5 апрель
Уҡыу көйләүҙәре
(5 апреля битенән йүнәлтелде)
5 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
5 апрель Викимилектә |
5 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 95-се (кәбисә йылында 96-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 270 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- : Әхлаҡлылыҡ көнө.
- Аш (һурпа) көнө.
- Ҡар һыуҙары көнө.
- АҠШ: Флешка көнө.
- Бәпембә көнө.
- Корея Республикаһы: Ағас ултыртыу көнө.
- Ҡытай: «Асыҡлыҡ һәм билдәлелек» байрамы.
- Рәсәй Федерацияһы: Рус милләте көнө.
- Фәләстин Дәүләте: Балалар көнө.
- Һиндостан: Диңгеҙ көнө.
Төбәк
- Ҡалмыҡ Республикаһы: Дала Уложениеһы (Конституция) көнө.
- АҠШ: Китапханасылар көнө.
- Ҡаҙағстан: Миграция полицияһы көнө.
- 1722: Тымыҡ океандағы Пасха утрауы асыла.
- 1896: Афинала хәҙерге Олимпия уйындарының беренсеһе асыла, ул 6—15 апрелдә уҙа.
тулы исемлек
- 1913: Атом төҙөлөшөнөң квант теорияһы иғлан ителә.
- 1941: Башҡорт АССР-ының Благовещен эшселәр ҡасабаһы республика әһәмиәтендәге ҡала статусын ала.
- 1946: Башҡорт АССР-ының Октябрьский эшселәр ҡасабаһы республика әһәмиәтендәге ҡала статусын ала.
- 1977: Тольятти автозаводы тәүге ВАЗ-2121 «Нива» автомобилен эшләп сығара.
- 1991: Рәсәйҙең «Русские Витязи» юғары пилотаж авиация төркөмө ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фишер Римма Лазаревна (1900—4.04.1968), педагог, йырсы. 1941 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының вокал буйынса педагогы, бер үк ваҡытта 1946—1961 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Сығышы менән Полтава ҡалаһынан.
- Ильин Сергей Спиридонович (1925—5.02.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар взводы командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
тулы исемлек
- Ҡушаева Таңһылыу (Динә) Хафиз ҡыҙы (1925—17.08.1996), СССР-ҙың балет артисы, педагог, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1956). Дәүләт эшмәкәре Хафиз Ҡушаев менән ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте эшмәкәре Рабиға Ҡушаева ғаиләһендә Ленинградта тыуған.
- Әхмәҙиев Әнүәр Әхәт улы (1950—6.08.2006), ғалим-социолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт университетының социаль хеҙмәт кафедраһы мөдире, 2002—2006 йылдарҙа Мәскәү асыҡ педагогия университетының Өфө филиалы Социаль технологиялар институтының социаль хеҙмәт кафедраһы мөдире һәм институт директоры. Социология фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Йомағужа ауылынан.
- Искәндәр Ғафаров (1990), музыкант, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2010). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәмсетдинов Әсғәт Әхмәт улы (1921—27.12.1997), юрист, партия һәм дәүләт органдары эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1960 йылдан (өҙөклөк менән) КПСС-тың Ғафури район комитетының беренсе секретары, 1975—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Баш дәүләт арбитры. Башҡорт АССР-ының 5—7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы (1982). Октябрь Революцияһы (1973), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Яҡтыкүл ауылынан.
- Кәримова Ләлә Фазыл ҡыҙы (1926—21.05.2011), ғалим-табип-ортопед. Медицина фәндәре докторы (1983). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1978) һәм уйлап табыусыһы (1975). 1953 йылдан хәҙерге Санкт-Петербург ҡалаһындағы Г. И. Турнер исемендәге Балалар ортопедияһы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1963 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Түбәнге Ҡарғауыл ауылынан.
тулы исемлек
- Лобастов Сергей Андрианович (1926—1999), хәрби хеҙмәткәр, спортсы-еңел атлеты, тренер. Совет Армияһы подполковнигы. 1952 йылда 50 километрға спорт йөрөшө буйынса Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1957). СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры.
- Ғафарова Зинфира Хөсәйен ҡыҙы (1936), хеҙмәт ветераны, китапханасы, библиограф. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Ленин ордены кавалеры (1976).
- Дәүләтшина Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙы (1946—23.01.2006), рәссам. 1989 йылдан Рус рәссамдары ассоциацияһы ( Париж) һәм 1995 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Станокта башҡарылған рәсем һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәләрендә эшләүсе. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Башкатов Сергей Александрович (1961), ғалим-биохимик. 2013 йылдан Башҡорт дәүләт университетының биология факультеты деканы, бер үк ваҡытта 2020 йылдан биохимия һәм биотехнология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1997), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2008), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011).
- Сәмиғуллин Илгиз Мәғҙән улы (1961), инженер-механик, муниципаль хеҙмәт ветераны. 2009—2020 йылдарҙа Шаран район хакимиәте башлығы. Райондың почётлы гражданы (2020). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Урал ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Салтыкова Федосия Петровна (1927—1.03.2007), хеҙмәт алдынғыһы. 1944 йылдан Күгәрсен районы М. Горький исемендәге колхоз малсыһы, 1956—1981 йылдарҙа — сусҡа ҡараусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Клементьев Николай Александрович (1937), механизатор. 1968—1997 йылдарҙа Баймаҡ районы «Сибай» совхозы тракторсыһы һәм комбайнсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1975), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Яманһаҙ ауылынан.
тулы исемлек
- Костина Нина Дмитриевна (1937—5.12.2004), ғалим-инженер, рационализатор. 1956—2001 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе технологы. Техник фәндәр кандидаты (1975). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы (1989) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Воскресенск ауылынан.
- Әхмәҙиев Ират Әхәтйән улы (1937—2016), именлек органдары ветераны, подполковник, хәрби юрист, муниципаль хеҙмәткәр. 1974—1981 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Дәүләт именлеге комитетының Учалы ҡала бүлексәһе, 1994—2002 йылдарҙа Учалы район хакимиәтенең юридик бүлеге начальнигы. I, II һәм III өсөнсө дәрәжә «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән ошо райондың Мәҫкәү ауылынан.
- Абдрахманов Рәфил Фазыл улы (1942), ғалим-гидрогеолог. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Геология институтының гидрогеология һәм геоэкология лабораторияһы мөдире, 2007—2012 йылдарҙа — институт директорының фән буйынса урынбаҫары. Халыҡ-ара аграр белем академияһы (2000) һәм Халыҡ-ара экология, кеше именлеге һәм тәбиғәт фәндәре академияһы (2002) академигы, геология-минералогия фәндәре докторы (1993), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының (2000) һәм Рәсәй Федерацияһының (2001) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).
- Кузнецов Леонид Иванович (1947), именлек органдары һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 1998 йылдан Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Красноярск крайы буйынса идаралығы начальнигы, генерал-лейтенант (1999); 2001—2006 йылдарҙа Рәсәй Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары. Контрразведканың почётлы хеҙмәткәре. Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай ауылынан.
- Ҡаҙаҡбаева Рима Хәсән ҡыҙы (1952—11.02.2011), педагог. 1974 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы һәм район мәғариф бүлеге методисы, мәғлүмәт-педагогика кабинеты мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006), Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1992). Сығышы менән ошо райондың Суҡраҡ ауылынан.
- Йәрмөхәмәтов Рәүил Фәйзулла улы (1957—23.12.2003), педагог. 1978 йылдан Баймаҡ районы Татлыбай урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1987—2003 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998). Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.
- Сөләймәнов Марат Ноғман улы (1957—6.01.1996), ғалим-философ, социолог. 1984 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1992—1996 йылдарҙа — иҡтисад факультеты деканы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1994), философия фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995).
- Әхмәтшин Альберт Әмир улы (1957), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 2010—2020 йылдарҙа «Газпром межрегионгаз Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының икенсе (1999—2003) һәм өсөнсө (2003—2008) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре, Кушнаренко районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Кушнаренко ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Байтимеров Рамазан Муллағәли улы (1923—2.02.1989), шағир, журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Татарстан Республикаһы гимны һүҙҙәренең авторы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Исмәғил ауылынан.
- Вилданов Тимербулат Миңлехан улы (1928—28.01.2005), нефтсе. 1946—1950 һәм 1955—1994 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһе Өфө быраулау эштәре идаралығының быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы, 1967 йылдан быраулау мастеры, 1983—1987 йылдарҙа инженер-технолог. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976). РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1988). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1978) һәм СССР-ҙың почётлы (1972) нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының Ҡаран-Бишенде ауылынан.
тулы исемлек
- Калиничева Нина Михайловна (1928—19.03.2015), эшсе. 1959—1979 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының кер йыуыусыһы, кочегар ярҙамсыһы, аппаратсыһы, пар һәм һыу менән тәьмин итеү цехы кочегары. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1975). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Калиновка ауылынан.
- Ғәлимова Сажиҙә Ҡасим ҡыҙы (1933—12.05.2009), опера йырсы. 1963—1988 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1969) атҡаҙанған артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).
- Әхмәтов Факил Абдулхалиҡ улы (1938—1.10.2008), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1957—1995 йылдарҙа Хәйбулла районы «Маҡан» совхозы механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1979), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1980). Сығышы менән ошо райондың Мәмбәт ауылынан.
- Фәтҡуллина Фәрзәнә Дәминдәр ҡыҙы (1948), педагог, йырсы. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты музыка кафедраһының вокал уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Нәҙербаев Әғләм Абдулхәй улы (1953), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1970—2011 йылдарҙа Баймаҡ районы «Таналыҡ» хужалығы механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2000). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006). Сығышы менән ошо райондың Бәхтегәрәй ауылынан.
- Рафиҡова Нурия Тимерғәле ҡыҙы (1953), ғалим-иҡтисадсы. 1975 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995 йылдан иҡтисади кибернетика кафедраһы мөдире, 1998 йылдан – өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2000 йылдан ауыл хужалығы иҡтисады, 2002 йылдан — иҡтисадта статистика һәм мәғлүмәт системалары кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (2000), профессор (2001).
- Сударчиков Николай Алексеевич (1953), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1973 йылдан Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы механизаторы, баҫыусылыҡ бригадаһы бригадиры, 2009 йылдан — «Восход» йәмғиәте механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2013). Сығышы менән ошо райондың Яковлевка ауылынан.
- Николаева Светлана Васильевна (1958), ғалим-химик, йәмәғәтсе. 1997 йылдан Өфө иҡтисад һәм сервис университеты уҡытыусыһы, 2002 йылдан — проректор. Өфө ҡала советының элекке депутаты. Химия фәндәре кандидаты, доцент. Сығышы менән хәҙерге Смоленск өлкәһенең Вязьма ҡалаһынан.
- Аҙнабаева Лилиә Фәрит ҡыҙы (1963), ғалим-иммунолог. 1986 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы, бер үк ваҡытта 1996 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы академигы (2008), медицина фәндәре докторы (2003), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2013).
- Ғәйнуллин Юнир Шәкүр улы (1963), театр артисы. 1991 йылдан хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2022). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районының Үзбәк ауылынан.
- Ҡылысов Мирсәйет Вәкил улы (1963), шағир, йыр текстары авторы. «Киске Өфө» гәзитенең Сәғит Агиш исемендәге, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының «Әсә йөрәге» ижади бәйгеһе лауреаты. Бәләбәй ҡалаһында үткән «Илһам шишмәләре—2017» шиғри фестиваленең «Йыл асышы» номинацияһы дипломанты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Аралбай ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Домашников Борис Фёдорович (1924—20.06.2003), рәссам. 1954 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы (1996). Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Мәскәү, 1957), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1977) лауреаты. СССР-ҙың (1982) һәм РСФСР-ҙың (1975) халыҡ рәссамы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1965). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1967). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1994).
- Топычканов Яков Яковлевич (1929—2008), механизатор. 1953 йылдан Балаҡатай МТС-ы һәм «Сельхозтехника» берекмәһе, 1980 йылдан «Сельхозхимия» район берекмәһе, 1981—1989 йылдарҙа район электр селтәрҙәре тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1968). Сығышы менән ошо райондың Яңы Балаҡатай ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1820: Феликс Надар, Франция фотографы, фотожурналистикаға нигеҙ һалыусы, донъяла беренсе булып аэрофотосъёмка яһаусы.
- 1840: Газарос Агаян, Әрмәнстан яҙыусыһы, педагог.
тулы исемлек
- 1845: Пётр Дурново, Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, 1905—1906 йылдарҙа эске эштәр министры.
- 1875: Мистангет, Франция йырсыһы, актриса һәм клоун-конферансье.
- 1900: Спенсер Трейси, АҠШ актёры, иң яҡшы роль өсөн рәттән ике тапҡыр «Оскар» кинопремияһы алыусы.
- 1900: Софья Магарилл, СССР-ҙың театр һәм кино актрисаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.
- 1920: Артур Хейли, АҠШ яҙыусыһы.
- 1920: Лидия Жуковская, СССР-ҙың ғалим-филологы, боронғо рус телен өйрәнеүсе.
- 1920: Лев Любецкий (1920), СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы.
- 1950: Агнета Фельтског, йырсы, Швецияның «ABBA» төркөмө вокалисткаһы.
- 1955: Александр Ситковецкий, СССР һәм Рәсәй музыканты, «Автограф» төркөмөн ойоштороусы.
- 1955: Елена Елесина, СССР һәм Рәсәй спортсыһы, бейеклеккә һикереү буйынса 2000 йылғы Олимпия уйындары чемпионы.
- 1962: Кирсан Илюмжинов, Ҡалмыҡ Республикаһының беренсе президенты (1993—2005) һәм беренсе башлығы (2005—2010), Халыҡ-ара шахмат федерацияһы президенты (1995 йылдан).
- 1975: Ғәбдрәшитов Фазулла Ғабдулла улы (1903—1975), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).