10 декабрь
Уҡыу көйләүҙәре
(10 декабря битенән йүнәлтелде)
10 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
10 декабрь Викимилектә |
10 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 344-се көнө (кәбисә йылында 345-се). Йыл тамамланыуға 21 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Кеше хоҡуҡтары көнө.
- : Футбол көнө.
- Дьюиҙең унарлы классификацияһы көнө.
- Хайуандар хоҡуҡтары көнө.
- Ираҡ: Еңеү көнө.
- Намибия: Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
- Таиланд: Конституция көнө.
- Швеция: Нобель көнө.
Төбәк байрамдары
- Марий Эл: Мари яҙмаһы көнө.
- Ханты-Манси автономиялы округы — Югра: Округ ойошторолған көн.
- АҠШ: Һатыусы көнө.
- Аргентина: Социаль хеҙмәткәр көнө.
- Венесуэла: Хәрби-Һауа көстәре көнө.
- Мальдив Республикаһы: Балыҡсы көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының элемтә хеҙмәте ойошторолған көн.
- 1828: Санкт-Петербургта Технология институты асыла.
- 1901: Нобель премиялары беренсе тапҡыр тапшырыла.
- 1917: Ырымбурҙа 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайында Кесе Ҡоролтай ойошторола.
- 1932: Хәҙерге Благовещен күп профилле һөнәри колледжы эшләй башлай.
- 1948: БМО-ның Генераль Ассамблеяһы Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһын ҡабул итә.
- 1997: Астана Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы итеп рәсми иғлан ителә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәтзәки Вәлиди Туған (1890—26.07.1970), Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе. автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы. Шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, Фәлсәфә докторы (1935), профессор, Манчестер университетының мөхбир докторы (1967).
- Айыуханов Нәджит Миңлеғәле улы (1920—24.08.1990), балет артисы, театр һәм дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939—1940 йылдарҙа һәм 1946 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1953 йылдан — баш администраторы, 1955 йылдан — директор урынбаҫары; 1958 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, 1964 йылдан — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры, 1967 йылдан — Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры урынбаҫары, 1969—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры. РСФСР-ҙың (1981) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ҡыҙыл Йондоҙ (1966) һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Атбаҫар ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Гинин Николай Степанович (1925—15.08.1999), төҙөүсе. 1942—1986 йылдарҙа «Уралэнергомонтаж» тресы слесары, 1946 йылдан — бригадир, 1966—1981 йылдарҙа слесарь-бригадир. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). СССР‑ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1966). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1978).
- Сафин Әхмәт Мөхлис улы (1925), ғалим-педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1973 йылдан Өфө авиация институты, 1979—2004 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983—1997 йылдарҙа башланғыс белем биреү педагогикаһы кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1995), профессор. (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Бурлы ауылынан.
- Рәсүлев Әбүбәкер Насирйән улы (1930), төҙөүсе, йәмәғәтсе. 1949 йылдан «Башмедьстрой» тресы ташсыһы, 1951 йылдан—ташсы-монтажсыларҙың комплекслы бригадаһы етәксеһе. Сибайҙың 6—12-се саҡырылыш ҡала Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Ленин, Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Мостай ауылынан.
- Ҡотоев Альберт Әсхәт улы (1940—25.05.1998), журналист, шағир һәм яҙыусы. 1973 йылдан «Кызыл таң» республика гәзите хеҙмәткәре, артабан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Матбуғатта дәүләт серҙәрен һаҡлау идаралығы мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Коротченко Александр Владимирович (1960), спортсы, педагог. Салауат ҡалаһының «Салауат» спорт мәктәбе директорының спорт эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Фәйзуллина Эльза Ринат ҡыҙы (1975), спортсы. Ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1997). СССР кубогының (1991), РСФСР (1991) һәм Рәсәй (1993, 1996) чемпионаттарының бронза призёры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөнир Һаҙый (1876—10.08.1913), башҡорт тарихсыһы, дин әһеле. Ырымбур губернаһы ғилми архив комиссияһының мөхбир ағзаһы (1911).
- Ғариф Ғүмәр (Ғүмәров Ғариф Мортаза улы; 1891—18.08.1974), башҡорт шағиры, прозаик, тәржемәсе һәм журналист. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Беренсе донъя һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1971). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
- Зиннәтулина Хәнифә Шәкүр ҡыҙы (1911—?), ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1937 йылдан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1954 йылдан — кафедра мөдире. Филология фәндәре кандидаты (1954), доцент (1956). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1960).
- Сәғитов Рафаиль Мөхәрләм улы (1931—6.09.2017), төҙөүсе, йәмәғәтсе. 1975 йылдан «Салауатремстрой» тресы идарасыһы, 1990 йылдан «Башремстрой» берекәһенең начальник урынбаҫары, 1992—2000 йылдарҙа «Прогресс» фирмаһы директоры. 1974—1989 йылдарҙа Салауат ҡала Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1990). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Ҡаланың почётлы гражданы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Ҡыҙыл Яр ауылынан.
- Хәзиев Фәнис Мирзаһит улы (1941), юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер. 1971 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1982 йылдан декан, 1994 йылдан — директор урынбаҫары, 2002—2011 йылдарҙа — директор. Техник фәндәр кандидаты (1980). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008) һәм мәғариф отличнигы (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән Туймазы ҡалаһынан.
- Шәһиев Ғәли Хызыр улы (1951), ауыл хужалығы, партия органдары һәм урта махсус белем биреү мәктәбе ветераны, ғалим-зоотехник. 1977—1982 йылдарҙа Ишембай районы колхоздарында партком секретары; 1982—1990 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы «Труд» колхозы рәйесе; 1990 йылдан Стәрлетамаҡ совхоз-техникумы директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, 1995—2005 йылдарҙа — техникум директоры. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2001), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2007). Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Кинйәбулат ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Батталов Мөхтәр Ғәйнулла улы (1922—12.05.2003), урындағы совет органдары һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәре, ҡурайсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952—1955 һәм 1963—1967 йылдарҙа Баймаҡ районы Моҡас ауыл советы рәйесе; 1956 йылдан «Сибай», 1975—1983 йылдарҙа «Ирәндек» совхозы эшсеһе. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1954). Ҡурайсыларҙың төрлө кимәлдәге ижади конкурстары еңеүсеһе.
- Дәүләтшина Зәбирә Сәғәҙәт ҡыҙы (1937), почта хеҙмәткәре. 1965—1996 йылдарҙа Баймаҡ районы Түбә почта бүлексәһе почтальоны. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе (1984). Сығышы менән ошо райондың Семеновка ауылынан.
- Ғарифулина Фәнзилә Әхкәметдин ҡыҙы (1947), педагог. 1967 йылдан Дүртөйлө районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1986—2006 йылдарҙа Дүртөйлө ҡалаһының 2-се гимназияһы (лицейы) уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996). Сығышы менән ошо райондың Таймырҙа ауылынан.
- Павлов Борис Георгиевич (1957), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 2008 йылдан Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры һәм Хәйбулла район советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2007). Сығышы менән ошо райондың Пугачёв ауылынан.
- Алексеева Галина Ильинична (1967), Ауырғазы районы Яңы Федоровка ауылы китапханасыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Шәкүрова Шәүрә Рәшит ҡыҙы (1967), ғалим-фольклорсы, сценарист, драматург, прозаик һәм тәржемәсе. 2015 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар, 2017 йылдан — Кинематографистар союздары, 2019 йылдан Рәсәй Драматургтар гильдияһы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүрҙең ҡыҙы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гордеев Александр Семёнович (1903—16.10.1975), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, танкыға ҡаршы ҡорал тоҫҡаусы ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы. Еңеү парадында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 2‑се саҡырылыш (1946—1950) Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дыуан районының Әнйәк ауылынан.
- Хәлитов Мулламөхәмәт Нурлығаян улы (1923—8.05.2004), нефтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948 йылдан «Туймазынефть» тресы операторы, 1959 йылдан «Аксаковнефть» нефть промыслаһы идаралығы мастеры, 1975—1979 йылдарҙа «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, рационализатор. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһы Калинин районының Сүрәкәй ауылынан.
тулы исемлек
- Бәхтейәров Әнүәр Сәхибгәрәй улы (1928—25.06.1995), нефтсе-инженер. 1966—1989 йылдарҙа «Краснохолскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының 8‑се саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1989), БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1971), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1987). СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1972). Октябрь Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Абдужамалов Абдужамал Абдурашидович (1933—18.11.1996), технолог-инженер. 1980—1996 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең Минераль ашламалар заводы директоры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры. СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы (1967), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәтенең иң яҡшы рационализаторы (1987). Сығышы менән хәҙерге Дағстан Республикаһының Сөләймән Стальский районының үҙәге Касумкент ауылынан.
- Никишин Николай Никитович (1938), нефтсе. 1963—1992 йылдарҙа Дүртөйлө технологик транспорт идаралығының скважиналарҙы цементлау машинисы. Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт һөҙөмтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районының Сергеевка ауылынан.
- Шәрифуллин Әнүәр Ғилметдин улы (1938), нефтсе. 1960 йылдан Бәләбәй геология-эҙләнеү контораһының быраулаусы ярҙамсыһы, 1962 йылдан Туймазы геология-эҙләнеү контораһының быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы, быраулау мастеры. Почётлы нефтсе. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Хабаровск крайының Түбәнге Амур районының Хирпуш ауылынан.
- Диңгеҙбаева Рәүилә Муса ҡыҙы (1958), агроном, педагог. 1989 йылдан Баймаҡ районындағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының директор урынбаҫары; 2008 йылдан 105-се һөнәри лицей уҡытыусыһы, 2012 йылдан — директорҙың уҡыу-производство эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2004).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сабанеев Леонид Павлович (1844—25.03.1898), Рәсәй империяһы этнографы, тәбиғәтте өйрәнеүсе. 1873—1877 йылдарҙа Мәскәүҙә баҫылған «Природа», 1878 йылдан — «Природа и охота» журналдарының мөхәррире һәм нәшерсеһе. 1868—1870 йылдарҙа Урал буйлап экспедицияла ҡатнашып, төбәктең тарихын, үҫемлек һәм хайуандар донъяһын өйрәнә, 1873 йылда «Очерки Зауралья и степное хозяйство на башкирских землях» тигән китап яҙа. Сығышы менән хәҙерге Ярославль ҡалаһынан.
- Михляев Степан Андреевич (1919—28.03.2001), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, артиллерия дивизионы командиры, майор. Мәғариф эшмәкәре. 1951—1983 йылдарҙа Дыуан районының Дыуан урта мәктәбе директоры. Советтар Союзы Геройы (1944). РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1957).
- Сөнәев Заһиҙулла Исхаҡ улы (1929—7.01.2001), ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1962 йылдан Өфө нефть институтының нефть һәм газ технологияһы кафедраһы мөдире, 1970—1976 йылдарҙа — институт ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), техник фәндәре докторы (1970), профессор (1970). РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы, СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1984). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1996). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).
- Гәрәев Дабир Батыр улы (1934—13.02.2006), ғалим-агроном. 1980—2000 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1999 йылға тиклем — бүлек мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1967). Башҡорт ССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976).
- Һөйөндөк Сәйетов (1934), ғалим-театр белгесе, тәнҡитсе, драматург. Сәнғәт фәндәре кандидаты (1981). РСФСР-ҙың (1987) һәм Башҡорт АССР-ының (1979) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Ибраһимов Роберт Ғабит улы (1949), хужалыҡ эшмәкәре. 1981 йылдан Илеш районы «Урал» колхозы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының (2010) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Илеш районының почётлы гражданы (2019). Сығышы менән ошо райондың Ҡыпсаҡ ауылынан.
- Оськина Ирина Николаевна (1954), сәнғәт белгесе, 2009 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы (1996) һәм Сәнғәт ассоциацияһы (2009) ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2005) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Хәлилов Рөстәм Радик улы (1979), спортсы. Хәҙерге бишбәйге буйынса 2000 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, Рәсәйҙең халыҡ ара класлы спорт мастеры (2000). Үҫмер спортсылар араһында команда зачётында донъя һәм Европа чемпионы, эстафетала Европа чемпионы (2000). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1745: Томас Холкрофт, Англия яҙыусыһы.
- 1798: Александр Брюллов, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1819: Эдуард Алфред Каупер, Англия инженеры, уйлап табыусы.
- 1821: Николай Некрасов, Рәсәй империяһы шағиры.
- 1856: Каролина Оливия Видерстрём, Швеция гинекологы.
- 1884: Зинаида Серебрякова, Рәсәй империяһы рәссамы, һынлы сәнғәт тарихына ингән тәүге рус ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе.
- 1891: Нелли Закс, Германия шағиры, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты.
- 1901: Карандаш (исем-шәрифе Михаил Николаевич Румянцев), СССР-ҙың цирк артисы, клоун, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- 1934: Виктор Попов, СССР һәм Рәсәйҙең хор дирижеры, бөгөнгө Бөтә Рәсәй дәүләт радиотелекомпанияһының Ҙур балалар хорын ойоштороусы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1989).
- 1957: Майкл Кларк Дункан, АҠШ актёры, «Йәшел миля» фильмындағы Джон Коффи роле менән билдәле.
- 1964: Таисия Повалий, Украина эстрада йырсыһы.
- 1198: Ибн Рушд, ғәрәп философы.
- 1889: Ғәли Соҡорой — башҡорт шағиры, мәғрифәтсе.
- 1896: Альфред Бернхард Нобель, швед химигы, инженер, уйлап табыусы, Нобель премияһын булдырыусы.
- 1906: Әхмәт Хөсәйенов — 1-се гильдия сауҙагәре (1898), меценат.
- 1906: Николай Гарин-Михайловский, рус яҙыусыһы, инженер.
- 1944: Ишҡолов Ғәтиәт Абдулла улы, совет—фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
- 2006: Аугусто Пиночет, Чили диктаторы.