10 май
Уҡыу көйләүҙәре
(10 Май (Һабанай) битенән йүнәлтелде)
10 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
10 май Викимилектә |
10 май — григориан стиле буйынса йылдың 130-сы (кәбисә йылында 131-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 235 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Бөтә донъя «Сәләмәтлек өсөн» хәрәкәт көнө.
- Әзербайжан: Сәскәләр көнө.
- Германия: Китап көнө.
- Ҡырғыҙстан: Банк хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Таиланд: Игенселәр көнө.
- 1906: Рәсәй империяһының 1-се Дәүләт думаһының тәүге ултырышы үткәрелә.
- 1930: «Ростов» футбол клубы ойошторола.
тулы исемлек
- 1935: Салауат районының бөгөнгө «На земле Салавата» гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
- 1942: Башҡортостандың 3747 ҡатын-ҡыҙы хәрби эшелон менән Сталинградты һауа һөжүменән һаҡлаған ғәскәрҙәр составына ебәрелә.
- 1953: Өфөләге Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында 1,8 километр оҙонлоғондағы балалар тимер юлы эшләй бшлай.
- 1972: Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарары менән Өфөләге Курск урамы Бәхтегәрәй Шәфиев урамы итеп үҙгәртелә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Байымов Мөхтәр Әхмәтғәзи улы (1905—10.07.1938), уҡытыусы, филолог, тәржемәсе, партия органдары хеҙмәткәре. 1932 йылдан «Культура революцияһы» (хәҙерге «Башҡортостан уҡытыусыһы») журналының яуаплы мөхәррире. 1933 йылдан Башҡортостан партия нәшриәте етәксеһе, 1934—1936 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 1936—1937 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт секторы мөдире. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Ағишева Венера Әхтәм ҡыҙы (1950), педагог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996). «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы лауреаты (2002). Сығышы менән Мәсетле районының Көршәле ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәлиуллина Лиә Әсхәт ҡыҙы (1970), спортсы. 1989 йылдан самбо буйынса СССР, 1992 йылдан — Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, 1993—1997 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997). Самбо буйынса донъя һәм РСФСР (икеһе лә — 1991), Рәсәй (1997) чемпионы, донъя (1997) һәм Рәсәй (1994) чемпионаттарының көмөш призёры, РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёры (1990). Ҡыҙҙар араһында самбо буйынса СССР беренселегенең көмөш призёры (1989). Дзюдо буйынса Рәсәй чемпионатының бронза призёры (1995), СССР (1991) һәм Рәсәй (1992) Ҡораллы Көстәре чемпионы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мостовенко Павел Николаевич (1881—15.03.1938), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, дипломат. 1919 йылдан РКП (б) Үҙәк Комитетының һәм Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының Башҡорт АССР-ындағы ғәҙәттән тыш вәкиле, РКП (б)-ның Өфө губерна комитеты секретары, Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы ағзаһы. 1927—1930 йылдарҙа Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты ректоры. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Ғафуров Мадрил Абдрахман улы (1936), журналистика ветераны, ғалим-философ, йәмәғәтсе. 1957 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты. Философия фәндәре кандидаты (2010). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), СССР Журналистар союзы премияһы лауреаты (1991).
тулы исемлек
- Нурмөхәмәтов Ниғмәтйән Мөхөтдин улы (1936—26.06.2011), ғалим-агроном, 1967—2011 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978—1994 йылдарҙа кафедра мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2002), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996).
- Сәғҙәткирәева Миңлегөл Байғужа ҡыҙы (1946), юғары мәктәп ветераны, ғалим-физик. 1968—1978 һәм 1984–2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986 йылдан лаборатория мөдире, 2000 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр. Физика-математика фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006).
- Биккинин Тимерхан Сабит улы (1951—2020), дәүләт, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1979 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары, 1981—1986 йылдарҙа — икенсе секретары; 1992—1995 йылдарҙа Башҡортостан агросәнәғәт кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институты ректоры; 2001—2011 йылдарҙа Халыҡ мәшғүллеге федераль дәүләт хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса департаменты етәксеһе. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1995), доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылынан.
- Күҫәбаев Буранбай Рәфҡәт улы (1951), мәғариф, комсомол, партия һәм дәүләт органдары ветераны, йәмәғәтсе. 1996—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғариф хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан.
- Лебедев Николай Иванович (1951), хужалыҡ эшмәкәре. Межгорье ҡалаһындағы 680-се төҙөлөш-монтаж идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
- Ырыҫбаев Рафиҡ Рәжәп улы (1951—21.11.2020), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-педиатр, йәмәғәтсе. 1980—1999 йылдарҙа Сибай район-ара туберкулезды дауалау диспансерының баш табибы, 2000 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы инженеры. 1990—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986).
- Ҡунаҡбаев Рауил Ғибат улы (1956), педагог, муниципаль хеҙмәт ветераны. Ейәнсура районы хакимиәт башлығының элекке урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.
- Буранғолова Альбина Ванцет ҡыҙы (1961), ғалим-табип, йәмәғәт эшмәкәре. 1996 йылдан Өфө ҡалаһының 8-се балалар поликлиникаһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Попов Дмитрий Николаевич (1971), спортсы. 1994 йылдан тренер-уҡытыусы, 2009 йылдан байдарка һәм каноэла ишеү буйынса махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры. Байдарка һәм каноэла ишеү буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2008), йөҙөү буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (1999). Терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортсылар араһында 50 һәм 100 метрлыҡ дистанцияларҙа ирекле стилдә һәм арҡаға ятып ҡолас ташлап йөҙөү (кроль) буйынса 13 тапҡыр Рәсәй чемпионы (1994—1997). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Еремеев Вячеслав Юрьевич (1981), спортсы. Башҡорт дәүләт университетының физик тәрбиә һәм спорт кафедраһы уҡытыусыһы. 2001—2008 йылдарҙа бокс буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003). Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2004) һәм бронза (2005—2007) призёры, Югославияла (Белград, 2002) халыҡ-ара турнирҙа еңеүсе, Рәсәй Ҡораллы Көстәре чемпионы (2000). Рәсәйҙең «Олимпия өмөттәре» чемпионаты еңеүсе (2003).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Жеребин Борис Николаевич (1907—7.05.2005), ғалим-металлург, хужалыҡ эшмәкәре. 1953—1965 йылдарҙа Новокузнецк металлургия комбинаты директоры. 1968 йылдан Себер металлургия институтының кафедра мөдире, 1972—1990 йылдарҙа — Мәскәү Ҡорос һәм сплавтар институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың бишенсе һәм алтынсы саҡырылыш (1959—1967) Юғары Советы депутаты. КПСС-тың 22-се съезы делегаты (1961). Техник фәндәр докторы (1967), профессор (1972). Сталин премияһы лауреаты (1949), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Үҙән ауылынан.
- Шимановский Шавель Наумович (1917—10.02.2005), нефть сәнәғәте эшмәкәре. 1943 йылдан «Башнефть» берекмәһенең өлкән инженеры, 1952 йылдан Ҡалтасы нефть промыслаһы директоры, 1955—1979 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1972), СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1977). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959, 1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Ишембай ҡалаһының почетлы гражданы (1999).
тулы исемлек
- Аманбаев Иркәбай Усман улы (1922—11.08.1977), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының элемтә отделениеһы командиры, гвардия старшинаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943).
- Рафиҡова Шәрифъямал Заһретдин ҡыҙы (1927—?), малсы. 1941—1983 йылдарҙа Баймаҡ районы «Сибай» совхозы һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1972). Сығышы менән ошо райондың Йәнйегет ауылынан.
- Сидоров Виктор Владимирович (1932—2015), ғалим-тарихсы, фольклорсы. Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевты өйрәнеүсе. Тарих фәндәре кандидаты (1985). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы луреаты (1983).
- Аласов Йосоп Заһит улы (1937), механизатор. 1955—1997 йылдарҙа Баймаҡ районы «Алға» колхозы тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997), 2-се дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1981). Сығышы менән ошо райондың 1-се Этҡол ауылынан.
- Зәйтүнов Нәсиб Ниғмәт улы (1937), хужалыҡ эшмәкәре. 1964 йылдан Әбйәлил районы Шайморатов исемендәге колхоздың Яңы Балапан бригадаһы бригадиры, 1970—1989 йылдарҙа — колхоз рәйесе; 1990 йылдан Күсем ауылындағы «Ҡараташ», 1995—2005 йылдарҙа — «Яҡтыкүл» шифаханаһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1975) ордендары кавалеры. Сығышы менән Яңы Балапан ауылынан.
- Насретдинов Әғзәм Карам улы (1937—2006), Кушнаренко районы Чапаев исемендәге колхозының элекке механизаторы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы.
- Туйсина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы (1942), бейеүсе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1978) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974), Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең 1960—1983 йылдарҙағы солисы. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (София, 1968), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1974), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).
- Тимерханова Таңгилә Ниязхан ҡыҙы (1947), мәктәпкәсә балалар учреждениеһы ветераны. 1966 йылдан Өфө ҡалаһы, Кушнаренко ауылы һәм Йоматау совхозы балалар баҡсалары тәрбиәсеһе; 1983—2002 йылдарҙа Дүртөйлө ҡалаһының «Ләйсән» балалар баҡсаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең 9-сы съезы делегаты (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1992), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Тәжей ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хөсәйен Ҡудашев (1913—13.11.1986), театр һәм кино артисы. 1948—1986 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1955 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1983) һәм Башҡорт АССР-ының (1969) халыҡ артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
- Өмөтбаев Мотаһар Мортаза улы (1918—29.03.1976), шахтёр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1949 йылдан Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының тау цехы забойчигы, 1951 йылдан шахта быраулаусыһы; 1966 йылдан — Сибай руднигы быраулаусыһы, 1967—1968 йылдарҙа шахта нығытыусы. Ленин (1961) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылынан.
тулы исемлек
- Шорин Юрий Петрович (1923—24.03.2004), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, лётчик-исстребитель. Александр Невский (1944), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Тәнәй ауылынан.
- Иващенко Николай Васильевич (1928—9.10.1978), шахтёр. 1942—1978 йылдарҙа Хәйбулла районындағы Бүребай руда идаралығы эшсеһе. Октябрь Революцияһы (1972) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Марсель Ғәфүров (1933—16.06.2013), Башҡортостандың рус телендә ижад иткән яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе. 1958 йылдан русса сыҡҡан «Ленинец» республика йәштәр гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, яуаплы секретары һәм мөхәррир урынбаҫары, 1967 йылдан — мөхәррире, 1972—1983 йылдарҙа «Советская Башкирия» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары. 1982 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. ВЛКСМ-дың XVI съезы делегаты (1970). РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ның (1976) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, әҙәби премиялар лауреаты.
- Ишемов Фазылйән Сәғиҙулла улы (1938—29.01.2015), табип, педагог, йәмәғәтсе. 1968—1970 һәм 1987—1997 йылдарҙа Аҡъяр район үҙәк дауаханаһы хирургы, 1980—1987 һәм 1997—2002 йылдарҙа — баш табибы; 1970—1980 йылдарҙа Сибай медицина училищеһы уҡытыусыһы. 2002—2004 йылдарҙа Хәйбулла район советы рәйесе урынбаҫары; 1992—1996 йылдарҙа район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1990). Сығышы менән ошо райондың Бүребай ауылынан.
- Усманова Флүрә Сәйет ҡыҙы (1948), педагог. 1991 йылдан Салауат ҡалаһының коррекцион мәктәбе тәрбиәсеһе, 1998 йылдан — директоры, 2009—2014 йылдарҙа — уҡытыусы. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән Үзбәкстандың Халыҡ-Абад ауылынан.
- Хәсәнов Хәмит Кәшфулла улы (1953), нефтсе. 1975—2013 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2002). Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (1999) һәм нефть сәнәғәте отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Иҫке Яндыҙ ауылынан.
- Сәхибгәрәев Рифат Дәүләт улы (1958), инженер. Әлшәй районындағы «Раевсахар» йәмғиәтенең смена начальнигы. Башҡортостан Республикаһы аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре.
- Шәйхетдинов Рәхимйән Ғәлимйән улы (1963), муниципаль орган хеҙмәткәре. 2004 йылдан Краснокама район хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитете рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре (2013). Сығышы менән хәҙерге Удмурт Республикаһының Сарапул ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы (1904—7.08.1992), хужалыҡ, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1940 йылдан Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе, 1946—1953 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының 1‑се секретары. СССР-ҙың 3‑сө саҡырылыш Юғары Советы Президиумы ағзаһы (1950—1954), СССР-ҙың, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың 1—3‑сө саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Дүрт Ленин (1943, 1944, 1948, 1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1972) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.
- Мөслим Марат (1909—17.08.1975), шағир, драматург, журналист һәм тәржемәсе. 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Совет яҙыусыларының 1‑се Бөтә Союз съезы (Мәскәү, 1934) делегаты.
тулы исемлек
- Романов Николай Кириллович (1919—20.10.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Уҡсылар полкының взвод командиры, старшина. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡариҙел районының 1994 йылда бөткән Үрге Ҡаҙмаш ауылынан.
- Степанова Таисия Ипатьевна (1919—11.06.2009), акушер-гинеколог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970—1982 йылдарҙа кафедра мөдире. Медицина фәндәре докторы (1972), профессор (1973). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1978). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Кострома ҡалаһынан.
- Генинг Владимир Фёдорович (1924—30.10.1993), археолог-ғалим. 1960 йылдан Свердловск ҡалаһындағы Урал дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1974 йылдан Украина Фәндәр академияһы Археология институтының (Киев) директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1978 йылдан — бүлек мөдире. 1960—1974 йылдарҙа Башҡортостандағы Ананьин, Кушнаренко, Пьяный Бор һәм башҡа археологик мәҙәниәттәрҙе өйрәгән Урал археологик экспедицияһы етәксеһе. Тарих фәндәре докторы (1974), профессор (1985).
- Кучеров Евгений Васильевич (1924—12.07.2005), ботаник-ғалим. 1958 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Биология институтының лаборатория мөдире, 1996 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), биология фәндәре докторы (1974), профессор (1980). РСФСР-ҙың (1991) һәм Башҡорт АССР‑ының (1974) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974).
- Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы (1924—19.07.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (үлгәндән һуң, 1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Сәфәр ауылынан.
- Мусин Миңнулла Әхтәм улы (1939), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1951 йылдан Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин исемендәге колхоз механизаторы, 1978—1999 йылдарҙа бригадирҙың техника буйынса ярҙамсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән ошо райондың Ялсы ауылынан.
- Ильчигулов Евгений Иликбаевич (1949), зоотехник, ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1984 йылдан КПСС-тың Ҡалтасы район комитетының икенсе секретары, район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1988—1991 йылдарҙа КПСС район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Райондың почётлы гражданы (2014).
- Мәжитова Светлана Мөхәмәт ҡыҙы (1949), педагог. Күгәрсен районы Мәҡсүт урта мәктәбе директорының элекке урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1760: Клод Руже де Лилль, Франция шағиры, композитор, «Марсельеза» йырының авторы.
- 1795: Огюстен Тьерри, Франция тарихсыһы, рус теленә «История нормандского завоевания Англии» тип тәржемәләнгән китабы менән танылыусы.
тулы исемлек
- 1800: Николай Титов, Рәсәй империяһы композиторы, популяр романстар авторы.
- 1820: Константин Лядов, Рәсәй империяһы дирижёры, композитор һәм пианист, композитор Анатолий Лядовтың атаһы.
- 1850: Томас Липтон, Британия лорды, «Lipton» сәй компанияһына нигеҙ һалыусы.
- 1890: Кларенс Браун, АҠШ кинорежиссёры, продюсер.
- 1900: Елена Тяпкина, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1947).
- 1923: Гейдар Алиев, СССР һәм Әзербайжандың дәүләт һәм партия эшмәкәре, сәйәсмән.
- 1925: Исмәғил Милушев, СССР хоккейсыһы, тренер, Ҡазандың «Аҡ барс» хоккей клубын ойоштороусыларҙың береһе.
- 1930: Мәхмүт Ниғмәтйәнов, СССР һәм Рәсәй фольклорсыһы, музыка белгесе, Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979).
- 1950: Джозеф Рубин, АҠШ кинорежиссёры, сценарист һәм продюсер.
- 1950: Фаил Әхмәҙиев, СССР ғалимы, Ҡазан инженер-төҙөлөш институты уҡытыусыһы.
- 1955: Александр Друзь, беләрмән, «Что? Где? Когда?» телевизион уйыны магистры.
- 1960: Боно Вокс (төп исеме Пол Дэвид Хьюсон), Ирландияның рок-музыканты, «U2» төркөмө вокалсыһы.
- 1985: Райан Гецлаф, Канада хоккейсыһы, Стэнли кубогы эйәһе, ике тапҡыр олимпия чемпионы.
- 1985: Диего Тарделли, Бразилия футболсыһы, ил йыйылма командаһы һөжүмсеһе.
- 1995: Габриэла Пападакис, Франция фигуристкаһы, боҙҙа бейеү буйынса донъя һәм Европа чемпионы.
- 1986: Таһир Күсимов, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби эшмәкәр, генерал-майор, Советтар Союзы Геройы (1944).