10 февраль
Уҡыу көйләүҙәре
(10 февраля битенән йүнәлтелде)
10 февраль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
10 февраль Викимилектә |
10 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 41-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 324 көн ҡала (кәбисә йылында 325).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Ҡулсатыр көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Александр Сергеевич Пушкинды иҫкә алыу көнө.
- Ираҡ: Курд яҙыусылары көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө.
- 1772: Франц Иосиф I фон Лихтенштейн Лихтенштейн кенәзе була.
- 1784: Екатерина II бойороғо буйынса Ҡырымдағы порт һәм ҡәлғә Севастополь исемен ала.
- 1810: Александр I бөйөк княжна Анна Павловнаны Наполеонға кейәүгә биреүҙән баш тарта.
- 1869: «Башҡорт ерҙәрен яңынан бүлеү тураһында» закон сыға.
тулы исемлек
- 1906: Бөйөк Британия броненосецы «Дредноут» («Ҡурҡыуһыҙ») һыуға төшөрөлә, ул үҙ заманының иң яҡшы карабы була.
- 1931: ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы Өфө—Белорет—Магнитогорск тимер юлын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1935: Сихотэ-Алинь ҡурсаулығы ойошторола (Приморье крайы).
- Израилдә Наһария ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1937: Игорь Моисеев етәкселегендәге СССР Дәүләт бейеү ансамбле ойошторола.
- 1940: Ишембай ҡала статусын ала.
- 1942: Покровка ауылында 144-се миномёт полкы формалаша башлай.
- 1944: Сыуашстандың Муркаш районы ойошторола.
- 1947: Парижда Икенсе донъя һуғышында еңгән дәүләттәр һәм Гитлер Германияһының союздаштары булған Италия, Румыния, Венгрия, Болгария, Финляндия араһында солох килешеүҙәренә ҡул ҡуйыла (1947 йылдың 15 сентябренән үҙ көсөнә инә).
- 1957: Суданда Африка милләттәре кубогы башлана. Африка футбол конфедерацияһы тарафынан йыйылма командалар араһында үткәрелгән беренсе футбол чемпионаты.
- 1962: СССР территорияһында бәреп төшөрөлгән Америка лётчигы Фрэнсис Гэри Пауэрсты совет разведчигы Рудольф Абелгә алыштыралар.
- 1963: Кюсю утрауының төньяғында Модзи, Кокура, Тобата, Яхата и Вакамацу ҡалалары ҡушылыуынан Китакюсю ҡалаһы булдырыла.
- 1989: Майкл Норман Мэнли Ямайка премьер-министры вазифаһына ҡайта.
- 1989: СССР етәксеһе Михаил Горбачёв Мәскәүҙә ГФР канцлеры Гельмут Коль менән осрашыуҙа Германияның берләшеүенә ризалыҡ белдерә.
- 1994: Бразилия йыһан агентлығы булдырыла.
- 1995: Алматы ҡалаһында ун БДБ иле ракета һөжүменә ҡаршы берҙәм оборона системаһы булдырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуя.
- 1995: БДБ илдәрендә тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡто һаҡлау тураһында меморандумға ҡул ҡуйыла.
- 1996: IBM Deep Blue суперкомпьютеры һәм Гарри Каспаров араһында шахмат матчы башлана (4:2 иҫәбе менән Г. Каспаров еңә).
- 1998: Босния һәм Герцеговинаның гимны ҡабул ителә.
- 1998: Әзербайжан Милли Мәжлесе үлем язаһын ғүмерлек төрмә менән алмаштырыу хаҡында ҡарар ҡабул итә.
- 2005: КХДР Сит ил эштәре министрлығы тәүге тапҡыр асыҡ рәүештә илдә ядро ҡоралы булдырылыуы тураһында белдерә.
- 2006: Туринда ХХ Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 2007: В. Путин тәүге тапҡыр хәүефһеҙлек сәйәсәте мәсьәләләре буйынса Мюнхен конференцияһына килә, унда һуңғараҡ «Путиндың Мюнхен телмәре» тип аталған доклад менән сығыш яһай.
- 2009: Ер орбитаһында космонавтика тарихында тәүге тапҡыр яһалма юлдаштар бәрелешә.
- 2013: Монакола парламент һайлауҙары.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абыҙгилдин Йыһангир Талха улы (1875—17.06.1938), мәғрифәтсе, дин әһеле, Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ағзаһы. Астрономия, тәбиғәт белеме һәм философия буйынса уҡыу әсбаптары авторы. IV Бөтә Рәсәй мосолман съезында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Итәлмаҫова Фәймә Зәйнулла ҡыҙы (1940), ауыл хужалығы ветераны. 1957—1990 йылдарҙа Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы һауынсыһы, һөтсөлөк фермаһы бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1981).
- Әхмәтйәнов Ирек Мөбәрәк улы (1960), төҙөүсе, Күмертау ҡалаһының «Акрополь» йәмғиәтенең слесарь-йыйыусыһы, бригадиры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сыров Харлампий Павлович (1911—15.12.1972), геолог, нефтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1941—1942 йылдарҙа СССР Нефть сәнәғәте халыҡ комиссариатының өлкән геологы, 1942–1950 һәм 1952–1959 йылдарҙа Ишембайнефть нефть промыслаһы идаралығының ғилми тикшеренеү һәм етештереү эштәре цехында баш геолог урынбаҫары, 1960–1969 йылдарҙа өлкән геолог, 1950–1952 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең, 1959–1960 йылдарҙа «Алькеевнефть» нефть промыслаһы идаралығының баш геологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957). Ленин (1952), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1948) һәм Почёт Билдәһе (1944) ордендары кавалеры.
- Гриб Виталий Семёнович (1936), ғалим-инженер, юғары мәктәп ветераны. 1963 йылдан Өфө нефть институтының һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының хәҙерге автоматлаштырыу, телекоммуникация һәм метрология кафедраһы уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты, профессор. Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе.
- Ғүмәров Хәйҙәр Сәғит улы (1936), хеҙмәт һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер-механик. 1958–1995 йылдарҙа «Мотор» ғилми производство предприятиеһы хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1982 йылдан Өфө нефть институтының һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1990). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1980). Октябрь Революцияһы (1984) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Күгәрсен ауылынан.
- Голубчик Игорь Захарович (1951), ғалим-математик. 1973 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1998), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2011). Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһы Могилёв өлкәһенең хәҙерге Бобруйск ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Анисимов Семён Семёнович (1912—???), партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954 йылдан КПСС-тың Салауат ҡала комитетының икенсе, 1959—1963 йылдарҙа — беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС-тың 22-се съезы делегаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1963). Сығышы менән хәҙерге Әстрәхән өлкәһенең Ҡараяр районы Соленое Займище ауылынан.
- Ҡаҙнабаев Фазыл Ғәйнулла улы (1922—14.01.1992), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Мирхәйева Ғәйникамал Әкрәм ҡыҙы (1927—08.2017), уҡытыусы, йәмәғәтсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Башҡортостан уҡытыусыларының I съезы делегаты (1955). Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты (2016).
тулы исемлек
- Ғиззәтуллин Хәмит Нурислам улы (1932), фән һәм юғары мәктәп ветераны, ғалим-иҡтисадсы. 1985 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының һәм СССР Фәндәр академияһы Урал бүлексәһе Башҡортостан фәнни үҙәгенең Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының производствоға идара итеү кафедраһы мөдире. 1992—1997 йылдарҙа Иҡтисад һәм социология институты директоры. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), иҡтисад фәндәре докторы (1977), профессор (1982. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Суйынсы-Супан ауылынан.
- Исаев Риф Таһир улы (1932—10.07.2011), хеҙмәт алдынғыһы. 1958—1992 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының слесарь-монтажсыһы һәм газ менән киҫеүсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1982). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Үрге Аташ ауылынан.
- Гәрәев Мөхәррәм Әхмәҙи улы (1942), нефть тармағы ветераны. 1963—2005 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, мастеры, цех начальнигы, идаралыҡ начальнигының дөйөм мәсьәләр буйынса урынбаҫары. Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе (1992). Сығышы менән хәҙерге Туймазы районының бөгөнгө Октябрьский ҡалаһы эсендә ҡалған Мулла ауылынан.
- Бәкеров Фёдор Ғәйфулла улы (1947), юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер-механик. 1969 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 1980 йылдан киске һәм ситтән тороп уҡыу буйынса проректор, 1988 йылдан — осоу аппараттары двигателдәре йылылығы физикаһы кафедраһы мөдире, 1990 йылдан — авиация йылылыҡ техникаһы һәм йылылыҡ энергетикаһы кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (2007). СССР юғары мәктәбе отличнигы (1982), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Иҫке Балтас ауылынан.
- Бартенёва Людмила Евгеньевна (1952), хеҙмәт ветераны. 1970—2007 йылдарҙа Салауат ҡала элемтә үзелы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Ключевка ауылынан.
- Ғүмәров Әмир Әбүбәкер улы (1952), спорт ветераны, саңғысы, биатлон һәм саңғы спорты буйынса тренер. Рәсәй паралимпия йыйылма командаһының элекке өлкән тренеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, СССР-ҙың спорт мастеры (1984). Рәсәйҙең Почёт (2010) һәм Дуҫлыҡ (2014), Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы (2006) һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2014) ордендары кавалеры. Бәләбәй районының почетлы гражданы (2014).
- Ҡоҙаҡаев Фәнил Шәмсетдин улы (1952), матбуғат һәм дәүләт хеҙмәте ветераны, телерадиожурналист, йәмәғәтсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрының элекке урынбаҫары. 2010 йылдан «Тамаша» журналының баш мөхәррире. 2013—2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының рәйес урынбаҫары — яуаплы сәркәтибе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Ҡырмыҫҡалы районының Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге (2008) һәм Күгәрсен районының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (2017) премиялар лауреаты. Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы (2017).
- Прокаев Владимир Николаевич (1957), спорт ветераны, тренер. 1993 йылдан Өфөләге 19-сы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең өлкән тренер-уҡытыусыһы, 1997 йылдан — директоры; 2009 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәгенең директор урынбаҫары. Фехтование буйынса халыҡ-ара категориялы судья (1997), СССР-ҙың спорт мастеры (1882), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2004) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гарин Фёдор Данилович (1908—1987), тимер юл эшсеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945—1977 йылдарҙа Транссебер тимер юл магистраленең 233-сө төҙөлөш-монтаж поезы эшсеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районының Һыуыҡҡул ауылынан.
- Ғәйнетдинов Исмәғил Ғәли улы (1908—1977), ғалим-архитектор, рәссам, педагог. 1949—1977 йылдарҙа Мәскәү архитектура институты уҡытыусыһы. СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Архитектура кандидаты, профессор (1967). Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле архитекторы. Башҡорт АССР-ының, Татар АССР-ының һәм Төньяҡ Осетин АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Тулвинский Әнәс Шәйхулла улы (1923—20.01.2011), инженер-механик, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең ремонт-механика заводының элекке мастеры, баш инженеры. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылынан.
тулы исемлек
- Ҡаһарманов Нурулла Фәрит улы (1928—9.10.1996), ғалим-тау инженеры. 1952 йылдан Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1960 йылдан һәм 1988—1996 йылдарҙа лаборатория мөдире, 1970 йылдан — баш инженер, 1980 йылдан — директор, 1984 йылдан — директорҙың фән буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1984), профессор (1986). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1967) һәм атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1978), Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1982) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Черепанов Григорий Петрович (1928—2017), механизатор. Балаҡатай районы Ворошилов исемендәге колхоздың элекке тракторсы-комбайнсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Бакирова Бибинур Исҡужа ҡыҙы (1933), малсы. 1963 йылдан Әбйәлил районы Иҫке Балапан фермаһының сусҡа ҡараусыһы, 1975—1988 йылдарҙа — быҙау ҡараусы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1973). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Латипов Әхәт Фәсхетдин улы (1933), нефтсе, йәмәғәтсе. 1953 йылдан нефть сәнәғәте хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1970 йылдан Бәләбәй быраулау эштәре идаралығы быраулаусыһы, 1972 йылдан быраулау мастеры, 1993—1994 йылдарҙа — нефть сығарыу цехы мастеры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1981), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976) һәм почётлы нефтсеһе (1980), дәүләт премияһы лауреаты (1987). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1982) һәм «Почёт Билдәһе» (1977) ордендары кавалеры. Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1981).
- Мусин Ҡәнзәфәр Әғзәм улы (1938), механизатор. 1963—1998 йылдарҙа Баймаҡ районы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоз тракторсыһы-комбайнсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Суворова Анна Сергеевна (1938), металлург. 1954—1987 йылдарҙа Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының байыҡтырыу фабрикаһы флотаторы, бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы (1986), СССР-ҙың дәүләт премиияһы лауреаты (1984). Октябрь Революцияһы (1977) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) ордендары кавалеры. Сибай ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районының Һарытау ауылынан.
- Урманова Эльза Абдулла ҡыҙы (1938), бейеүсе. 1956 йылдан хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы.
- Йосопова Зәкиә Йәдкәр ҡыҙы (1953), шәфҡәт туташы. Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының элекке фельдшеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
- Ишморат Илбәков (1963), ҡурайсы, педагог. 1982 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 1992—1996 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).
- Солтанов Фаил Әмир улы (1963), шәхси эшҡыуар, йәмәғәтсе. 2002 йылдан Әлшәй районының крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе. Икенсе саҡырылыш район советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Сураҡай ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нураева Бибинур Ғәйнетдин ҡыҙы (1909—11.08.1991), педагог, матбуғат, комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1953—1964 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1964).
- Аҡманов Булат Ғайса улы (1929—2021), педагог, йәмәғәтсе, ауыл хәбәрсеһе. Ейәнсура районы Байыш урта мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы лауреаты (2019). Байыш ауылының почётлы гражданы (1997). Сығышы менән ошо райондың Тирәкле ауылынан.
тулы исемлек
- Шаһисолтанова Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы (1929—29.12.2011), химик-ғалим. 1977—1993 йылдарҙа хәҙерге Санкт-Петербургтағы А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, кафедра мөдире. Химия фәндәре докторы (1972), профессор (1974). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1991), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1985), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989).Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Юлыҡ ауылынан.
- Ғилмийәров Фәнәүи Кәрим улы (1949), механизатор. 1992—2017 йылдарҙа Ҡариҙел районы «Урғыш» совхозы тракторсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
- Ильясов Йәүҙәт Шәүкәт улы (1959), математик-ғалим. 1984 йылдан (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы; 2007 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Математика институтының бүлек мөдире. Физика‑математика фәндәре докторы (2000).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1890: Борис Пастернак, СССР яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты (1958).
- 1911: Мстислав Всеволодович Келдыш, СССР ғалимы.
- 1915: Владимир Михайлович Зельдин, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1945: Владимир Шумейко, СССР һәм Рәсәйҙең хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре.
- 1755: Шарль де Монтескьё, Франция ғалимы, яҙыусы.
- 1837: Александр Сергеевич Пушкин, рус шағиры, прозаик.
- 1878: Клод Бернар, Франция психологы, эксперименталь психологияға нигеҙ һалыусы.
- 1891: Софья Васильевна Ковалевская, математик һәм механик.