15 март
Уҡыу көйләүҙәре
15 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
15 март Викимилектә |
15 март — григориан стиле буйынса йылдың 74-се (кәбисә йылында 75-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 291 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө.
- Бөтә донъя социаль хеҙмәт көнө (марттың өсөнсө шишәмбеһе).
- 1927: ДнепроГЭС төҙөлә башлай.
- 1935: Башҡорт АССР-ы Ленин ордены менән наградлана.
- 1938: Сәғүд Ғәрәбстанында нефть табыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәбитов Фәтих Ғәбит улы (1910—8.09.1990), мәҙәниәт хеҙмәткәре, башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы. 1954—1965 йылдарҙа Аҙналы ауыл клубы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Аҙналы ауылынан.
- Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы (1915—3.11.2000), театр актёры. 1942—1973 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972). Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт радиофестивале лауреаты (1937).
тулы исемлек
- Хачин Георгий Андреевич (1915—2.05.1978), Халхин-Гол йылғаһы буйындағы ҡораллы бәрелештәрҙә, Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, орудие тоҫҡаусыһы, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Әһлетдинов Фәйзулла Хәзи улы (1915—29.10.1988), Хәсән күле янындағы 1938 йылғы совет‑япон ҡораллы бәрелешендә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, сержант. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Әдхәт Синуғыл; Синуғылов Әдхәт Мәкәрим улы (1935—14.01.2004), яҙыусы, тәржемәсе. 1982 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Татарстан Республикаһының (1995) һәм Украинаның атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Ҡуғанаҡбаш ауылынан.
- Йәнтүрин Сәфәрғәли Искәндәр улы (1945), ғалим-ботаник, эколог, ҡурайсы. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2015 йылға тиклем — экология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010).
- Камил Йыһаншин (1950), Башҡортостандың рус телендә ижад иткән яҙыусыһы, йәмәғәтсе. Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһенең почетлы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының (2004) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2012) һәм Степан Злобин исемендәге әҙәби премия (2002), шулай уҡ Рәсәй кимәлендәге күп һанлы әҙәби конкурстар һәм әҙәби премиялар лауреаты.
- Дәүләтшин Ташбулат Мостафа улы (1955), педагог, ҡурайсы. 1999 йылдан Баймаҡ ҡалаһындағы Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең Байыш филиалы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале (Мәскәү, 1987), Халыҡ-ара фольклор сәнғәте радиояҙмалары конкурсы (Братислава ҡалаһы, Чехословакия, 1989), Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға Республика ҡурайсылар конкурстары лауреаты (1988, 1989, 2000) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Байыш ауылынан.
- Сафина Фиүзә Хәжми ҡыҙы (1960), режиссёр, театр артисы. 1993 йылдан Сибай концерт-театр берләшмәһенең «Сулпан» балалар театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Ишморат ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бикйәнов Рәил Садиҡ улы (1936), дәүләт хеҙмәте, комсомол, партия һәм ауыл хужалығы ветераны. 1977 йылдан КПСС-тың Әбйәлил район комитетының икенсе, 1982 йылдан — беренсе секретары; 1991—1996 йылдарҙа Әбйәлил районы буйынса һалым инспекцияһы начальнигы. Башҡорт АССР-ының ун беренсе саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы депутаты. КПСС-тың XXVII съезы делегаты (1986). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондың Тупаҡ ауылынан.
- Ғарипов Рауил Ҡасим улы (1951), ғалим-тел белгесе. 1979 йылдан Бөрө дәүләт педагогия институты, 1991 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000 йылдан француз теле кафедраһы, 2011 йылдан — роман-герман тел ғилеме һәм сит ил әҙәбиәте кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (2000), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007) һәм мәғариф отличнигы (2005), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2012). Сығышы менән Свердловск (1991 йылдан Екатеринбург) ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Рафиға Ғәлина (1951), театр һәм кино актёры. 1973 йылдан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, 1974 йылдан Салауат, 1991 йылдан — Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1994—2008 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы Башҡортостан республика мәҙәниәт техникумы уҡытыусыһы. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
- Кинйәкәев Шамил Кәлимулла улы (1951), цирк ветераны, акробат, эквилибрист. 1969—1993 йылдарҙа Өфө дәүләт циркының Башҡорт циркы коллективында униформист, акробат, 1993—2013 йылдарҙа Рәсәй дәүләт цирк компанияһы (Мәскәү) акробаты.Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2008).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эвайн Гурий (Кармазин Гурий Гаврилович; 1882—11.05.1938), мари теле белгесе, фольклорсы. «Марла букварь» дәреслеген төҙөүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Ишем ауылынан.
- Иҫәнтәев Хәмитйән Ғәлиәхмәт улы (1917—11.03.2000), хеҙмәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955—1977 йылдарҙа Хәйбулла районы «Матрай» совхозы механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, коммунистик хеҙмәт ударнигы (1966). Сығышы менән ошо райондың хәҙер бөткән Ҡыпсаҡ ауылынан.
тулы исемлек
- Карнаухов Павел Яковлевич (1917—01.1995), нефть эшкәртеүсе. Өфө нефть эшкәртеү заводының элекке операторы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Солтанов Сәғәҙей Әхмәҙиә улы (1922—25.05.1992), ғалим-инженер-геолог. 1957 йылдан Татарстан нефть ғилми тикшеренеү һәм проект институтының (Бөгөлмә) лаборатория етәксеһе, 1958 йылдан бүлек начальнигы, 1963 йылдан — директорҙың фән буйынса урынбаҫары; 1983—1992 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Геология-минералогия фәндәре докторы (1966), профессор (1969). РСФСР-ҙың (1976) һәм Татар АССР-ының (1966) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1983), нефть сәнәғәте отличнигы (1966) һәм почётлы нефтсеһе (1981). Ике тапҡыр И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1962, 1983). Октябрь Революцияһы (1971), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
- Бекетов Алексей Нефёдович (1932—27.11.2003), хеҙмәт алдынғыһы. 1953—1985 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе операторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1981). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Варварино ауылынан.
- Ғәзизова Мөксинә Ғәләүетдин ҡыҙы (1932—5.04.2016), хеҙмәт алдынғыһы. 1952—1987 йылдарҙа Дүртөйлө көнкүреш хеҙмәте күрһәьеү йортоноң кейем бесеүсеһе. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Таймырҙа ауылынан.
- Анищенко Геннадий Васильевич (1937—12.10.2020), балетмейстер. 1960—1994 йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең Салауат Юлаев исемендәге бейеү ансамбле, 1991—2001 йылдарҙа — «Мираҫ» ансамбленең художество етәксеһе. РСФСР-ҙың (1977) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1967), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1970) һәм «Почёт Билдәһе» (1980) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Шымкент ҡалаһынан.
- Арбузова Мәрйәм Хәйбулла ҡыҙы (1937), хеҙмәт ветераны. «Салауатбыяла» берекмәһенең элекке смена мастеры. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1977).
- Мөхәмәтйәнов Әсфән Хөрмәт улы (1937), нефть һәм газ сәнәғәте объектарын төҙөү тармағы ветераны. 1963—1991 йылдарҙа «Главтюменнефтегазстрой» тресының баш технологы, махсус һәм субподряд эштәре идаралығының начальник урынбаҫары һәм начальнигы, трест начальнигының производство буйынса урынбаҫары. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Батыргәрәев Рауил Ибәт улы (1942), хеҙмәт ветераны. 1977—1991 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры, 1994—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең финанс-хужалыҡ идаралығы начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Зарипова Зөһрә Һөйөндөк ҡыҙы (1952), малсылыҡ ветераны. 1967—1974 һәм 1980—2009 йылдарҙа Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозы һауынсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондың Ҡаратал ауылынан.
- Кәримов Ғәлимйән Тимербай улы (1952), мәғариф, партия органдары һәм матбуғат ветераны, йәмәғәтсе. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы.
- Нурия Абдуллина (1957), музыка уҡытыусыһы, композитор һәм йырсы, радиотапшырыуҙар алып барыусы, «Юлдаш» радиоһы ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ижади конкурстар лауреаты.
- Ғизәтуллина Рәшиҙә Хәй ҡыҙы (1957), мәғәриф өлкәһе ветераны, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1994). Бөрйән ағинәйҙәр ҡоро һәм «Кәрәҙ» биҙәү-ҡулланма сәнғәте халыҡ клубы етәксеһе. 2016 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Закир һаҙый (1863—1932), педагог, яҙыусы. 1922 йылдан хәҙерге Рязань өлкәһе мәктәптәре уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шаран районының Йәрәмкә ауылынан.
- Ишмырҙин Ғәли Мөхәмәтйән улы (1903—14.08.1942), һынаусы лётчик, майор. Өфө аэроклубының беренсе етәксеһе. Башҡорттарҙан һәм Башҡортостандан беренсе лётчик.
тулы исемлек
- Әбдүкәев Ҡадир Әүхәҙи улы (1903—16.09.1958), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946 йылдан Дүртөйлө районы «Урал» колхозы рәйесе. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1943). Сығышы менән ошо райондың Миңеште ауылынан.
- Ғабдрахманов Фәйзем Ғабдрахман улы (1918—13.03.1996), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946—1978 йылдарҙа Дүртөйлө районы Крупская исемендәге колхоз бригадиры. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1967) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Кәңгеш ауылынан.
- Живов Павел Евгеньевич (1918—9.10.2001), малсы, 1967—1978 йылдарҙа Ишембай районының В. И. Ленин исемендәге колхозының һөт‑тауар фермаһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Вәлиева Зөмәрәт Таһир ҡыҙы (1923—29.01.1998), ғалим-физиолог. 1948 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1973—1981 йылдарҙа нормаль физиология кафедраһы мөдире, 1987 йылдан Башҡортостан медицина профилактикаһы үҙәге (Өфө) хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1977).
- Ғәйнетдинов Рамаҙан Бирғәли улы (1928—14.10.2000), педагог. 1951 йылдан Белорет районы мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры, шул иҫәптән 1958 йылдан — Йөйәк мәктәбе директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1971).
- Әхмәтов Абдулхәй Фазулла улы (1928—4.03.2006), колхоз белгесе. 1941 йылдан Баймаҡ районы К. Маркс исемендәге колхоз хисапсыһы, 1947—1988 йылдарҙа — бухгалтер. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1948). Сығышы менән ошо райондың Үрге Мәмбәт ауылынан.
- Сатиков Вил Хәниф улы (1933), педагог. 1956 йылдан Дүртөйлө районы Исмаил урта мәктәбе уҡытыусы, 1958 йылдан Дүртөйлөләге 1-се урта мәктәп директоры, 1968—1997 йылдарҙа район мәғариф бүлеге мөдире. РСФСР (1987) һәм Башҡорт АССР-ы (1977) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы (1968). Башҡортостан Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1993). Райондың почётлы гражданы (2019). Сығышы менән Иҫке Байыш ауылынан.
- Замотаева Раиса Георгиевна (1938—23.08.2007), иҡтисадсы. 1971—1980 һәм 1985—1994 йылдарҙа Баймаҡ икмәк заводы директоры, 1980 йылдан — Баймаҡ райпоһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһы аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Озёрное ауылынан.
- Березина Валентина Кузьминична (1943), төҙөүсе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2000).
- Щербакова Тамара Тимофеевна (1943), малсы. 1982—2015 йылдарҙа Ишембай районы Скворчиха ауылындағы ферма мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Әсеялан ауылынан.
- Ғәбитова Шаһиҙә Хисаметдин ҡыҙы (1958), педагог, йәмәғәтсе. 1982—2013 йылдарҙа Әбйәлил районы Сәйетҡол башланғыс мәктәбе мөдире, 1992—2010 йылдарҙа ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы, 2014 йылдан — ветерандар советы рәйесе һәм Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2012). Сығышы менән ошо райондың Ташбулат ауылынан.
- Солтанова Маһинур Ҡыяметдин ҡыҙы (1958), педагог. 1983 йылдан Хәйбулла районы Сиҙәм ауылының «Ромашка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, 1986 йылдан — мөдире; 1989 йылдан Сиҙәм урта мәктәбе уҡытыусыһы. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2011), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районының Йомағужа ауылынан.
- Шәмсетдинова Нәсимә Иршат ҡыҙы (1958), мәҙәниәт хеҙмәткәре. Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауыл мәҙәниәт йортоноң хужожество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Ситникова Надежда Анатольевна (1968), педагог. 1989 йылдан Салауат ҡалаһы мәктәптәре, шул иҫәптән 2011 йылдан 2-се, 2017 йылдан — 1-се гимназия уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2012). «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы лауреаты (2012). Сығышы менән ошо ҡаланан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мансуров Зөфәр Хәйретдин улы (1909—4.10.1942), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған шағир, прозаик һәм тәржемәсе. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Әйүпов Рәфғәтдин Талип улы (1914—19.12.1987), нефтсе, 1949—1978 йылдарҙа Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығының «Собханғол» нефтте һурҙырып бушатыу станцияһы машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
тулы исемлек
- Ямалетдинов Шаһый Ямалетдин улы (1914—28.05.1968), Бөйөк Ватан һәм 1945 йылдағы совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Танк батальонының орудие командиры, гвардия старшинаһы. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1946).
- Штейнберг Эмануил Соломонович (1919—2.06.1973), хужалыҡ эшмәкәре. 1969—1973 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио тапшырыуҙар комитетының радиотелеүҙәге директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған элемтәсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966). Сығышы менән Одесса ҡалаһынан.
- Рамазан Йәнбәков (1934—30.10.2019), йырсы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1982).
- Голиванов Владимир Степанович (1939—26.08.2010), тренер. Хәҙерге бишбәйге буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1991), СССР‑ҙың спорт мастеры (1965), бөтә союз категориялы судья (1980). 1975—1982 һәм 1998—2010 йылдарҙа Олимпия резервының хәҙерге бишбәйге буйынса махсуслашҡан республика балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән Армавир ҡалаһынан.
- Килдебәкова Тәнзилә Әсхәт ҡыҙы (1939—2.03.2015), тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1987), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Соколов Владимир Михайлович (1939—11.01.2017), спортсы һәм тренер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (1998). Велосипед спорты буйынса СССР‑ҙың (1980) һәм РСФСР‑ҙың (1979) атҡаҙанған тренеры, СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1967), СССР‑ҙың атҡаҙанған (1970) һәм почётлы спорт мастеры (1965). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000).
- Әхмәт Сөләймәнов (1939—21.11.2016), фольклорсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (академик, 1995), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (1999). Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1987) һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014). Бөрйән районының почётлы гражданы.
- Бикбаев Илдар Зиннур улы (1959), Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе, эҙәрмәндәр отрядтарының республика йәмәғәт фонды советы рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Афиногенов Денис Владимирович (1974), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). «Салауат Юлаев» Олимпия резервының махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 1995—2000 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Милләт-ара хоккей лигаһы (1995—1996) һәм Рәсәй (1997) чемпионаттарының бронза призёры. Сығышы менән Өфөнән.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1860: Владимир Хавкин, Рәсәй империяһы һәм СССР бактериологы, иммунолог һәм эпидемиолог. Тағун (чума) һәм ваба (холера) ауырыуҙарына ҡаршы беренсе вакциналар сығарыусы.
- 1890: Борис Делоне, Рәсәй империяһы һәм СССР математигы, академик, альпинист.
- 1930: Жорес Алфёров, ғалим-физик, Нобель премияһы лауреаты (2000).
- 1937: Валентин Распутин, СССР яҙыусыһы.
- 1943: Дэвид Кроненберг, Канада һәм АҠШ кинорежиссёры, сценарист, продюсер һәм актёр.
- б.э.т. 44 йыл: Гай Юлий Цезарь, Боронғо Рим дәүләт эшмәкәре, полководец һәм яҙыусы.
- 1536: Ибраһим-паша, Сөләймән солтандың вәзире.
- 1937: Говард Филлипс Лавкрафт, Америка яҙыусыһы.
- 1938: Ғөбәй Дәүләтшин, башҡорт яҙыусыһы һәм дәүләт эшмәкәре (атып үлтерелгән).
- 1938: Алексей Рыков, партия һәм дәүләт эшмәкәре (атып үлтерелгән).
- 1938: Николай Бухарин, партия һәм дәүләт эшмәкәре (атып үлтерелгән).