10 июнь
Уҡыу көйләүҙәре
(10 июня битенән йүнәлтелде)
10 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома, Шәмбе һәм Дүшәмбе |
---|---|
10 июнь Викимилектә |
10 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 161-се (кәбисә йылында 162-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 204 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
- Ер: Геральдика көнө.
- Һөнәрселек көнө.
- Модерн көнө.
- Туңдырма көнө.
- Шариклы ручканың тыуған көнө.
- Молдова: Сик һаҡсылары көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының Матбуғат хеҙмәте һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш подразделениелары көнө.
- 1610 йыл: Голландиянан тәүге күскенселәр Төньяҡ Америкалағы Манхэттен утрауына барып етә.
- 1793: Францияла донъялағы тәүге зоопарк асыла.
- 1865: Мюнхендың Милли театрында Рихард Вагнерҙың «Тристан һәм Изольда» музыкаль драмаһының премьераһы була.
- 1909: Донъяла тәүге тапҡыр бәлә-ҡаза сигналы «SOS» ҡулланыла.
- 1921: Яҙыусы Лев Толстойҙың «Ясная Поляна» дәүләт музей-усадьбаһы эшләй башлай.
- 1931: Мәскәү менән Ленинград араһында «Красная стрела» поезы йөрөй башлай.
- 1934: Ишембай эшселәр ҡасабаһына нигеҙ һалына, 1940 йылда ул ҡала статусын ала.
- 1935: АҠШ-тың Балтимор ҡалаһында бөгөн күп илдәрҙә таралыу алған «Аноним алкоголиктар» берләшмәһе теркәлә.
- 1945: Совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмө ҡуйылған бурыстарын тормошҡа ашыра башлай.
- 2010: III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Горошек Павел Антонович (1925—19.10.1994), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, мотоуҡсылар батальоны санитары, рядовой. 1950‑се йылдар аҙағынан — 1980‑се йылдарғаса Белорус ССР-ы Дәүләт именлеге комитеты хеҙмәткәре, подполковник. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Исламов Рәшит Сәхипкамал улы (1930—10.08.1988), сыр яһау оҫтаһы. 1967—1988 йылдарҙа Бәләбәй һөт комбинаты эшсеһе. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1986). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Ташлытамаҡ ауылынан.
- Репин Николай Николаевич (1930—1.12.2006), ғалим-инженер-нефтсе. 1957 йылдан Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институты хеҙмәткәре, 1959 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1963 йылдан — лаборатория мөдире, 1970 йылдан — бүлек мөдире. 1974 йылдан Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу ғилми тикшеренеү институтының лаборатория мөдире, 1986—1990 йылдарҙа «Союзнефтеотдача» ғилми-производство берекмәһенең бүлек мөдире (Өфө). Техник фәндәр докторы (1968), профессор (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972), СССР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1968). СССР Министрҙар Советы премияһы (1981) һәм И. М. Губкин исемендәге премия (1983) лауреаты. Сығышы менән Грозный ҡалаһынан.
- Сәләх Суҡбаев (1935—17.02.2021), журналистика, радио һәм телевидение ветераны. 1964 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974), СССР-ҙың телевидение һәм радио отличнигы (1984), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Нөрлө ауылынан.
- Аҡсурин Басир Ғәйфулла улы (1945), ғалим-философ. 1997 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Социология фәндәре кандидаты (1996), философия фәндәре докторы (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Батыр ауылынан.
- Фёдоров Валерий Яковлевич (1950), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, дәүләт хеҙмәткәре. 1993—2010 йылдарҙа Ағиҙел ҡалаһының хакимиәт башлығы. Башҡортостан Республикаһының беренсе һәм икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (2005), Ауырғазы районының почётлы гражданы (2005). Сығышы менән ошо райондың Наумкин ауылынан.
- Ғәйфуллина Эльвира Хәйретдин ҡыҙы (1955), музыкант, хор дирижёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1989 йылдын СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1997). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы халыҡ артисы (2009).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Протвинь Иван Степанович (1926—18.08.1944), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Уҡсылар полкының танкыға ҡаршы ҡорал тоҫҡаусыһы, ефрейтор. Советтар Союзы Геройы (1945 йыл, үлгәндән һуң).
- Мөхәмәтйәнов Ишбулды Хәйелҡул улы (1941), хеҙмәт ветераны, ауыл хужалығы алдынғыһы. Көйөргәҙе районы «Искра» колхозының элекке тракторсы-машинисы. Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығының атҡаҙанған механиаторы һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән Үрге Баба ауылынан.
- Сәлимгәрәева Зилә Зәкәриә ҡыҙы (1941), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-терапевт. 1969 йылдан Саҡмағош үҙәк район дауаханаһының терапея бүлеге мөдире, 1997 йылдан —участка терапевы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995). Сығышы менән ошо райондың Имәнлеҡул ауылынан.
- Ниәтшин Тимерйән Әбдрәхим улы (1946), хеҙмәт ветераны, инженер-электрик, шағир. 1994 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Рәхимова Венера Тимерхан ҡыҙы (1946), сәнғәт өлкәһе ветераны, ҡурсаҡ театры артисы. 1967—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисы. 1975 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1985) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984), СССР халыҡтары милли драматургияһының Бөтә союз фестивалы дипломанты (Горький ҡалаһы, 1978).
- Ғафаров Руслан Муллабай улы (1951), төҙөлөш тармағы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны, инженер-төҙөүсе. 1994—2003 йылдарҙа Нефтекама ҡала хакимиәтенең беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Яңыбай ауылынан.
- Фәттәхов Венер Әхнәф улы (1956), эске эштәр органдары ветераны, отставкалағы милиция подполковнигы, шағир, популяр йырҙар авторы, драматург. 2014 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Сығышы менән Дүртөйлө ҡалаһынан.
- Абдрахманова Лена Абдулбарый ҡыҙы (1971), уҡытыусы, журналист. 2002 йылдан Мәләүез ҡалаһы һәм Мәләүез районының «Көнгәк» гәзите корректоры, тәржемәсеһе, 2006 йылдан — бүлек мөдире. 2006 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2010).
- Закирова Нэлли Эрик ҡыҙы (1971), ғалим-кардиолог. 2007 йылдан Өфөләге 21-се дауахананың баш табип урынбаҫары, 2008 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2010 йылдан БДМУ-ның Дипломдан һуң белем биреү институтында клиник функциональ диагностика кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Туйкин Фазыл Кәрим улы (1887—15.02.1938), яҙыусы, драматург, фольклорсы, мәҙрәсә мөғәлиме. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Иҫәнсурин Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы (икенсе мәғлүмәттәр буйынса 30.10.1897—10.07.1938), СССР-ҙың дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1930—1931 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары, 1931—1937 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының 2-се секретары. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Ғабдрахимов Нәүбәт Ғабдулла улы (1937—6.06.2003), мәҙәниәт эшмәкәре. 1963 йылдан Дүртөйлө район мәҙәниәт йорто директоры; 1974—1984 һәм 1987—1998 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының мәҙәниәт һәм техника һарайы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Дөмәй ауылынан.
- Ҡужагилдин Иҙрис Йосоп улы (1937—6.07.2010), малсы. 1960—1995 йылдарҙа Хәйбулла районы Салауат исемендәге колхоздың мал ҡараусыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1978). Сығышы менән ошо райондың Ибраһим ауылынан.
- Моратшина Рәсимә Ҡәлим ҡыҙы (1937), малсы. 1954—1994 йылдарҙа Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозы һауынсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Буҙыҡай ауылынан.
- Ҡарабаева Рәйлә Носрат ҡыҙы (1942), педагогик хеҙмәт ветераны. 1968—2000 йылдарҙа Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылының 2-се мәктәп уҡытыусыһы, директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Туҡтамышев Ғәфүр Ғиләз улы (1942), хеҙмәт ветераны. 1960—1985 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Рәсәй Федерацияһы нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2002) һәм Рәсәйҙең почётлы нефтсеһе (2000). Октябрь Революцияһы (1980) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры. Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Фәттәхов Рафаэль Сәлихан улы (1942—1.03.2015), ауыл хужалығы, комсомол, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. Кушнаренко район хакимиәтенең элекке башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1991—1995) Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Райондың почётлы гражданы (2012).
- Шерышев Владимир Дмитриевич (1947), инженер-механик. 1994 йылдан «Цветы Башкирии» хужалығының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1999), Рәсәй торлаҡ-коммуналь хужалығының почётлы хеҙмәткәре.
- Бикбирҙин Йәүҙәт Зәйнулла улы (1952—14.05.1996), бейеүсе, балетмейстер. 1973—1974 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1977 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының балет артисы, 1985 йылдан — Сибай ҡалаһы Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайының халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе, 1989 йылдан — Баймаҡ район мәҙәниәт һарайы методисы, 1993 йылдан — «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Күсей ауылынан.
- Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы (1952), шағир, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы (1991—1995) һәм Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—2008). Башҡортостан Республикаһы 1-се саҡырылыш Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы (2011—2012), Башҡортостан Республикаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар Йәмғиәте рәйесе (2004—2011), Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы (1995), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты (2017). 2012 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире.
- Шәрифуллина Миңзифа Йәнборис ҡыҙы (1957), Ҡыйғы районының «Умырзая» ансамбле ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡотлогилдин Мырҙабай Мырҙагилде улы (1918—10.07.2000), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының айырым элемтә эскадроны телефонисы, гвардия сержанты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).
- Иҫәнғолова Гөлсөм Сабир ҡыҙы (1938), театр актрисаһы. 1961 йылдан Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры актёры. Башҡортостан Республикаһының (1996) һәм Татар АССР-ының (1988) халыҡ артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылынан.
тулы исемлек
- Шәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы (1948), әҙәбиәт белгесе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, балалар яҙыусыһы, телевизион тапшырыуҙар авторы һәм алып барыусыһы. Филология фәндәре докторы (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).
- Тамара Искәндәриә (Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙы; 1958), шағир, тәржемәсе, журналист. 2010—2020 йылдарҙа «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире. 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар, 2004 йылдан — Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2012). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).
- Йоносова Ғәлимә Лоҡман ҡыҙы (1958), педагог. 1979 йылдан хәҙерге Баймаҡ интернат—лицейы уҡытыусыһы, 1992 йылдан директорҙың уҡыу-тәрбиә, 1993 йылдан — фәнни-методик, 1998 йылдан — тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2011), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылынан.
- Вәлиев Риф Миңлеғәриф улы (1963), педагог. Ауырғазы күп профилле колледжының директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Мостафа ауылынан.
- Киршина Лиана Рәйеф ҡыҙы (1968), сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре. 2015 йылдан Нефтекама яһалма күн берекмәһенең генераль директоры. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Сухарев Иван Константинович (1978), юрист. Рәсәй Федерацияһының алтынсы (2011—2016), етенсе (2016—2021) һәм һигеҙенсе (2021 йылдан) саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт думаһы депутаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Смирнов Алексей Петрович (1899—10.03.1974), ғалим-археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1944), профессор (1951). Урал-Волга буйының фин‑уғыр һәм төрки халыҡтары, шул иҫәптән башҡорттарҙың археологияһын һәм боронғо тарихын өйрәнеүсе. Татар (1959) һәм Сыуаш (1958) Автономиялы Республикаларының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1954). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Фәйзуллина Гәүһәр Садиҡ ҡыҙы (1924—6.04.1987), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1954—1979 йылдарҙа Баймаҡ районы «Ҡыҙыл Октябрь» колхозы һауынсыһы. РСФСР-ҙың 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының иң яҡшы һауынсыһы (1963). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Вәлишина Зөләйхә Шәһит ҡыҙы (1929—2016), ауыл хужалығы ветераны. Күгәрсен районы «Исем» совхозының элекке һауынсыһы һәм ферма мөдире. Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. СССР-ҙың почётлы доноры.
- Сиражетдинов Фәрит Хәмит улы (1949), ғалим-зоотехник, иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2003), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Өсбүләк ауылынан.
- Әхтәмов Риф Ғабдрахман улы (1949), хеҙмәт ветераны. «Востокнефтезаводмонтаж» тресының элекке участка начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Сөләймәнова Гүзәл Наил ҡыҙы (1979), балет артисы. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) артисы. Халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы (2008) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы (2000) лауреаты.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1729: Бибиков Александр Ильич, Рәсәй империяһының дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, генерал-аншеф.
- 1865: Фредерик Кук, АҠШ-тың тикшеренеүсе диңгеҙ сәйәхсеһе.
- 1870: Сергей Спасокукоцкий, Рәсәй империяһы һәм СССР ғалимы, хирург, академик.
- 1880: Андре Дерен, Франция рәссамы, график, театр декораторы, скульптор һәм керамист.
- 1895: Иммануил Великовский, АҠШ ғалимы, физик һәм тарихсы, сығышы менән Рәсәй империяһынан.
- 1895: Хэтти Макдэниел, АҠШ киноактрисаһы, ҡара тәнле артистар араһынан «Оскар» премияһының беренсе лауреаты (1940).
- 1910: Хаулин Вулф (тулы исеме Честер Артур Бёрнетт), АҠШ йырсыһы.
- 1915: Сол Беллоу, АҠШ яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса 1976 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1922: Джуди Гарленд, Америка кино актёры, йырсы.
- 1925: Элий Белютин, СССР һәм Рәсәй рәссамы, педагог, сәнғәт белгесе.
- 1925: Ефим Гамбург, СССР-ҙың режиссёр-мультипликаторы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986).
- 1930: Илья Глазунов, СССР һәм Рәсәй рәссамы, Сәнғәт академияһы академигы, СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1980).
- 1965: Элизабет Хёрли, Англия актрисаһы, продюсер.
- 2008: Сыңғыҙ Айытматов, СССР һәм Ҡырғыҙстан яҙыусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978).