28 апрель
Уҡыу көйләүҙәре
28 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
28 апрель Викимилектә |
28 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 118-се (кәбисә йылында 119-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 247 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- : Хеҙмәтте һаҡлау көнө.
- Ер: Йыһан турисы көнө.
- Насар күргән кешеләрҙе йөрөтөүсе эттәр көнө.
- Шау-шыуҙан һаҡланыу көнө.
- Канцелярия тауарҙары көнө.
- АҠШ: Балаларҙы һаҡсыллыҡҡа өйрәтеү көнө.
- Бөйөк шағирҙарҙы уҡыу көнө.
- Ангола: Еңеү көнө.
- Афғанстан: Ислам революцияһы көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Химик именлек көнө.
- Ер: Мәғлүмәт-коммуникация технологияларында эшләүсе ҡыҙҙар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Эске эштәр министрлығының шифрлау хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Эске эштәр министрлығының контроль-ревизия хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Һиндостан: Юристар көнө.
тулы исемлек
- 1920: Әзербайжан ССР-ы ойошторола.
- 1945: Бөйөк Ватан һуғышы барышында Совет Армияһы частәре рейхстагты штурмлай башлай.
- 1949: Башҡортостанда һуҡырҙар өсөн республика китапханаһы асыла.
- 1968: СССР-ҙа «Бриллиантовая рука» кинокомедияһының премьераһы була.
- 1973: Омск дәүләт университеты эшләй башлай.
- 1990: СССР-ҙа һуңғы тапҡыр «Советтар Союзы Маршалы» хәрби дәрәжәһе бирелә: уға Дмитрий Тимофеевич Язов лайыҡ була.
- 2016: Рәсәйҙең «Восточный» космодромынан тәүге ракета осорола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хөснөтдинов Әхнәф Ғәлимйән улы (1925—12.07.2005), педагог, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия мотоуҡсылар батальонының артиллерия расчёты ҡороусыһы, гвардия рядовойы. Дан орденының тулы кавалеры, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Учалы ауылынан.
- Фәрхетдинов Миңлеғаян Фәррәх улы (1935), хеҙмәт алдынғыһы. 1961—1995 йылдарҙа Кушнаренко районы «Большевик» колхозы механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
тулы исемлек
- Иванов Владимир Александрович (1950), ғалим-археолог. 2002 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2009 йылға тиклем Ватан тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1990), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010).
- Назаров Андрей Геннадьевич (1970), ғалим-сәйәсмән, дәүләт, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары. 2007—2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының бишенсе саҡырылыш Федераль йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты. Сәйәси фәндәр кандидаты (2006). Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2015).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Марушкин Борис Константинович (1921—15.08.1994), ғалим-химик-технолог. 1948—1994 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1954—1963 йылдарҙа химия технологияһы процестары һәм аппараттары кафедраһы мөдире, 1980—1984 йылдарҙа технология факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1977), профессор (1979). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1971).
- Насиров Рәүеф Абдуллай улы (1936—1999), балет солисы. 1970-се йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының әйҙәүсе балетмейстеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Ташкент ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Масалёв Владимир Иванович (1951), комсомол, партия, дәүләт һәм хужалыҡ органдары ветераны. 1987 йылдан Башҡорт АССР-ының Профессиональ-техник белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары, 1988 йылдан БАССР-ҙың халыҡ мәғарифы министры урынбаҫары; 1989 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы; 1990 йылдан Башҡорт АССР-ының Төҙөлөш эштәре буйынса дәүләт комитетының бүлек начальнигы, 1992—1995 йылдарҙа —рәйес урынбаҫары. Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Ғәлиуллин Марат Мөҙәрис улы (1956), комсомол органдары, сәнәғәт өлкәһе һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 2014—2022 йылдарҙа Өфө ҡалаһы ҡала округының Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы. 2-се класлы ғәмәлдәге муниципаль советник. Башҡортостан Республиканың Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2009).
- Никанорова Татьяна Леонидовна (1966), опера йырсыһы (меццо-сопрано). 1997 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, бер үк ваҡытта 2007 йылдан Екатеринбург опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008). Халыҡ-ара опера йырсылары конкурсы (Алькамо ҡалаһы, Италия; 2002) лауреаты, П. И. Чайковский исемендәге халыҡ-ара конкурс (Мәскәү, 1998) призёры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зәки Шәмсетдин (төп исеме Шәмсетдин Йәрмөхәмәт улы Ғөбәйҙуллин; 1822—09.1865), башҡорт суфый шағиры, уҡытыусы-мәғрифәтсе, дин белгесе. Тыумыштан (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бала сағынан) һуҡыр була.
- Беликов Олег Алексеевич (1947), спорт ветераны, боксёр, тренер. Олимпия резервының Өфөләге 4-се спорт мәктәбенең бокс буйынса юғары категориялы тренер-уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре һәм Иң яҡшы тренеры, бокс буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, республика категорияһындағы судья.
тулы исемлек
- Аристархова Маргарита Константиновна (1952), ғалим-иҡтисадсы. 1975 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы; 1993 йылдан университет ҡарамағындағы Төбәк тармаҡ-ара белгестәр квалификацияһын күтәреү үҙәге директоры, 2001 йылдан — һалымдар һәм һалым һалыу кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1999), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2002), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2012). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Спиридонов Михаил Григорьевич (1952), рәссам. 1996 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2020).
- Макурин Алексей Васильевич (1972), спортсы. 1993—1999 йылдарҙа еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994). «Бер туған Знаменскийҙар мемориалы» халыҡ‑ара ярыштар (Мәскәү, 1993) һәм Йәштәр олимпия уйындары (1991) еңеүсеһе; бейеклеккә һикереү буйынса үҫмер спортсылар араһында СССР (1990—1991) һәм БДБ (1992) чемпионы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әлүков Ғиниәтулла Рәхмәтулла улы (1903—??), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ветеринария фельдшеры. Хәрби ветеринария хеҙмәтенең запастағы өлкән лейтенанты.
- Комогаева Зоя Петровна (1928—10.12.2012), терапевт. 1955 йылдан «Салауатнефтемаш» берекмәһе медсанчасы табибы, 1960 йылдан — терапея бүлеге мөдире, 1967—1986 йылдарҙа баш табиптың дауалау буйынса урынбаҫары. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1969), Башҡорт АССР-ының һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы Победа утарынан.
тулы исемлек
- Шөгөрев Әмир Манаф улы (1933), педагог. 1951 йылдан Әбйәлил районы мәктәптәре уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1957—1993 йыдарҙа (өҙөклөк менән) Халил мәктәбе уҡытыусыһы, 1964—1969 йылдарҙа һәм 1975 йылдан — директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1985). Сығышы менән ошо райондың Ишбулды ауылынан.
- Сангалов Юрий Александрович (1938), ғалим-химик. 2005—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының нефть химияһын эшкәртеү институтының ғилми консультанты. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), Нью-Йорк Фәндәр Академияһының ғәмәли ағзаһы (1994), химия фәндәре докторы (1981), профессор (1986). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976).
- Ғәбитова Ильмира Ғәзиз ҡыҙы (1943), мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1991 йылдан Ишембай районы Байғужа мәҙәниәт йорто директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән ошо райондың Маҡар ауылынан.
- Варламов Виктор Иванович (1948), спортсы, Конькиҙа шыуыу спорты буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1975). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993). Өфө авиация институтын тамамлаусы (1976). Европа (1975), СССР (1974—1976), СССР халыҡтары спартакиадаһы (1974), СССР (1975) һәм РСФСР (1973) профсоюздары спартакиадаһы чемпионы. 1976 йылғы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1976). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1973—1978). Сығышы менән Ҡаҙағстандың Петропавловск ҡалаһынан.
- Иҙиәтуллина Зиғән Мәғәллим ҡыҙы (1943), муниципаль орган хеҙмәткәре. Бәләбәй ҡала советы башҡарма комитеты рәйесенең элекке урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994), ҡаланың почётлы гражданы (2016).
- Пинчук Сергей Иванович (1948), ғалим-математик. 1974 йылдан Силәбе политехник институты, 1982—1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, юғары алгебра һәм геометрия кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1980), профессор (1982). Сығышы менән Свердловск ҡалаһынан.
- Кухтина Людмила Григорьевна (1953), комсомол, урындағы башҡарма һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. ВЛКСМ-дың Иглин район комитеты мәктәп һәм уҡыусы йәштәр бүлегенең элекке мөдире, район советы башҡарма комитеты рәйесенең социаль мәсьәләләр буйынса элекке урынбаҫары, Пенсия фондының Иглин районындағы идаралығының элекке начальнигы; 1991 йылдан райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, ветерандарҙың район советы президиумы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған социаль яҡлау хеҙмәткәре (2008). Иглин районының почётлы гражданы (2019). Сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан.
- Гөлсәсәк Шәрипова (1958), актриса, йырсы. 1989 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
- Өмөтбаева Рида Мөбәрәк ҡыҙы (1963), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. 2007 йылдан Йылайыр үҙәк район дауаханаһың баш табибы, 2014 йылдан — Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының баш табип урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Борай районы Вострецов ауылынан.
- Агуреев Сергей Алексеевич (1968), иҡтисадсы, спортсы, сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре. 2007 йылдан «Салауатбыяла» берекмәһенең башҡарыусы, 2010 йылдан — генераль директоры. Биатлон буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1987). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы Иҫке Казанковка ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йәләлетдинов Рәйес Минһаж улы (1934—03.2014), инженер, йәмәғәтсе. 1972—1984 йылдарҙа Баймаҡ районының «Йылайыр» совхозы директоры. Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш (1980—1985) Юғары Советы депутаты, Юғары Совет Рәйесе урынбаҫары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы.
- Юлышев Ирек Ғәле улы (1934—2.11.2021), агроном-ғалим. 1962 йылдан Киров ҡалаһындағы Вятка ауыл хужалығы академияһы хеҙмәткәре, 1964 йылдан лаборатория мөдире, 1966—1976 йылдарҙа һәм 1990 йылдан — уҡытыусы, 1993—2008 йылдарҙа кафедра мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009).
тулы исемлек
- Ғөзәйерова Ғәҙәнбаныу Ғәббәс ҡыҙы (1939), китапханасы. 1972—1997 йылдарҙа Федоровка районы Ҡораласыҡ ауыл китапханаһы мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Рамазанов Марат Дауыт улы (1939), математик-ғалим. 1971—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1990 йылға тиклем дифференциаль тигеҙләмәләр кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1988—2013 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы; 1988 йылдан Математика институтында бүлек мөдире, 2007 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Физика‑математика фәндәре докторы (1977), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Зайцева Гөлсирә Үлмәҫбай ҡыҙы (1949), табип, йәмәғәтсе. Ишембай район үҙәк дауаханаһының элекке табибы һәм баш табип урынбаҫары. Ишембай ҡала советының элекке депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән ошо райондың Кинйәбулат ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1545: Ли Сунсин, Корея диңгеҙ флоты эшмәкәре, донъялағы тәүге броненосецтарҙы төҙөүсе.
- 1665: Пьер Якопо Мартелло, Италия шағиры, драматург.
тулы исемлек
- 1795: Чарльз Стёрт, Британия сәйәхәтсеһе, Австралияны тикшереп өйрәнеүсе.
- 1858: Каменский Павел Павлович, Рәсәй империяһы скульпторы.
- 1883: Каппель Владимир Оскарович, Рәсәй империяһы хәрби эшмәкәре, генерал-лейтенант.
- 1900: Морис Торез, Франция һәм халыҡ-ара коммунистик хәрәкәт эшмәкәре.
- 1937: Сәддам Хөсәйен, Ираҡтың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре.
- 1940: Валерий Маслов, спортсы-универсал (туплы хоккей һәм футбол уйынсыһы), СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры.
- 1955: Эдди Джобсон, Британияның рок-музыканты, бер нисә төркөм ойоштороусы.
- 1970: Никлас Лидстрём, Швеция хоккейсыһы.
- 1970: Диего Симеоне, Аргентина футболсыһы, тренер.
- 1920: Тимирязев Климент Аркадьевич, рус тәбиғәт фәндәре белгесе, физиолог, физик.