20 сентябрь
Уҡыу көйләүҙәре
(20 сентября битенән йүнәлтелде)
20 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 263-сө көнө (кәбисә йылында 264-се). Йыл аҙағына тиклем 102 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Германия: Балалар көнө.
- Көньяҡ Осетия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Непал: Конституция көнө.
- Таиланд: Йәштәр көнө.
- Беларусь: Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Ҡырғыҙстан: Эшҡыуарҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Рекрутерҙар көнө.
- Әзербайжан: Нефтселәр көнө.
- Япония: Оло йәштәгеләрҙе хөрмәтләү көнө.
- 622: Мөхәммәдтең һәм уның менән фекерҙәш мосолмандарҙың Мәккәнән Мәҙинәгә күсенеүе (һижрәт).
- 1519: Фернан Магеллан үҙенең экспедицияһын башлай.
тулы исемлек
- 1802: Батша Александр I фарманы менән Рәсәйҙәге коллегиялар министрлыҡтар менән алмаштырыла, уларҙың тәүгеләре һигеҙ була: хәрби, диңгеҙ, сит ил эштәре, эске эштәр һәм полиция, юстиция, финанс, комерция һәм халыҡ мәғарифы министрлыҡтары.
- 1862: Санкт-Петербургта Рәсәй империяһындағы беренсе консерватория асыла.
- 1878: Санкт-Петербургта Юғары Бестужев курстары — Рәсәйҙәге тәүге ҡатын-ҡыҙҙар университеты асыла.
- 1932: Хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты эшләй башлай.
- 1959: Сибай медицина колледжы эш башлай[1].
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәфиәтулла Арыҫланов (1915—5.01.1945), совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Танк полкы командиры урынбаҫары, гвардия подполковнигы (1944). Советтар Союзы Геройы (1940). Башҡорттарҙан тәүгеләрҙән булып ошо юғары исемде алыусы.
- Ибраһим Абдуллин (1920—9.07.2005), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, драматург. 1949 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1978), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1996). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1980) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1966) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Вәлиуллин Рифғәт Абдулла улы (1935—3.01.2007), мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәре. 1966 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры режиссёры, бер үк ваҡытта 1971 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, профессор. 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Үрге Бишенде ауылынан.
- Неволин Аркадий Иванович (1940), инженер-механик. 1963—1996 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатыэшсеһе — вальце-токарь, 1971 йылдан слесарь, 1974 йылдан — цех начальнигы ярҙамсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы (1981), Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһынан.
- Япаров Инбер Мөхәммәт улы (1950), ғалим-географ, 1982 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 1983—1991 йылдарҙа СССР География йәмғиәте Башҡортостан филиалының ғилми секретары. География фәндәре кандидаты (1990), доцент (1994).
- Һөйөндөков Йәлил Төхвәт улы (1960), ғалим-эколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының (2012) һәм Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2011), биология фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011).
- Мокеева Екатерина Геннадьевна (1975), ғалим-спорт медицинаһы табибы. 1998—2005 йылдарҙа Республика табип физкультура диспансеры хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 2001 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 2010 йылдан П. Ф. Лесгафт исемендәге Милли физик культура, спорт һәм сәләмәтлек университеты (С. Петербург) хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (2010). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аксаков Сергей Тимофеевич (1791—30.04.1859), Рәсәй империяһының Өфө ҡалаһында тыуған яҙыусыһы, дәүләт эшмәкәре, әҙәбиәт һәм театр тәнҡитсеһе.
- Ғәли Хоҙаяров (төп исеме Хоҙаяров Ғәләүетдин Ғәйнетдин улы; 1891—9.03.1966), уҡытыусы, журналист, шағир, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1919—1920 йылдарҙа Өфөлә сыҡҡан «Шәреҡ ярлылары» гәзите мөхәррире; 1924—1932 йылдарҙа Ҡазандағы «Спартак» күн аяҡ кейеме комбинаты директоры, Татар АССР-ы Халыҡ Хужалығы Советы Рәйесе урынбаҫары, Ауыл хужалығы кооперацияһы союзы рәйесе, Татар педагогия институты ректоры, Татарстан мәғариф халыҡ комиссары, Ҡазан совет төҙөлөшө институты директоры. Сәйәси золом ҡорбаны.
тулы исемлек
- Усманов Юнир Барый улы (1931—2.08.2012), хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1962—1982 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы хәҙерге «Сода» йәмғиәте аппаратсыһы, 1982—1997 йылдарҙа — слесарь‑ремонтлаусы. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Шәрипов Фәнис Вәғиз улы (1941), хеҙмәт ветераны, ғалим-педагог. 1974 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1999—2013 йылдарҙа Өфө эшҡыуарлыҡ һәм хоҡуҡ техникумы директоры. Педагогия фәндәре докторы (1997), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Сабай ауылынан.
- Абакумов Алексей Алексеевич (1946), ғалим-инженер-радиоэлектроник. 1972 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986 йылдан электротехника кафедраһы мөдире; 1987 йылдан хәҙерге МИФИ Ядро милли тикшеренеү университеты филиалы — Обнинск атом энергетикаһы институтының электротехника һәм электроника кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1999 йылдан Интроско үткәргес торбаларҙы диагностикалау үҙәгенең (Обнинск) генераль директоры. Рәсәй Федерацияһы Электротехник фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000) һәм ағза-корреспонденты (1995), техник фәндәр докторы (1985), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһыының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2013).
- Ҡотлогилдин Наил Закир улы (1946), хеҙмәт ветераны. 1999—2003 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө (2003—2008) һәм дүртенсе (2008—2013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтехимигы, Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтехимигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2007).
- Яруллина Нурия Кинжәбай ҡыҙы (1951), матбуғат ветераны, уҡытыусы, журналист. 1999—2006 йылдарҙа Салауат районы «Йүрүҙән» гәзитенең баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шапошников Борис Михайлович (1882—26.03.1945), Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың хәрби етәксеһе, дәүләт эшмәкәре. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Маршалы. Өс Ленин (1939, 1942, 1945), ике Ҡыҙыл Байраҡ (1921, 1944), 1-се дәрәжә Суворов (1944) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1934, 1938) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө губернаһының Златоуст ҡалаһынан.
- Нәзиров Һиҙиәт Сибәғәт улы (1902—16.05.1975), совет һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1931 йылдан Хәйбулла район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1932 йылдан — Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетының ойоштороу бүлеге инструкторы, мөдире; 1934—1936 йылдарҙа Өфө ҡала Советы рәйесе урынбаҫары һәм ойоштороу бүлеге мөдире; 1939—1943 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Баймаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ҡарағужа ауылынан.
тулы исемлек
- Муганлинский Нурэддин Аббасович (1907—18.03.1968), нефтсе. 1941 йылдан «Башнефтеразведка» тресының баш инженеры; 1947—1967 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең быраулау бүлеге начальнигы, берекмә начальнигының быраулау буйынса урынбаҫары, быраулау бүлеге начальнигы урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1967). СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1967). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Грузияның Душети ҡалаһынан.
- Сульдин Ефим Семёнович (1907—5.03.1986), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1929 йылдан Баймаҡ районы «Йылайыр» совхозы тракторсыһы, механигы һәм өлкән механигы, механик оҫтахана мөдире; 1942 йылдан Баймаҡ МТС-ының сәйәси бүлек начальнигы урынбаҫары, 1943—1945 йылдарҙа Хәйбулла МТС-ы, 1946 йылдан — Йылайыр МТС-ы директоры; 1958—1963 йылда «Хәйбулла» совхозы директоры. Ленин ордены кавалеры (1957). Хәйбулла районының атҡаҙанған сиҙәмсеһе (1974). Сығышы менән ошо райондың хәҙерге Яковлевка ауылынан.
- Шөгөрев Закир Шәһиғәлләм улы (1917—27.09.1992), колхозсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946—1972 йылдарҙа Әбйәлил районы Киров исемендәге колхоз хеҙмәткәре. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ишбулды ауылынан.
- Хөсәйенова Мәғәтифә Даһи ҡыҙы (1927—20.04.1999), һауынсы. 1959—1985 йылдарҙа Хәйбулла районы «Матрай» совхозы һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1971), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1981). Сығышы менән ошо райондың Үрге Иҫәнгилде ауылынан (1960-сы йылдарҙа бөткән).
- Муллағолов Миҙхәт Хажиәхмәт улы (1932 —5.03.2007), ғалим-инженер-механик. 1969 йылдан Өфө авиация институты уҡытыусыһы, 1981—1982 йылдарҙа административ-хужалыҡ эштәре буйынса проректор; 1994—2003 йылдарҙа — Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994—1999 йылдарҙа теоретик һәм ғәмәли механика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1992). СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Һарайлы ауылынан.
- Исламов Хәсәнйән Фәйзрахман улы (1937—3.05.2016), табип. 1964—2000 йылдарҙа Дүртөйлө район дауаханаһы табибы, шул иҫәптән 1971 йылдан баш табип урынбаҫары, 1977 йылдан — хирургия бүлеге мөдире, 1983 йылдан — баш табиптың дауалау эштәре буйынса урынбаҫары, 1985 йылдан — 2-се хирургия бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1984). Сығышы менән ошо райондың Исмаил ауылынан.
- Сайранов Рауил Нурмөхәмәт улы (1937), ғалим-иҡтисадсы. 1972 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991—2007 йылдарҙа аграр производствоны ойоштороу кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1992 йылдан проректор, 1993—1995 йылдарҙа иҡтисад факультеты деканы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1970), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1996).
- Вәлиев Камил Мөхәмәтшакир улы (1942), актёр, режиссёр. 1961 йылдан Туймазы район мәҙәниәт йортоноң драма коллективы етәксеһе; 1963 йылдан Минзәлә татар драма театры актёры, 1964—1997 йылдарҙа һәм 2004 йылдан Әлмәт татар драма театры актёры, 1997—2004 йылдарҙа — баш режиссёры. 1965 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1984), Татар АССР-ының халыҡ (1979) артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Түбәнге Сәрҙек ауылынан.
- Вәлитов Илдус Ғәләметдин улы (1947—1.07.2000), график, архитектор. 1978 йылдан Өфөләге «ГипроНИИавиапром» предприятиеһы, 1980 йылдан — «Уфанефтехим» йәмғиәте дизайнеры. 1980 йылдан СССР Архитекторҙар союзы, 1995 йылдан Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы.
- Вәлиуллин Ренат Абдулла улы (1947), рәссам, педагог. 1993 йылдан Өфө сәнғәт училищеһының директор урынбаҫары, 2002—2009 йылдарҙа художество бүлеге мөдире, 2011 йылдан Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. 1993 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997).
- Романов Анатолий Иванович (1947), ғалим-агроном-агрохимик, ауыл хужалығы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1974 йылдан Илеш районы «Сельхозхимия» берекмәһе агрономы, район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы; Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм икенсе (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты; 2003 йылдан Башҡортостан Республикаһы тәбиғәт ресурстары министры урынбаҫары. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе, Илеш районының почётлы гражданы (2019). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Яңы Маты ауылынан.
- Слягузова Светлана Әнүәр ҡыҙы (1952), педагог. 1995 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты һәм бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм мәғариф отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Иҫке Бүздәк ауылынан.
- Нурғәлин Ғәфүр Шәрифйән улы (1957), механизатор. 1972—2003 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозы тракторсыһы, тракторсы-машинисы, слесарь-машинисы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Семеновка ауылынан.
- Хәсәнов Ғаяз Әхмәҙулла улы (1967), ғалим-философ, муниципаль хеҙмәткәр. Афған һуғышында ҡатнашыусы. 1992 йылдан Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы һәм директоры, 2009 йылдан — Сибай ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы. Философия фәндәре кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2002). Сығышы менән ошо райондың Йомаш ауылынан.
- Кәлимуллина Лариса Айрат ҡыҙы (1972), ғалим-тел белгесе. 2000 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2011 йылдан дөйөм һәм сағыштырма-тарихи тел ғилеме кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (2007).
- Асаев Рөстәм Мәжит улы (1977), опера һәм эстрада йырсыһы. Татарстан Республикаһының халыҡ (2022) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2021) артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Болошло ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Звейнек Антонина Ивановна (1903—1985), «Ишембайнефть» нефть промыслыһы идаралығы медик-санитар бүлегенең элекке баш табибы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
- Рахаев Иван Данилович (1928—12.05.1998), механизатор. 1958—1990 йылдарҙа Әбйәлил районы «Заветы Ильича» колхозы тракторсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1973), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1978). Сығышы менән ошо райондың Гусев ауылынан.
тулы исемлек
- Аникеев Иван Константинович (1938—17.05.2011), химик-ғалим. 1956—2008 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе хеҙмәткәре. Техник фәндәр кандидаты (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Аникеевский ауылынан.
- Әминев Хәниф Ҡыям улы (1938), табип-ғалим, фтизиатр, хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. 1992 йылдан Башҡортостан Фтизиатрҙар ассоциацияһының идара рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1993), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Күсәкәй ауылынан.
- Артюшкова Ольга Викторовна (1948), геолог-ғалим. 1973 йылдан хәҙерге Геология институтының өлкән лаборанты, 1993 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2001 йылдан — лаборатория мөдире. Геология минералогия фәндәре докторы (2010).
- Моратшин Амран Миһран улы (1948—2018), инженер-электрик-ғалим, дәүләт хеҙмәткәре. 1987 йылдан Башҡортостан Республикаһының Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге директоры, бер үк ваҡытта Өфө авиация институты уҡытыусыһы. Рәсәй Сифат проблемалары академияһы академигы, техник фәндәр докторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған метрологы. Салауат Юлаев ордены кавалеры. Мәләүез районының почётлы гражданы (2015). Сығышы менән ошо райондың Мотай ауылынан.
- Нагаев Ринат Йәүҙәт улы (1968), табип-ғалим, йәмәғәтсе. 2007 йылдан — Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының, 2019 йылдан Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы, бер үк ваҡытта 2013 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының йәмәғәт һаулығы һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының 4—7-се саҡырылыш (2008—2028) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәйҙең атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Медицина фәндәре докторы. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Семашко Николай Александрович (1874—18.05.1949), дәүләт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 1918—1921 йылдарҙа РСФСР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары. 1941—1942 йылдарҙа Өфөлә эвакуацияла булған ваҡытында Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатының Госпиталь советы хеҙмәткәре. СССР Медицина фәндәре академияһы (1944) һәм РСФСР Педагогия фәндәре академияһы (1945) академигы. Ленин (1944) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Липецк өлкәһенең Задонский районы Ливенская ауылынан.
- Гаврилов Сергей Алексеевич (1914—21.05.1983), ғалим-конструктор. 1955 йылдан Өфө машиналар эшләү конструкторлыҡ бюроһының баш конструктор урынбаҫары, 1962–1983 йылдарҙа — баш конструкторы. Техник фәндәр докторы (1978). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). РСФСР‑ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының (1969) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1977). Сығышы менән хәҙерге Иваново өлкәһенең үҙәге Иваново ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Сафонов Анатолий Георгиевич (1919—24.06.1944), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. Уҡсылар полкының рота командиры, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- Исмәғилева Эльза Рауил ҡыҙы (1949, ғалим-ветеринар. 1973 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977—1989 йылдарҙа — ветеринар табип‑рентгенолог. Ветеринария фәндәре докторы (2006). Сығышы менән хәҙерге Ҡарағалпаҡстандың Чимбай ҡалаһынан.
- Шәрипов Наил Надир улы (1949), терапевт, Республика балалар клиник дауаханаһының бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1989).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1842: Джеймс Дьюар, Англия уйлап табыусыһы, беренсе булып термос эшләүсе.
- 1837: Пётр Лесгафт, Рәсәй империяһы анатомы.
тулы исемлек
- 1934: Софи Лорен, Италия актрисаһы, йырсы.
- 1948: Джордж Мартин, АҠШ-тың фантаст-яҙыусыһы.
- 1863: Якоб Гримм, Германия филологы.
- 1944: Бәҙрүш Моҡамай, башҡорт шағиры.
тулы исемлек
- 1975: Сен-Жон Перс, Франция шағиры.