15 октябрь
Уҡыу көйләүҙәре
(15 октября битенән йүнәлтелде)
15 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
15 октябрь Викимилектә |
15 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 288-се көнө (кәбисә йылында 289-сы). Йыл аҙағына тиклем 77 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө.
- Һуҡырҙар ҡулланған аҡ таяҡ көнө.
- Ер: Импровизаторҙар көнө.
- Йырлау көнө.
- Ҡул йыуыу көнө.
- АҠШ: Бәшмәктәр көнө.
- Ҡытай: Көҙ уртаһы байрамы.
- Рәсәй Федерацияһы: Атайҙар көнө.
- Чили: Олатай һәм оләсәйҙәр көнө.
- Шри-Ланка: Ағас ултыртыу көнө.
- АҠШ: Косметологтар көнө.
- Беларусь: Фармацевтика һәм микробиология хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Бразилия: Уҡытыусы көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Федераль миграция хеҙмәтенең адрес-белешмә хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Аҙыҡ-түлек сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө (октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһе).
- Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө (октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһе).
- Һиндостан: Студенттар көнө.
- 1552: Иван Грозный Ҡазан ханлығын яулап ала.
- 1570: Пхеньян ҡалаһына нигеҙ һалына.
тулы исемлек
- 1582: Григориан календары индерелә.
- 1806: Рәсәй империяһы составына Баҡы ханлығы индерелә.
- 1815: Наполеондың Изге Елена утрауында һөргөнө башлана.
- 1931: Бүздәк район гәзитенең беренсе һаны баҫылып сыға.
- 1940: Экрандарға Чарли Чаплиндың «Бөйөк диктатор» фильмы сыға.
- 1961: Лондонда хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы «Эмнисти Интернэшнл» ойошторола.
- 1967: Волгоград ҡалаһында «Ватан-әсә саҡыра!» («Родина-мать зовет!») скульптураһын төҙөү тамамлана.
- 1973: Беренсе UNIX операцион системаһы эшләй башлай.
- 1981: АҠШта «Metallica» рок-төркөмө ойошторола.
- 1985: КПСС Үҙәк Комитеты пленумында Михаил Горбачев «Үҙгәртеп ҡороу» тураһында иғлан итә.
- 1990: СССР лидеры Михаил Горбачевҡа Нобель премияһы бирелә.
- 2003: Ҡытайҙың беренсе космонавыЙыһанға осош яһай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәмиғолов Ғәли Камалетдин улы (1890—25.11.1959), дәүләт эшмәкәре. 1920 йылдың июль-октябрендә Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе. 1910 йылдан РСДРП ағзаһы. Революцион хәрәкәттә һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944).
- Зарипов Хәмитйән Камал улы (1910—9.02.1990), ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1970 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районының «Еңеү» колхозы рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
тулы исемлек
- Рудерман Семён Юрьевич (1935), ғалим-физик. 1962 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1978 йылдан — математик модель әҙерләү кафедраһы мөдире. 1986—2014 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1973), профессор (1976). Сығышы менән Минск ҡалаһынан.
- Вәлиуллин Рим Абдулла улы (1950), ғалим-геофизик. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1998 йылдан геофизика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1993 йылдан Өфөләге «ГеоТЭК» ғилми-производство фирмаһы директоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2018), техник фәндәр докторы (1996), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2012), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы 1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002), И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (2006). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).
- Усманов Искәндәр Йософ улы (1950), ғалим-үҫемлектәр физиологы, эколог. 1989 йылдан Башҡорт дәүләт университетының үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы мөдире, 2008 йылдан — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының Туризм һәм коммуникация институты директоры, 2015 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының Иҡтисад һәм сервис институты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1987), профессор (1991).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рычков Николай Петрович (1746—1784), Рәсәй империяһы сәйәхәтсеһе, географ һәм этнограф. 1768 йылдан П. С. Паллас етәкселегендә Вятка, Ҡазан, Пермь, Өфө һәм Ырымбур губерналарына ойошторолған Академик экспедицияларҙа ҡатнашыусы, Башҡортостандың тәбиғәтен, мәмерйәләрҙе, баҡыр рудниктарын, төбәктәге баҡыр иретеү заводтарын, башҡорт, мишәр, татар һәм типтәрҙәрҙең көнкүрешен, йолаларын һүрәтләүсе.
- Залалов Шәмсулғас (Карам) Ғәлимйән улы (1921—17.02.2006), мәғариф һәм совет органдары эшмәкәре. 1940 йылдан Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы мәктәптәре уҡытыусыһы һәм директоры; 1953 йылдан — ҡала мәғариф бүлеге мөдире; 1957—1967 йылдарҙа ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың мәғариф отличнигы. Белорет ҡалаһы һәм Белорет районының почётлы гражданы (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Подлуб ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәлләмов Абдрахман Әбдрәхим улы (1926—19.02.1989), ғалим-педагог-методист, тел белгесе. 1968—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), доцент. Башҡорт телендәге «Әлифба»ны төҙөүсе. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967).
- Вәлиев Рифҡәт Нурый улы (1931), конструктор. 1962—1993 йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1964—1972, 1975—1981 һәм 1986—1992 йылдарҙа конструктор бюроһы, 1972—1975 йылдарҙа цех начальнигы, 1981 йылдан баш конструктор урынбаҫары, 1984—1986 йылдарҙа баш конструктор. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976).
- Нәсибуллин Риф Шәхрислам улы (1936), юғары мәктәп ветераны, удмурт тел белгесе-диалектолог, шағир-тәржемәсе. 1972 йылдан Удмурт ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре; 1983 йылдан Удмурт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1984 йылдан — өлкән, 1992 йылдың авгусынан — төп ғилми хеҙмәткәр, сентябрҙән — лаборатория мөдире. Филология фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Удмурт Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
- Турченко Владимир Иванович (1946), мәҙәниәт өлкәһе ветераны, баянсы, педагог, оркестр дирижёры. 1971—2012 йылдарҙа Салауат музыка училищеһы уҡытыусыһы, 1983—1988 йылдарҙа — директоры; бер үк ваҡытта 2000 йылдан Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе филармонияһының рус халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының баш дирижёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Новомосковск ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солтанов Фәйзулла Вәли улы (1922—24.11.1992) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1967—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе. РСФСР Юғары Советының һәм БАССР-ҙың 7—11-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1982), Ҡыҙыл Йондоҙ (1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
- Әминев Миңлетдин Ғилметдин улы (1922—12.08.1969), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерия полкы уҡсыһы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Һарыш ауылынан.
тулы исемлек
- Әминев Миңнулла Ғибат улы (1932—30.01.1975; ҡайһы бер башҡа мәғлүмәттәр буйынса 25 октябрҙә тыуған), инженер-механик, йәмәғәтсе. 1955 йылдан «Туймазы—Өфө» газ үткәргестәр идаралығының смена, газ бүлеү станцияһы һәм эксплуатациялау участкаһы начальнигы, өлкән инженеры; 1965 йылдан Өфө магистраль газ үткәргестәр идаралығының начальник урынбаҫары, начальнигы; 1974—1975 йылдарҙа «Баштрансгаз» берекмәһе директоры. Өфө ҡала Советы депутаты (1971—1973). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Һикһәнбай ауылынан.
- Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улы (15.10.1937—1.08.2003), ауыл хужалығы һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, һәүәҫкәр йырсы, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы. 1991—1993 йылдарҙа Бөрйән район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1995) Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), төрлө кимәлдәге йыр бәйгеләре лауреаты. Сығышы менән Бөрйән районының Нәби ауылынан.
- Дияров Ғәли Фәүәрис улы (1942), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1973—1980 һәм 1984—1985 йылдарҙа Әбйәлил районы Киров исемендәге колхоз бригадиры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Әбделмәмбәт ауылынан.
- Исмәғилев Зинфер Ришат улы (1947—21.06.2023), ғалим-химик. 2010 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең Күмер химияһы һәм химик материалдарҙы өйрәнеү ғилеме институты директоры, бер үк ваҡытта Кузбасс техник университеты уҡытыусыһы (икеһе лә Кемерово ҡалаһы). Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2011), химия фәндәре докторы (1988), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987), В. А. Коптюг исемендәге премия лауреаты (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Байгилде ауылынан.
- Вәлиева Зилә Рәхимйән ҡыҙы (1952), ғалим-философ, дәүләт хеҙмәткәре. 2005—2012 йылдарҙа Татарстан Республикаһының Премьер-министр урынбаҫары—мәҙәниәт министры; 2020 йылдың ғинуарынан Татарстан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе. Философия фәндәре кандидаты (2010). Рәсәйҙең Дуҫлыҡ (2008) һәм Татарстандың Дуҫлыҡ (2017) ордендары кавалеры, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәҙәниәт өлкәһендәге премияһы лауреаты (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мәхмүтов Фәррәх Зәйнулла улы (1952), механизатор. 1969—2012 йылдарҙа Баймаҡ районы Ленин исемендәге хужалығы механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән ошо райондың Сыңғыҙ ауылынан.
- Аҡчурина Мәҙәниә Садиҡ ҡыҙы (1957), йырсы. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мофазалова Наталья Альберт ҡыҙы (1962), ғалим-фармаколог, терапевт. 1991 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2008). Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2015). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Богомолова Галина Евгеньевна (1977), спортсы, уртаса һәм оҙон дистанцияға йүгереүсе еңел атлет. Өс тапҡыр Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2000, 2004, 2008). Рим марафоны еңеүсеһе (2008). Биш тапҡыр Рәсәй чемпионы (2000, 2003, 2005, 2006). Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡушаев Хафиз Ҡушай улы (1888—27.09.1937), башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, дәүләт хеҙмәткәре. Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетының өсөнсө рәйесе (1922—1929), СССР Үҙәк Башҡарма Комитетының Президиум ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Вәхитов Абдулла Шәһивәли улы (1903—27.12.1971), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1934 йылдан Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының хәҙерге 1-се мәктәбе директоры; 1937—1966 йылдарҙа (өҙөклөк менән) район мәғариф бүлегенең методик кабинет мөдире, инспекторы, 1946—1955 йылдарҙа район мәғариф бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Юлбарыҫ ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәзизов Мостафа Шакир улы (1923—27.10.2005), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, танк полкының разведка взводы уҡсыһы, командир ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы (аҙаҡтан гвардия капитаны). Башҡортостандан Дан орденының беренсе тулы кавалеры.
- Муса Ғәли (төп исеме — Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев; 1923—15.01.2004), шағир, драматург һәм тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1979). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), Халыҡтар Дуҫлығы (1993) ордендары кавалеры.
- Исхаҡов Хәйрулла Хәйбулла улы (1928—15.09.1993), слесарь. 1943—1988 йылдарҙа Баймаҡ районы «Йылайыр» совхозы ремонт оҫтаханаһының слесарь-моторисы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1979), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһенең Хәсән ауылынан.
- Кәримов Зөфәр Фазыл улы (1933), инженер-механик-ғалим. 1969 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1972 йылдан — физика факультеты деканы; 1983 йылдан Өфө нефть институтының кафедра мөдире; 1987 йылдан Ленинград ҡалаһындағы Төньяҡ-көнбайыш ситтән тороп уҡыу техник университеты Энергетика институтының кафедра мөдире, бер үк ваҡытта 1989 йылдан энергетика факультеты деканы, 2005—2012 йылдарҙа — институт директоры. Техник фәндәр докторы (1978), профессор (1980). Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Түбәнге Ҡарғауыл ауылынан.
- Фазылов Закир Язар улы (1933), механизатор. 1957—1993 йылдарҙа Әбйәлил районы «Урал» совхозы тракторсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың Әлмөхәмәт ауылынан.
- Йәнүҙәков Рәфҡәт Шаһивәли улы (1938), механизатор. 1955 йылдан Әбйәлил районы Буденный исемендәге колхоз, 1957 йылдан — «Урал» совхозы механизаторы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974). Сығышы менән ошо райондың Булат ауылынан.
- Ҡунаҡҡужин Зиннур Йыһанур улы (1948—27.06.1992), спортсы, тренер. Еңел атлетика буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылынан.
- Нуров Валерий Морат улы (1953), инженер, дәүләт органы хеҙмәткәре. 1974 йылдан Башҡорт АССР-ы Статистика идаралығының иҫәпләү үҙәге операторы, өлкән технигы, инженеры, өлкән инженеры, начальник урынбаҫары, 1994 йылдан хәҙерге Федераль статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Азанова Роза Шәмсетдин ҡыҙы (1953), педагог, комсомол, мәғариф һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1968 йылдан Салауат педагогия училищеһының ВЛКСМ комитеты секретары, 1970 йылдан 14-се мәктәп уҡытыусыһы, 1974 йылдан 133-сө сауҙа-кулинария училищеһының директор урынбаҫары, 1978 йылдан КПСС-тың ҡала комитеты инструкторы, 1980—2002 йылдарҙа (өҙөклөк менән) ҡала мәғариф идаралығы начальнигы, 1988—2000 йылдарҙа 12-се мәктәп директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999) һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Сабитов Илдар Нариман улы (1953), архитектор-ғалим. 1988 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, архитектура кафедраһы — Архитектура-төҙөлөш институты мөдире. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2004) һәм почётлы (2002) архитекторы. Архитектура кандидаты (1988), профессор (2009). Композитор Нариман Сабитовтың улы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәҙиуллин Яҡуп Хәҙиулла улы (1894—29.10.1975), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, колхоздар ойоштороусы. Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Мәсетле районы колхоздарының элекке рәйесе. КПСС-тың XVI Башҡортостан өлкә партия конференцияһы делегаты (1948). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1945). Сығышы менән ошо райондың Һөләймән ауылынан.
- Һаҙыева Зәйнәб Сәләх ҡыҙы (1919—23.01.2023), уҡытыусы, йөҙйәшәр. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Миәшәгәр ауылынан[1].
тулы исемлек
- Биишева Вәзифә Иҙрис ҡыҙы (1939), малсы. 1957–1996 йылдарҙа Баймаҡ районы «Йылайыр» совхоз-техникумы һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1991), III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1975). Сығышы менән ошо райондың Ишмөхәмәт ауылынан.
- Кәримов Марат Фазыл улы (1939), ғалим-инженер-механик. 1988—1993 йылдарҙа Өфө нефть институтының иҡтисад эштәре буйынса проректоры. Техник фәндәр докторы (1982), профессор (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1989), СССР‑ҙың Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1973). И. М. Губкин исемендәге премия (1984), Вьетнам Социалистик Республикаһының «Vifotek» премияһы (2001) лауреаты. Афғанстан Республикаһының Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Түбәнге Маншыр ауылынан.
- Ғималова Фәниә Булат ҡыҙы (1949), ғалим-физик, уҡытыусы. 1974—1993 йылдарҙа Башҡортостан Фәндәр академияһының Химия һәм Геология институттары ғилми хеҙмәткәре. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2008). Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2005). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1983). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Әжекәй ауылынан.
- Рахманова Илгизә Кәрим ҡыҙы (1949), китапханасы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Хәсәнов Радмир Әнүәр улы (1959), ғалим-стоматолог, йәмәғәтсе. Өфөләге «Витадент» Халыҡ‑ара концернының генераль директоры. Медицина фәндәре докторы (1994), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының III һәм V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 2016 йылдан Рәсәй Федерацияһының Журналистар, 2017 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2000—2008 йылдарҙа Башҡортостан Стоматологтар ассоциацияһы президенты. СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Йәлембәт ауылынан.
- Бикметов Евгений Юрьевич (1964), ғалим-социолог. 1993 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (2003), профессор (2004).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1814: Михаил Лермонтов, Рәсәй империяһы шағиры.
- 1844: Фридрих Ницше, Германия философы.
тулы исемлек
- 1897: Илья Ильф, яҙыусы («Ун ике ултырғыс», «Алтын быҙау»).
- 1943: Әһлиуллин Хәмит Шәмсетдин улы, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының отделение командиры, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1943).
- 2013: Абрар Ғабдрахманов, композитор, Башҡортостандың халыҡ артисы (1995).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В Башкирии ушла из жизни долгожительница Зайнаб Хадыева. ИА Башинформ, 24 января 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2023)