10 сентябрь
Уҡыу көйләүҙәре
10 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
10 сентябрь Викимилектә |
10 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 253-сө (кәбисә йылында 254-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 112 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Фашизм ҡорбандарын иҫкә алыу көнө (сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһе).
- Торналар көнө (сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһе).
- Макияж көнө.
- Портвейн көнө.
- АҠШ: Фекерҙәр менән алмашыу көнө.
- Гайана: Америка индейҙары мираҫы көнө.
- Германия: Немец теле көнө.
- Гибралтар: Милли байрам.
- Гондурас: Бала көнө.
- Монголия: Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Мәскәү көнө.
- Украина: Кино көнө.
- Физик культура һәм спорт көнө.
- Һиндостан: Ата-бабаларҙы хөрмәтләп иҫкә алыу көнө.
Төбәк байрамдары
- Саха Республикаһы: Велосипед спорты көнө.
- Беларусь: Танкистар көнө.
- Ҡытай: Уҡытыусы көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Танкистар көнө.
- Төркмәнстан: Төҙөлөш, энергетика һәм коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1929: Гусь-Хрустальный ҡалаһында быяла заводы эшләй башлай.
- 1940: СССР-ҙа «Паспорт тураһында положение» раҫлана.
тулы исемлек
- 1947: СССР-ҙың «Донбасс күмер шахталарын тергеҙгән өсөн» миҙалы булдырыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Янғуразов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (1910—12.09.1978), ғалим-иҡтисадсы, партия органдары һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1967—1978 йылдарҙа Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтының Өфө факультеты деканы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1953). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1974). Ҡыҙыл Йондоҙ (1942) һәм «Почёт Билдәһе» (1961) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Иҫке Бүздәк ауылынан.
- Кокурин Борис Степанович (1920—3.02.1983), йырсы (драматик тенор). 1960—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1955). СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1950). Сығышы менән Саранск ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Криворотов Михаил Павлович (1920—18.12.1943), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, танк полкының өлкән механик-водителе, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1941).
- Хисмәтов Мөхәмәтйән Фазылйән улы (1930—18.03.2010), ғалим-географ. 1958 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1969—1981 йылдарҙа иҡтисади география кафедраһы мөдире, 1965—1968 һәм 1981—1983 йылдарҙа география факультеты деканы; 1985—2007 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991 йылға тиклем тиклем иҡтисади география кафедраһы мөдире. География фәндәре кандидаты (1959), профессор (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылынан.
- Егоров Игорь Владимирович (1940—11.01.2009), ғалим-инженер-технолог, йәмәғәтсе. 1987 йылдан Өфө нефть эшкәртеү заводы директоры, 1994 йылдан — генераль директоры, 1996 йылдан алып «Башнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты, 1997 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Тауар етештереүселәр федерацияһының генераль директоры. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1996). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1990). Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. «Почёт Билдәһе» (1986) һәм Дуҫлыҡ (1996) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әхмәтов Фуат Мирза улы (1945—8.07.2006), театр актёры, 1971—2006 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Яңы Аҡҡолай ауылынан.
- Ғәзизов Әхәт Мәжит улы (1945), инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре. 1986 йылдан Туймазы техник углерод заводы директоры, 1994 йылдан «Туймазытехуглерод» берекмәһенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, Рәсәй Федерацияһының почётлы химигы. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2015). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Самсыҡ ауылынан.
- Стрекалова Лариса Федоровна (1960), ғалим-табип-терапевт, Өфө ҡалаһындағы 5-се клиник дауахананың баш табип урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәкимов Виктор Сәлим улы (1946), хеҙмәт ветераны, ғалим-физик, йәмәғәтсе. Техник фәндәр кандидаты (1984), өлкән ғилми хеҙмәткәр (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2006), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985).
- Әминев Салауат Хөрмәт улы (1946), комсомол, партия органдары һәм дәүләт хеҙмәте ветераны, ғалим-иҡтисадсы. 1987—1994 йылдарҙа Башҡортостандың мәҙәниәт министры, 1994—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе, 2001—2004 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының налогтар һәм һалымдар министры урынбаҫары. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2005). Рәсәйҙең почётлы химигы (2014), Федераль һалым хеҙмәтенең почётлы хеҙмәткәре (2006), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2016).
тулы исемлек
- Бакланов Андрей Николаевич (1966), ғалим-нейрохирург. 2002 йылдан Салауат ҡалаһы 2-се дауаханаһының нейрохирургия бүлеге мөдире. Медицина фәндәре кандидаты (2004). «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы хирургы» конкурсы еңеүсеһе (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мырҙаҡаева Динә Ғәйнелбаян ҡыҙы (1951), хеҙмәт ветераны, полиграфист, тәржемәсе, йәмәғәтсе. 1973 йылдан Башҡортостандың хәҙерге Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте мөхәррире, 1993 йылдан — сектор мөдире. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. 2013—2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы татар ҡатын-ҡыҙҙарының «Сәхибҗамал» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Вәзих Исхаҡов исемендәге әҙәби премия лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Иҫке Үҙмәш ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Черняев Давыд Александрович (1907—4.02.1973), нефтсе. 1946 йылдан Туймазы—Өфө нефть үткәргесе төҙөлөшө директоры, 1947 йылдан Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәр идаралығы (Өфө) идарасыһы, 1948—1950 һәм 1952—1970 йылдарҙа — начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1967). Ленин (1966), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948, 1953, 1959) һәм «Почёт Билдәһе» (1942) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Атырау (1991 йылға тиклем Гурьев) ҡалаһынан.
- Ғәлимов Зиннәт Абдулхаҡ улы (1922—13.08.1983), журналист, прозаик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958—1982 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Стәрлебаш район гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, бүлек мөдире һәм мөхәррир урынбаҫары. 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
тулы исемлек
- Володина Октябрина Фёдоровна (1927), педагог. 1949—1984 йылдарҙа Борай районы Борай ауылының 1-се һәм 2-се урта мәктәптәренең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967) һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964). Сығышы менән хәҙерге Брянск өлкәһенең Белые Берега тимер юл станцияһы ҡасабаһынан.
- Хафизов Исмәғил Ҡыяметдин улы (1927—27.07.1995), механизатор. 1947 йылдан Әбйәлил районы колхоздары тракторсыһы, 1958—1987 йылдарҙа Шайморатов исемендәге колхоз комбайнсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1973) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Аһылай ауылынан.
- Маркова Вера Ивановна (1932), производство хеҙмәткәре. 1962—1983 йылдарҙа «Салауатбыяла» берекмәһенең йылы һәм тауыш үткәрмәгән материалдар етештереү мастеры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Килмөхәмәтова Миңнур Фәзлетдин ҡыҙы (1947), балет артисы. Хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының элекке солисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Ҡалдар ауылынан.
- Ғилманова Мәликә Нәжип ҡыҙы (1952), педагог. 2000—2021 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы Башҡортостан мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Сенченко Татьяна Васильевна (1952), тренер-уҡытыусы. 1975 йылдан Белорет ҡалаһы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәренең еңел атлетика буйынса тренеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2001), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000), мәғариф отличнигы (1996) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Борисов ауылынан.
- Родионова Людмила Николаевна (1957), ғалим-иҡтисадсы. 1993 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты, 2007 йылдан — Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, финанстар, аҡса әйләнеше һәм иҡтисади хәүефһеҙлек кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1998), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2015). Сығышы менән Украинаның Полтава ҡалаһынан.
- Сунгуров Владимир Владимирович (1957), осоусы. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының элекке штурман-һынаусыһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған штурман-һынаусыһы.
- Ғасҡарова Ризида Тимерхан ҡыҙы (1962), элемтә тармағы хеҙмәткәре. 1984—2017 йылдарҙа Дүртөйлө районы Шишмә ауылындағы почта бүлексәһе начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (2015) һәм почта элемтәһе мастеры (2015). Сығышы менән ошо ауылдан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлитов Шәйхислам Иҙрис улы (1923—23.01.1987), механизатор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948—1984 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозы механизаторы. Октябрь Революцияһы (1971), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1957) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Ысмаҡ ауылынан.
- Әбдрәшитов Шамил Рәхим улы (1933), инженер-энергетик-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. 1971—1988 йылдарҙа «Башкирэнерго» берекмәһенең генераль директоры. СССР-ҙың XI һәм XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1979—1988). Техник фәндәр кандидаты (1976), доцент. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1983), СССР-ҙың почётлы энергетигы (1983). Октябрь Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» ордены (1985) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2019).
тулы исемлек
- Аҡсурина Мәғәтифә Исмәғил ҡыҙы (1938), малсы. 1968—1993 йылдарҙа Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозы һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1984), коммунистик хеҙмәт ударнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1981) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың 1970-сы йылдарҙа бөткән Суҡраҡ ауылынан.
- Зәйнуллин Тәлғәт Мәхмүт улы (1948), эшсе. 1969—2012 йылдарҙа Салауат ТЭЦ-ы машинисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районының Языков ауылынан.
- Ишмөхәмәтов Ғәфүр Шәкүр улы (1948), табип-хирург-ғалим, йәмәғәтсе. 1999—2012 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы 22-се дауахананың баш табибы. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылынан.
- Легостаев Виктор Григорьевич (1948), журналист. Бөрө районы «Победа» гәзитенең элекке мөхәррире. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Мишкә ауылынан.
- Шәйхуллина Лира Әхмәтйән ҡыҙы (1948), малсы, йәмәғәтсе. 1973—2000 йылдарҙа Өфө районы СССР-ҙың 60 йыллығы исемендәге совхоз операторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1989), 2-се (1986) һәм 3-сө (1981) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры. КПСС-тың 35-се Башҡортостан өлкә конференцияһы (Өфө, 1979) һәм КПСС-тың 26-сы съезы делегаты (Мәскәү, 1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылынан.
- Гөлфиә Юнысова (1948), Башҡортостандың халыҡ шағиры (2015).Журналист, шағир һәм йәмәғәтсе. 1978—1999 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, 1990—1995 йылдарҙа РСФСРҙың 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984).
- Баһауетдинова Миңлехана Ишмөхәмәт ҡыҙы (1953), филолог-ғалим, уҡытыусы. 1976 йылдан Стәрлебаш районы Иҫке Ҡалҡаш, 1980 йылдан — Стәрлебаштағы 1-се урта мәктәп уҡытыусыһы, директор урынбаҫары, 1993 йылдан — директоры; 2008 йылдан Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының бүлек мөдире, 2011 йылдан — Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Филология фәндәре кандидаты (1997). Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2008) һәм атҡаҙанған (1992) уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2005), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2007).
- Йомағужина Рәмилә Наил ҡыҙы (1953), юрист-ғалим, дәүләт органдары хеҙмәткәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2003—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү (ЗАГС) идаралығы етәксеһе, 2012—2016 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы уҡытыусыһы һәм факультет деканы урынбаҫары. Юридик фәндәр кандидаты (2006).
- Ҡылысов Урал Ишбирҙе улы (1963—8.05.2013), географ-ғалим. 1988—1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты, 2000—2013 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. География фәндәре кандидаты (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан.
- Әсәҙуллин Фәнил Шәйхислам улы (1968), балетмейстер. 1996 йылдан Сибай филармонияһының балет артисы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан Сибай халыҡ бейеүҙәре ансамбленең ҡуйыусы балетмейстеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Хәлил ауылынан.
- Ҡаһарманова Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы (1973), журналист, прозаик. «Киске Өфө» гәзитенең элекке хеҙмәткәре, «Һәнәк» журналының элекке баш мөхәррире, 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2018).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иманғолов Динислам Ислам улы (1924—22.09.2014), хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1951—1994 йылдарҙа Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинаты слесары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының IX саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974). Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1969).
- Кәримов Риф Низай улы (1939—2006), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1960–2003 йылдарҙа Кушнаренко районының Куйбышев исемендәге колхоз механизаторы. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Зөлҡәрнәев Батыргәрәй Сәлим улы (1949), хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. 1981—1983 йылдарҙа атом һыу аҫты кәмәһе командиры. 1985—1997 йылдарҙа Хәрби‑диңгеҙ академияһы уҡытыусыһы. 1998—2003 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Именлек Советы аппаратында хәрби инспектор. Контр-адмирал (1999). Хәрби фәндәр докторы (1996), профессор (1997). Ҡыҙыл Йондоҙ (1982) һәм Батырлыҡ (2001) ордендары кавалеры.
- Килмәмәтов Рәмил Исмәғил улы (1949—12.04.2019), фоторәссам, йәмәғәтсе. 1983 йылдан СССР Фоторәссамдар союзы ағзаһы. 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһының Фоторәссамдар союзы рәйесе, Рәсәй Фоторәссамдар союзы сәркәтибе, 2004 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Фоторәссамдар союзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2014). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1872: Владимир Арсеньев, Алыҫ Көнсығышты тикшереүсе сәйәхәтсе, СССР яҙыусыһы («Дерсу Узала»).
- 1894: Александр Довженко, СССР кинорежиссёры, яҙыусы, кинодраматург.
тулы исемлек
- 1899: Вольф Мессинг, эстрада артисы, иллюзионист, психиатр һәм гипнотизёр, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1971).
- 1925: Борис Чайковский, СССР һәм Рәсәй композиторы, пианист, педагог, профессор. СССР-ҙың халыҡ артисы (1985) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1969).
- 1931: Люсье́на Овчинникова, СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1973). («Девчата», «Сильные духом», «Мама вышла замуж», «Большая перемена», «Девять дней одного года», «И снова Анискин» фильмдәре).
- 1955: Лариса Долина, СССР һәм Рәсәйҙең эстрада йырсыһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1998).
- 1994: Евгений Долматовский, СССР һәм Рәсәйҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағиры, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты. «Любимый город», «Ночь коротка», «Комсомольцы-добровольцы» һәм башҡа бик күп популяр йырҙар авторы.