5 октябрь
Уҡыу көйләүҙәре
5 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
5 октябрь Викимилектә |
5 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 278-се көнө (кәбисә йылында 279-сы). Йыл аҙағына тиклем 87 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Кәбеҫтә көнө.
- Португалия: Республика көнө.
- Тажикстан: Дәүләт теле көнө.
Төбәк байрамдары
- Адыгея: Республика көнө.
- Боливия: Инженерҙар көнө.
- Индонезия: Ҡораллы көстәр көнө.
- Иран: Хоҡуҡ һаҡлау органдары көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Уҡытыусылар көнө.
- Эске эштәр органдарының Енәйәтселәрҙе эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1502: Христофор Колумб Коста-Риканы аса.
- 2002: Бахрейнда Владимир Крамник менән донъялағы иң көслө компьютер шахмат программаһы «Дип Фриц» араһында шахмат матчы башлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Александрова Вера Васильевна (1925—2016), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе алдынғыһы, педиатр, Бөрө район дауаханаһы бала тыуҙырыу йортоноң элекке баш табибы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы.
- Сафиуллина Альмира Морат ҡыҙы (1940—25.09.2016), инженер, йәмәғәт эшмәкәре. 1984—1988 йылдарҙа оборона сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзының өлкә комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995). Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы.
тулы исемлек
- Секерин Алексей Борисович (1955—1.05.2008), ғалим-математик. 1978 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Математика институты ғилми хеҙмәткәре, 1986 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1994 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр; 1995 йылдан Өфөләге Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты уҡытыусыһы; 1997 йылдан Орёл университетының алгебра һәм иҡтисади математик ысулдар кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1994), профессор (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Дыуан ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Миҙхәт Шакиров (1916—1.05.2004), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1969—1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. СССР-ҙың 8—11-се саҡырылыш һәм Башҡорт АССР-ының 7—11-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981). СССР-ҙың почётлы нефтсеһе, РСФСР-ҙың почётлы төҙөүсеһе.
- Ханнанов Шамил Хәбир улы (1941—28.09.2009), ғалим-физик. 1970 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институты ғилми хеҙмәткәре, 1981 йылдан лаборатория мөдире, 1986 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Физика-математика фәндәре докторы (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Яңы Артауыл ауылынан.
тулы исемлек
- Ишҡинина Финә Сәрүәретдин ҡыҙы (1946 — ?), табип-терапевт, педагог, йәмәғәтсе. 1978 йылдан Салауат медицина училищеһы уҡытыусыһы, 1983 йылдан фельдшер-акушер бүлеге мөдире, 1985 йылдан директорҙың уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 1989 йылдан — училище директоры. 2000 йылдан Салауат ҡала Советы рәйесе урынбаҫары, 2002 йылдан – рәйес вазифаһын башҡарыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Үрнәк ауылынан.
- Шаһиев Марс Хызыр улы (1946), партия органдары, муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 1987 йылдан КПСС-тың Хәйбулла район комитетының беренсе секретары, халыҡ депутаттарының район Советы рәйесе, район хакимиәте башлығы; 1993 йылдан «Башкирптицепром» берекмәһенең генераль директоры, 1997 йылдан Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Ишембай районының почётлы гражданы.
- Ҡоҙаяров Альберт Шамил улы (1951—3.11.2020), график, биҙәү-ҡуланма сәнғәте рәссамы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2015) һәм мәғариф отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Бреды районы Павловка ауылынан.
- Мансуров Камил Абрар улы (1956), төҙөлөш тармағы, комсомол, партия һәм дәүләт хеҙмәте ветераны, инженер-төҙөүсе, ғалим-иҡтисадсы. 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡоҙайәров Шәмсетдин Хәйретдин улы (1907—6.09.1983), дәүләт һәм урындағы совет органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948 йылдан Әбйәлил район Советы башҡарма комитетының финанс бүлеге мөдире, 1963—1977 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Асҡар ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе. Ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1944, 1985). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1949). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Ташлыкүл ауылынан.
- Недошивин Вениамин Георгиевич (1917—25.01.1988), хәрби хеҙмәткәр. Совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 1944—1963 йылдарҙа СССР дәүләт именлеге һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәре. Подполковник. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылынан.
тулы исемлек
- Исхаҡов Вәзих Мөхәмәтша улы (1927—20.01.1985), яҙыусы, журналист. 1968—1973 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы секретары. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1984).
- Вәхитов Йәнғәли Арыҫлан улы (1932—3.10.2003), бейеүсе, ҡурайсы, хореограф, халыҡ сәсәне. 1951—1960 һәм 1964—1967 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы һәм музыканты, 1960—1964 һәм 1967 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада артисы. 1972—2001 йылдарҙа республиканың төрлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарында халыҡ бейеүҙәрен сәхнәгә ҡуйыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1957), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Вена, 1959) лауреаты.
- Ершов Альберт Михайлович (1932—21.05.1999), нефтсе-геолог. 1964—1995 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының баш геологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы (1992). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1988). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1981) ордендары кавалеры. Дүртөйлө ҡалаһының почётлы гражданы (1995). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһынан.
- Лаптев Владимир Викторович (1937), ғалим-инженер-геофизик. 1992—2004 йылдарҙа «Геофизика» фәнни-производство фирмаһының генераль директоры. Техник фәндәр кандидаты (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997), СССР нефть сәнәғәте отличнигы, Урал тау премияһы лауреаты. Сығышы менән Һамар өлкәһе Сызрань ҡалаһынан.
- Ҡорбанова Әҙибә Шәрифғәли ҡыҙы (1942—8.07.2015), малсы. 1957—1968 йылдарҙа Дүртөйлө районы Калинин исемендәге колхоз һауынсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Мәскәү ауылынан.
- Михалёв Сергей Михайлович (1947—21.04.2015), хоккейсы һәм шайбалы хоккей тренеры. 2005—2009 йылдарҙа һәм 2011 йылда — «Салауат Юлаев» хоккей командаһының баш тренеры. СССР-ҙың спорт мастеры (1974). РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (1996) һәм «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2008).
- Рәхмәтуллин Фоат Исмәғил улы (1947), ауыл хужалығы һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, иҡтисадсы, йәмәғәтсе. 1971 йылдан Баҡалы районы «Совет» колхозы бухгалтеры, рәйес урынбаҫары, рәйесе; 1997—2005 йылдарҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы; 2005 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының Баҡалы районы буйынса территориаль идаралығы начальнигы. Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең район буйынса ышаныслыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Ҡамышлытамаҡ ауылынан.
- Абдрахманова Гөлдәр Рәхмәт ҡыҙы (1967), фельдшер. 1987—1991 йылдарҙа һәм 2001 йылдан Әбйәлил районы Шәрип фельдшер-акушер пункты мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2013). Сығышы менән ошо райондың Әхмәт ауылынан.
- Ниғмәтуллин Рауил Руфат улы (1972), инженер-энергетик. 1993 йылдан «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе һәм «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәте хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2008). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Иҙелбаева Айгөл Рамазан ҡыҙы (1977), журналист, шағир. 2000 йылдан Баймаҡ районының «Һаҡмар» гәзите хәбәрсеһе. 2012 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Баймаҡ үҙәк район китапханаһының Юлай Мәҡсүтов исемендәге премияһы лауреаты (2012). Журналистарҙың республика конкурсы дипломанты (2008). Сығышы менән ошо райондың Ҡолсора ауылынан.
- Сөләймәнов Рөстәм Сәлих улы (1977), музыкант, дирижер. 2011—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының милли симфоник оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2013) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2013).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәзизов Мостафа Шакир улы (1923—27.10.2005), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, танк полкының разведка взводы уҡсыһы, командир ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы (аҙаҡтан гвардия капитаны). Башҡортостандан Дан орденының беренсе тулы кавалеры.
- Мәҡсүтов Фәһим Әхмәт улы (1933—4.07.1996), физик географ-ғалим. 1965 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977—1988 йылдарҙа физик география кафедраһы мөдире. География фәндәре кандидаты (1963), профессор (1996). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Күкҡуян ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәлимуллин Рауил Йыһангир улы (1943—20.01.2022), агроном-ғалим, ауыл хужалығы, партия, урындағы башҡарма һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1987 йылдан КПСС-тың Шишмә район комитетының икенсе секретары, 1989 йылдан – район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1994—1998 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылыш — Ҡоролтай депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. СССР-ҙың уйлап табыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Чурикова Инна Михайловна (1943—14.01.2023), театр һәм кино актёры; 1975 йылдан Мәскәү дәүләт «Ленком» театры актрисаһы. СССР-ҙың (1991) һәм РСФСР-ҙың (1985) халыҡ артисы, РСФСР-ҙың (1987) һәм Рәсәй Федерацияһының (1996) дәүләт премиялары, Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1976). «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй ҡалаһынан.
- Исаев Айрат Кәүсәр улы (1948), техник. 1971 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының ҡоролма начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары һәм цех начальнигы; 1994 йылдан Дүртөйлө керамик кирбес заводы, 2007—2016 йылдарҙа «Мегастрой» йәмғиәтенең кирбес заводы директоры. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районының Үрге Аташ ауылынан.
- Кәбиров Әбүзәр Хәтмулла улы (1948), педагог, муниципаль орган хеҙмәткәре. 1988 йылдан хәҙерге Ағиҙел ҡалаһының 2-се урта мәктәбе директоры, 2002-2008 йылдарҙа ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы. Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Бишҡурай ауылынан.
- Ғәскәров Айрат Рафиҡ улы (1963), иҡтисадсы, дәүләт һәм хужалыҡ органдары хеҙмәткәре. 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы финанс министры урынбаҫары, 2000 йылдан Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарсыһы, 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары—финанс министры. 2010—2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышының Федерация советы ағзаһы, 2016 йылдан РФ финанс министры ярҙамсыһы. 2019 йылдан «Росспиртпром» йәмғиәтенең генераль директоры. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе.
- Кирәев Ринат Рейн улы (1963), юл һалыусы. Саҡмағош юл төҙәтеү-юл һалыу идаралығының асфальт-бетон түшәү машинисы. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәҙрүш Моҡамай (1909—20.09.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт шағиры. 1939 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Лякишев Николай Павлович (1929—18.11.2006), ғалим-металлург. 1987—2004 йылдарҙа А. А. Байков исемендәге Металлургия һәм материалдарҙы өйрәнеү ғилеме институты директоры. СССР Фәндәр академияһы академигы (1987), Башҡортостан Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), техник фәндәр докторы (1975), профессор (1979). Ленин премияһы (1976), СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1970), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы (2002), Демидов премияһы (2005) лауреаты. Ленин (1981) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Орёл өлкәһе Покровка ауылынан.
тулы исемлек
- Әҙеһәмов Юнир Самат улы (1929—24.09.1994), ғалим—педагог, партия һәм дәүләт органдары, мәғариф хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1978—1988 йылдарҙа Баймаҡ районы Йылайыр ауыл хужалығы техникумының директор урынбаҫары һәм директоры. 1968 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1982). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1978), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Ғәҙелбай ауылынан.
- Ғилфанов Дәбир Тимерхан улы (1949), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1994—2004 йылдарҙа Краснокама районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы һәм аҙыҡ түлек идаралығы етәксеһе; 2005—2006 йылдарҙа хакимиәттең бүлек етәксеһе, 2006—2009 йылдарҙа — эштәр идарасыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2007), райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Яңы Йәнйегет ауыл Советына ҡараған Яңауыл ауылынан.
- Никифоров Юрий Иванович (1954—9.12.2022), тимер юлы инженеры, йәмәғәтсе, тимер юл һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1982—1991 йылдарҙа Стәрлетамаҡ тимер юл станцияһының локомотив депоһының партбюро, тимер юл станцияһының партком секретары; 1994 йылдан «Стәрлетамаҡ тимер юл йәмғиәте»нең генераль директоры. 2004 йылдан Стәрлетамаҡ ҡала советы депутаты, 2005 йылдан ҡала советы рәйесе урынбаҫары, 2008 йылдан — ҡала советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан[1].
- Шәйхисламов Рәшит Бәҙретдин улы (1959), ғалим-тарихсы, Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2009), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Арҡауыл ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]тулы исемлек
- 1952: Эмомали Рахмон, Тажикстан Президенты.
- 1976: Рамзан Ҡадыров, Чечен Республикаһы Башлығы.
- 2004:Мәғәфүр Хисмәтуллин, йырсы, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
- 1285:Филипп III, Франция короле.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В Стерлитамаке скоропостижно скончался бывший председатель горсовета Юрий Никифоров. ИА «Башинформ», 9 декаюря 20222 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2022)