5 декабрь
Уҡыу көйләүҙәре
5 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
5 декабрь Викимилектә |
5 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 339-сы көнө (кәбисә йылында 340-сы). Йыл тамамланыуға 26 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Иҡтисади һәм социаль үҫешкә булышлыҡ итеүсе ирекмәндәр көнө.
- Тупраҡ көнө.
- Ер: Ирекмәндәр (волонтёрҙар) көнө.
- Ниндзя көнө
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби дан көнө — Совет ғәскәрҙәренең немец фашистарына ҡаршы Мәскәү янындағы контрһөжүменең башланыуы (1941).
- Ирекмәндәр (волонтёрҙар) көнө.
- Суринам: Балалар көнө.
- Таиланд: Атайҙар көнө.
- Беларусь: Юристар көнө.
- Куба: Төҙөүселәр көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Селтәрле маркетингта эшләүселәр көнө (декабрҙең тәүге йәкшәмбеһе)
- Украина: Статистика хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1492: Христофор Колумб Гаити утрауына барып етә.
- 1728: Рәсәй империяһы Фәндәр академияһының китапханаһы асыла (БАН)[1].
- 1859: Композитор Антон Рубинштейн ойошторған Рус музыка йәмғиәтенең беренсе концерты
- 1919: Петроград ҡалаһы Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм Почётлы революцион Ҡыҙыл Байраҡ менән бүләкләнә.
- 1929: СССР составында Тажик ССР-ы ойошторола.
- 1935: Өфө агрегат производство берекмәһе эшләй башлай.
- 1936: СССР-ҙа яңыртылған Конституция ҡабул ителә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Котельников Николай Алексеевич (1850—15.10.1911), дин әһеле. 1881—1906 йылдарҙа Өфө өйәҙенең 1-се округы сиркәүҙәре благочинныйы, 1902—1911 йылдарҙа үҙе нигеҙ һалған Һаңғырау-телһеҙҙәр училищеһы директоры. Рәсәй империяһының 3-сө һәм 2-се дәрәжә Изге Анна ордендары кавалеры. Сығышы менән Ырымбур губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Левашев улусы Левашев ауылынан.
- Авижанская София Александровна (1920—билдәһеҙ), ғалим-фольклорсы, этнограф, музей белгесе. 1945—1980 йылдарҙа Ленинградтағы СССР халыҡтары этнографияһы музейының ғилми хеҙмәткәре, сектор мөдире, директор урынбаҫары. 1956—1969 йылдарҙа Башҡортостан буйлап ойошторолған биш этнографик экспедицияла ҡатнашыусы, башҡорттарҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәте тураһында ғилми хеҙмәттәр авторы. Филология фәндәре кандидаты (1945).
- Хәсәнова Зилара Муллайән ҡыҙы (1935), ғалим-үҫемлектәр физиологы. 1973 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1976 йылға тиклем тәбиғәт-география факультеты деканы, 1980—1988 йылдарҙа ботаника кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), биология фәндәре докторы (1992), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
- Лимасов Валерий Павлович (1955), спорт ветераны, боксёр. 1974—1980 йылдарҙа СССР-ҙың бокс буйынса йыйылма командаһы ағзаһы. Ике тапҡыр Европа чемпионы (1975, 1977), Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1976). СССР-ҙың халыҡ-ара класлы (1974) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (1977). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993).
- Сабитов Рөстәм Нариман улы (1955), композитор, дирижёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. 1983—1990 йылдарҙа һәм 2005 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижёры. 1988 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1992—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2010) һәм Рәсәй Композиторҙар союзының Дмитрий Шостакович исемендәге премияһы (2001) лауреаты.
- Решетникова Вера Валентиновна (1960), хеҙмәт ветераны, юрист. 1999—2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ төҙөлөшө фондының хоҡуҡи тәьмин итеү идаралығы етәксеһе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Фәйезов Рәмил Фәһим улы (1960), педагог, Өфөләге 123-сө лицей директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
- Рыбалко Игорь Валерьевич (1975), спортсы, Өфөләге «Ағиҙел» олимпия әҙерлеге үҙәге тәрбиәләнеүсеһе. 1992—1995 йылдарҙа Рәсәйҙең велосипед спорты буйынса йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995). Рәсәй (1994) һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәре чемпионы (1993). Сығышы менән Новосибирск ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арыҫланова Әлфиә Мөхәмәтйән ҡыҙы (1931), төҙөлөш тармағы ветераны. 1959—1987 йылдарҙа «Туймазабурнефть» тресы төҙөлөш-монтаж контораһының, Өфө быраулау эштәре идаралығы төҙөлөш-монтаж идаралығының һәм механизацияланған күсмә колоннаһының штукатуры һәм штукатур-биҙәүсеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Айыуҡаш ауылынан.
- Фәхретдинова Фая Ғәли ҡыҙы (1936), педагогик хеҙмәт ветераны. 1960 йылдан Салауат медицина училищеһы, 1966 йылдан Салауат ҡалаһының 9-сы урта мәктәбе уҡытыусыһы; 1974 йылдан 18-се мәктәптең кластан һәм мәктәптән тыш эштәрҙе ойоштороусыһы; 1980—1996 йылдарҙа 2-се урта мәктәп директоры. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Ишле ауылынан.
- Ғафарова Венера Фәйзер ҡыҙы (1941), хеҙмәт ветераны һәм малсылыҡ алдынғыһы. 1961—1996 йылдарҙа Дүртөйлө районы К. Маркс исемендәге колхоз (хәҙер Йәнәкәев исемендәге хужалыҡ) һауынсыһы. Ленин (1985), Октябрь Революцияһы (1980) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) ордендары кавалеры. СССР-ҙың Халыҡ Хужалығы Ҡаҙаныштары Күргәҙмәһендә ҡатнашыусы (1974). Сығышы менән ошо райондың Иванай ауылынан.
- Нуриәхмәтов Фирдант Сәлимйән улы (1961), скульптор. 1993 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2012) һәм М. В. Нестеров исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2018). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Ҡараяр ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кәримов Әхим Кәрим улы (1917—28.08.2015), ғалим-геохимик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1975 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, 1978 йылдан институттың Салауат киске факультетының химия кафедраһы мөдире; 1980—1988 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. Геология-минералогия фәндәре докторы (1969), профессор (1973). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Маликова Валентина Степановна (1922—1981), журналист, йәмәғәтсе. 1957—1977 йылдарҙа Бәләбәй район гәзитенең мөхәррир урынбаҫары, «Вперед» ҡала гәзите мөхәррире. Бер нисә саҡырылыш ҡала советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Байрамғолов Дәминдәр Миңлейәр улы (1932—15.05.2012), нефтехимик, рационализатор һәм уйлап табыусы. 1957—1984 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979), СССР-ҙың Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы министрлығы отличнигы (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылынан.
- Кефели Эдуард Ефимович (1932), «Башгипронефтехим» дәүләт унитар предприятиеһының 1973—1977 йылдарҙағы директоры, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Киселёва Елена Петровна (1937), китапханасы. 1957—1995 йылдарҙа Әбйәлил районы Гусев ауыл китапханаһы мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Үҙән ауылынан.
- Нурғәлиев Мөҙәрис Кашафғәли улы (1937), механизатор, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1960—1996 йылдарҙа Баҡалы районы «Яңы Маты» совхозы тракторсыһы, бригадиры, ферма һәм келәт мөдире. 2-се (1976) һәм 3-сө (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Таҡтағол ауылынан.
- Ғәбитов Риф Фәтих улы (1952), бейеүсе, балетмейстер, 1974—1995 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 2000 йылдан художество етәксеһе, 2003 йылдан — бейеүҙәр ҡуйыусы балетмейстеры, 2004 йылдан — Стәрлетамаҡ филармонияһының баш балетмейстеры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995). Белорет районының почётлы гражданы.
- Ишкинина Сәриә Фазул ҡыҙы (1957), педагог, йәмәғәтсе. 1988 йылдан Салауат ҡала мәктәптәре уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994—1996 йылдарҙа «Башҡорт балалар баҡсаһы-гимназия—25-се мәктәп» уҡыу-тәрбиә комплексы директоры. 1994—1998 йылдарҙа ҡала Советы депутаты. 1-се Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы делегаты (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Кинйәкәй ауылынан.
- Хәлитов Ғайса Әхәт улы (1962), педагог, муниципаль хеҙмәткәр. 1981 йылдан Бөрйән районы мәктәптәре уҡытыусыһы, 2008 йылдан район хакимиәте хеҙмәткәре. Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2014) һәм мәғариф отличнигы (1997)
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йоносбаев Азамат Зияитдин улы (1928—1.10.1975), механизатор. 1944—1975 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һаҡмар» колхозы тракторсыһы, комбайнсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1957), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1966). Сығышы менән ошо райондың Йомаш ауылынан.
- Ғәлимшин Ғәли Баҙамша улы (1933), нефтсе. 1957 йылдан «Туймазабурнефть» тресының быраулаусы ярҙамсыһы, конструктор төркөмө инженеры, скважиналарҙы тултырыу буйынса мастер, өлкән мастер, өлкән инженер, трестың ПТО начальнигы; 1970 йылдан Өфө быраулау эштәре идаралығының РИТС, техник бүлек һәм хеҙмәтте фәнни ойоштороу лабораторияһы начальнигы, баш иҡтисадсы вазифаһын башҡарыусы, идаралыҡтың ПТО начальнигы. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районының Аҙнағол ауылынан.
тулы исемлек
- Сәлимов Нэиф Ғәҙелгәрәй улы (1938), водитель-нефтсе. 1951 йылдан Краснохолмский быраулау эштәре идаралығы водителе, 1988 йылдан Нефтекама производство-техник тәьминәт һәм ҡорамалдар менән комплектлау базаһының пневмокран машинисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Яңауыл ҡалаһынан.
- Әбдрәшитов Рәил Абдулла улы (1938), ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1975—1992 йылдарҙа Күмертау район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—1999 йылдарҙа Күмертау, аҙаҡтан Көйөргәҙе район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы (1990—1995) һәм Башҡортостан Республикаһы 1-се саҡрылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты (1995—1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Көйөргәҙе районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Яңы Мораптал ауылынан.
- Ғималов Әнүәр Нуриәхмәт улы (1948), механизатор. 1964 йылдан Әбйәлил районының 22-се партсъезд исемендәге колхозы, 1991 йылдан Әбйәлил тәжрибә хужалығы, 2005—2008 йылдарҙа «Сыбаркүл» кооперативы тракторсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1981). Сығышы менән ошо райондың Ҡушый ауылынан.
- Гәрәев Фәнис Флүн улы (1963), журналист. «Ҡыҙыл таң» республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Йөннө ауылынан.
- Әһлиуллина Клара Ишбулды ҡыҙы (1968), географ, энциклопедист, журналист, шағир һәм йәмәғәтсе. 2009—2020 йылдарҙа «Башҡорт энциклопедияһы» автономиялы дәүләт ғилми учреждениеһының директор урынбаҫары. 2014 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2022).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Крайзельбурд Леонид Петрович (1899—15.10.1965), ғалим-уролог, йәмәғәтсе. 1946 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1958 йылға тиклем — Республика клиник дауаханаһының бүлек мөдире. Рәсәйҙәге Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 1955 йылдан Урологтарҙың Башҡортостан фәнни медицина йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1949), профессор (1951). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1957). Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Молдованың Сороки ҡалаһынан.
- Ғәлимов Жәмил Фәйзулла улы (1929), ғалим-технолог, 1958 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте (1968) һәм химия сәнәғәте (1968) отличнигы, СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Ыҫлаҡ ауылынан.
- Радик Хәбибуллин (1934—7.03.2017), музыкант, пианист. 1960—2004 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы концертмейстеры, бер үк ваҡытта 1991 йылдан — Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡорт АССР ының халыҡ артисы (1985). Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән Өфө ҡалаһыан. Йырсы Әсмә Шайморатованың (1910—1992) улы.
- Пестряев Андрей Михайлович (1969), СССР һәм Рәсәй спортсыһы, тренер-уҡытыусы. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы элекке 42-се һөнәри техник училищеның бокс секцияһы һәм «Хеҙмәт резервтары» ирекле спорт йәмғиәтенең Өфөләге спорт секцияһы тәрбиәләнеүсеһе. СССР халыҡтары спартакиадаһы (1991), профессионалдар араһында донъя (2002) һәм ике тапҡыр Европа (1997, 1999) чемпионы. Бокс буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1991).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1803: Фёдор Тютчев, Рәсәй империяһы шағиры.
- 1820: Афанасий Фет, Рәсәй империяһы шағиры.
- 1869: Екатерина Кускова, Рәсәй империяһының сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1922 йылдан эмиграцияла публицист һәм нәшерсе.
- 1901: Уолт Дисней, АҠШ мультипликаторы.
- 1901: Вернер Гейзенберг, Германия физигы.
- 1791: Вольфганг Амадей Моцарт, Австрия композиторы.
- 1954: Һәҙиә Дәүләтшина, башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1967).
- 2008: Алексий II, Рәсәй патриархы.
- 2013: Нельсон Мандела, Көньяҡ Африка Республикаһының 8-се президенты.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дмитрий Юрьевич Шерих «Городской месяцеслов. 1000 дат из прошлого Санкт-Петербурга, Петрограда, Ленинграда.» К 290-летию Санкт-Петербурга. Издательство «Петербург — XXI век». 224 с., тираж 30 000 экз. ISBN 5-85490-036-X.