылдарҙа Ишембай районы Үрге Этҡол мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1962).
- Ниғмәтуллина Хөмәйрә Хәйрулла ҡыҙы (1923—?), педагог. Көйөргәҙе районы Мораптал урта мәктәбенең элекке башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967). Сығышы менән ошо райондың Яңы Мораптал ауылынан.
- Хәсәнов Таһир Шәрип улы (1928—25.02.1988), механизатор. 1955 йылдан Хәйбулла районы «Матрай» совхозының трактор бригадаһы бригадиры, 1967—1969 йылдарҙа — слесарь. Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы (1966) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1966), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1966).
- Исмәғилев Рәйес Сәлмән улы (1938), ғалим-математик. Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы, профессор. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районынан.
- Третьяков Алексей Андреевич (1938), эшсе. 1960—1988 йылдарҙа Баймаҡ машина эшләү заводы эшсеһе. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1981). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы (1943), йырсы, педагог. 1999 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, вокаль сәнғәте кафедраһы мөдире. Профессор (2009). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға республика йәш йырсылар конкурсы лауреаты (1970).
- Юзыкайн Алексей Михайлович (1943—15.05.2004), мари яҙыусыһы, журналист, йәмәғәтсе. СССР Журналистар союзы ағзаһы. Мари АССР‑ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1983).
- Васикова Нәсимә Задай ҡыҙы (1953), педагог. 1989—2013 йылдарҙа Дүртөйлө ҡалаһының Балалар ижад үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2004), РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы (1989). «Йыл директоры» Бөтә Рәсәй конкурсының «Балаларға өҫтәлмә белем биреү учреждение етәксеһе» номинацияһында еңеүсеһе (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Иҫке Балтас ауылынан.
- Йосопов Хәнәфи Сәхи улы (1953), инженер-технолог. 1981—2003 йылдарҙа «Сельхозтехника»ның Дүртөйлө район берекмәһе инженеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районының Тайнаш ауылынан.
- Әсәҙуллина Ғәмбәрә Вәли ҡыҙы (1953), финансист. Салауат медицина колледжының элекке бухгалтеры. Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2021).
- Мәжитова Лилиә Марс ҡыҙы (1958), ғалим-инженер-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2007 йылдан Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары, 2014—2019 йылдарҙа — министрҙың беренсе урынбаҫары, министр вазифаһын башҡарыусы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1997). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ситдиҡов Зөфәр Әғләм улы (1958), спортсы, тренер, уҡ атыу буйынса Бөтә Рәсәй категорияһындағы судья. 1981 йылдан Бөрө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең уҡытыусы-тренеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2003).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йыһаншин Фәрүхша Мөхәмәтша улы (1924—2003), хәрби хеҙмәткәр, полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1980—1990 йылдарҙа ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитетының рәйес урынбаҫары; 1993—2003 йылдарҙа Һуғыш һәм Ҡораллы Көстәр ветерандарының Башҡортостан республика комитеты рәйесе. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Соҡаҙыбаш ауылынан.
- Саушин Александр Захарович (1949), инженер-ғалим, газ сәнәғәте хеҙмәткәре. 1981 йылдан «Астраханьгазпром» берекмәһенең баш инженеры, 1995 йылдан — газпром системаһында. Техник фәндәр докторы, профессор. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (2002). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Шәйхәттәрова Лилиә Ғәйнислам ҡыҙы (1949), ветеринария табибы, партия органдары һәм ветеринария хеҙмәткәре. 1983 йылдан КПСС-тың Ҡариҙел район комитеты инструкторы, 1985—2002 йылдарҙа ветеринария станцияһы етәксеһе – райондың баш ветеринария табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән ошо райондан.
- Карандаев Александр Сергеевич (1959), энергетик-ғалим. 1981 йылдан хәҙерге Магнитогорск дәүләт техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000 йылдан электротехника һәм электротехник системалар кафедраһы мөдире, артабан — баш ғилми хеҙмәткәр. Рәсәй Электротехник фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, техник фәндәр докторы (2000), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең йәш ғалимдар өсөн фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2007). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Глуховской санаторийы ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1650: Феличе Бозелли, Италия рәссамы.
- 1745: Филипп Пинель, Франция табибы, илдә фәнни психиатрияға нигеҙ һалыусы.
тулы исемлек
- 1840: Одилон Редон (1840), Франция рәссамы, график, декоратор, символизмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1850: Жан-Франсуа Рафаэлли, Франция рәссамы, гравёр, иллюстратор.
- 1926: Ахинян Григор Мушегович, СССР һәм Әрмәнстан композиторы.
- 1935: Юрий Семёнов, СССР һәм Рәсәйҙең космос техникаһы конструкторы, 1989—2005 йылдарҙа «Энерия» ғилми-производство берекмәһенең генераль директоры.
- 1950: Александр Лебедь, СССР һәм Рәсәйҙең хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, генерал-лейтенант.
- 1985: Брент Сибрук, Канада хоккейсыһы, Олимпия чемпионы (2010), Стэнли Кубогын яулаусы.