1 октябрь
Уҡыу көйләүҙәре
1 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
1 октябрь Викимилектә |
1 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 274-се көнө (кәбисә йылында 275-се). Йыл аҙағына тиклем 91 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Оло йәштәгеләр көнө.
- Музыка көнө.
- Ер: Астрономия көнө.
- АҠШ: Сәс көнө.
- Боливия: Ағас ултыртыу көнө.
- Бөйөк Британия: Шиғриәт көнө.
- Камерун: Берләшеү көнө.
- Кипр Республикаһы: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Ҡытай: Ҡытай Халыҡ Республикаһы ойошторолған көн.
- Молдова: Шарап көнө.
- Нигерия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Сингапур: Балалар көнө.
- Украина: Ветерандар көнө.
- Япония: Япон шарабы көнө.
- Ер: Геронтологтар көнө.
- Корея республикаһы: Ҡораллы көстәр көнө.
- Рәсәй: Ҡоро ер ғәскәрҙәре көнө.
- Үзбәкстан: Уҡытыусылар һәм остаздар көнө.
- Эстония: Урындағы үҙидара көнө.
- Әзербайжан: Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1830: Александр Пушкин «Евгений Онегин» романын тамамлай.
- 1988: Советтар Союзы футбол командаһы Олимпия чемпионы була.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пугаев Степан Александрович (1910—28.12.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Уҡсылар полкының отделение командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Кобзев Николай Никифорович (1925—1991), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Гвардия полковнигы (1980). Дан орденының тулы кавалеры.
тулы исемлек
- Куповых Пётр Николаевич (1930—26.05.1985), ғалим-инженер-механик. 1958 йылдан Октябрьский ҡалаһындағы Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ институтының өлкән инженеры, отряд начальнигы, 1965 йылдан — баш геофизигы, 1975—1983 йылдарҙа лаборатория мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1975). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Иҫке Балаҡатай ауылынан.
- Зөфәр Сабирйәнов (1935—24.12.2014), журналист, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Иҫке Балтас ауылынан.
- Биғлова Рәйсә Йыһандар ҡыҙы (1950), ғалим-химик-органик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1999), профессор. (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986).
- Никон II (донъяуи исеме Васюков Николай Николаевич; 1950), дин эшмәкәре, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты, дини тәғлимәт кандидаты. Дуҫлыҡ (2000) һәм Почёт (2011) ордендары, христиан сиркәүе наградалары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Тамбов өлкәһенең Марьевка ауылынан.
- Белов Владимир Викторович (1960), Рәсәйҙең опера йырсыһы (тенор). 2003—2010 йылдарҙа Милли симфоник оркестр директоры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2003), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1994) артисы, М. И. Глинка исемендәге халыҡ-ара конкурс лауреаты (1993).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бикҡужина Тутыя Әғзәм ҡыҙы (1926—3.09.2008), ғалим-педагог. 1965—2000 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1972), доцент. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986).
- Кормильцева Таисия Михайловна (1936), педагог. 1965—2003 йылдарҙа Күмертау ҡалаһы 9-сы урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980) һәм мәғариф отличнигы (1976).
тулы исемлек
- Аҡтуғанов Фирҙәүес Сәләм улы (1941), инженер-химик-технолог. 1961—2004 йылдарҙа Салауат Нефть химияһы заводы хеҙмәткәре. Башҡортостандың атҡаҙанған рационализаторы (1992), СССР-ҙың почётлы нефтехимигы (1991) һәм СССР рационализаторы (1987), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылынан.
- Ефимова Сталина Семеновна (1941), педагог. 2008 йылға тиклем Күмертау ҡалаһы 3-сө урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1988).
- Каманин Валерий Александрович (1946—25.03.2006), хужалыҡ эшмәкәре. 1986—2001 йылдарҙа Салауат ТЭЦ-ы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылынан.
- Энгельс Ҡолмөхәмәтов (1951), дәүләт, комсомол һәм хужалыҡ органдары хеҙмәткәре, ғалим-иҡтисадсы. Рәсәй Федераль Йыйылышының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы (2007—2011), Башҡортостан Республикаһының беренсе, икенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2007). Һалым полицияһының отставкалағы генерал-лейтенанты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, СССР-ҙың Халыҡтар Дуҫлығы һәм Башҡортостандың Салауат Юлаев ордендары кавалеры.
- Петрова Лидия Викторовна (1956), табип-акушер-гинеколог, йәмәғәтсе. 1993 йылдан Салауат ҡала дауаханаһы табибы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан һаулыҡ һаҡлау хеҙмәтсәндәре профсоюзының ҡала комитеты рәйесе. 1999—2004 йылдарҙа ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Ташлыкүл ауылынан.
- Белоусов Артём Васильевич (1981), спортсы. 2005—2009 йылдарҙа конькиҙа уҙышыу буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Бөтә донъя универсиадаһында ҡатнашыусы (Ҡытай, Харбин, 2009). Рәсәй чемпионы (2009) һәм Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рычков Пётр Иванович (1712—15.10.1777), Рәсәй империяһы ғалимы, географ, иҡтисадсы, тарихсы, сауҙәгәр. Санкт-Петербург Фәндәр академияһының беренсе ағза-корреспонденты (1759). Коллегия советнигы (1751). Башҡортостан тарихын өйрәнеүсе, Көньяҡ Уралдың географияһы, иҡтисады, этнографияһы буйынса энциклопедик хеҙмәт һаналған «Ырымбур губернаһы топографияһы»ның авторы.
- Маннанов Шакир Фәтих улы (1917—23.04.1973), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар полкының тоҫҡаусыһы, орудие командиры, старшина. Дан орденының тулы кавалеры. Ил буйынса ошо орден менән дүрт тапҡыр бүләкләнгән 29 һуғышсының береһе.
тулы исемлек
- Байсыуаҡов Миңлеғәли Барый улы (1932—2.09.2001), малсы. 1947—1987 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һаҡмар» колхозының мал ҡараусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1966). Сығышы менән ошо райондың Исмаҡай ауылынан.
- Ғәлимова Венера Хәким ҡыҙы (1937), балет артисы, педагог. 1956—1976 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1985—2011 йылдарҙа Рудольф Нуриев исемендәге хореография училищеһының (2009 йылдан колледж) уҡытыусы-методисы. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1975) артисы.
- Каплун Любовь Фёдоровна (1937—5.03.2011), педагог. 1956 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1959—1996 йылдарҙа Яңы Ергән урта мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1985). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Хәйруллин Гриф Тимурзаһит улы (1937), ғалим-педагог, йәмәғәтсе. 1955 йылдан Башҡорт АССР-ы, 1960 йылдан Үзбәк ССР-ы, 1976 йылдан Ҡаҙаҡ ССР-ы мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры; 1986 йылдан Ҡазаҡ милли педагогия институты уҡытыусыһы, мәктәп етәкселәре квалификацияһын күтәреү факультеты деканы. Ҡаҙағстандың башҡорт һәм татар милли-мәҙәни үҙәктәре ассоцияцияһының вице-президенты, Алматы өлкәһе башҡорт һәм татар мәҙәни үҙәге рәйесе. Педагогия фәндәре докторы (1992, профессор (1994). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ҡаҙағстан Республикаһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре, Үзбәкстан Республикаһының мәғариф отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Ҡаҙаҡлар ауылынан.
- Шәмсиева Фзуа Вәкил ҡыҙы (1937), педагог. 1959—1994 йылдарҙа Мәсетле районы Оло Аҡа урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Карамов Фәйзелғаян Баян улы (1942—2021), Ҡариҙел районы «Үрнәк» колхозының элекке механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Насиров Хәлим Мосауир улы (1942—24.10.2003), ғалим-фармаколог. 1970 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина униерситеты уҡытыусыһы, 1978 йылдан — үҙәк ғилми тикшеренеү лабораторияһы мөдире, 1985 йылдан — фармакология факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1987 йылдан 2-се фармакология кафедраһы мөдире. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районының Ыҫлаҡ ауылынан.
- Әхтәмов Бәхтиәр Әбделмән улы (1942—16.10.2017), тренер. 1981—2017 йылдарҙа Мәләүез районы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең еңел атлетика буйынса өлкән тренер-уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, Мәләүез ҡалаһы һәм Мәләүез районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Ҡалдар ауылынан.
- Баймиев Хәниф Мулла улы (1947), ғалим-агроном, ауыл хужалығы, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1969 йылдан Тәтешле районы «Социализм» колхозының баш агрономы, партком секретары, 1975 йылдан — рәйесе; 2003 йылдан — район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Балтас ауылынан.
- Абсатарова Гүзәл Рәшит ҡыҙы (1957), бейеүсе, педагог. 1973 йылдан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1991 йылдан — уҡытыусы-репетиторы, бер уҡ ваҡытта 2004 йылдан — Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы, 2008 йылдан — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) артисы.
- Батанин Владимир Викторович (1957), музыкант. 2003 йылдан Йылайыр районы мәҙәниәт бүлегенең концертмейстер-аккомпаниаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән ошо райондың Йылайыр ауылынан.
- Мәғәфүрова Гүзәл Лерон ҡыҙы (1967), педагог. 1988 йылдан Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылындағы хәҙерге лицейҙың башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2017) һәм мәғариф отличнигы (1998). Рәсәй Федерацияһы «Мәғариф» өҫтөнлөклө проектының «Илдең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (2007). Сығышы менән ошо ауылдан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәббәсов Әсхәт Нәби улы (1923—17.02.2016), педагог, мәғариф һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945 йылдан Яңауыл районы мәктәптәре уҡытыусыһы, 1966—1971 йылдарҙа «Ленин юлы» колхозы рәйесе, 1980—1990 йылдарҙа Киҫәкҡайын урта мәктәбе директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2015). Сығышы менән Ҡыҙылъяр ауылынан.
- Черепахин Сергей Павлович (1923—4.02.1989), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Байҡы ауылынан.
тулы исемлек
- Ҡәйүмов Мәхәсим Әхмәтсолтан улы (1928—21.02.1999), нефтсе. 1957—1988 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы машинисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Иләкшиҙе ауылынан.
- Григорьев Иван Васильевич (1933—6.05.2014), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1975—2014 йылдарҙа — Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Россия» дәүләт токомсолоҡ заводы (артабан ауыл хужалығы етештереү кооперативы) директоры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сосновка районының почётлы гражданы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Савельевка ауылынан.
- Ғималов Камил Мәғәфүр улы (1938—24.11.2004), инженер-технолог. 1955—1997 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1977—1981 йылдарҙа нефть эшкәртеү заводы директоры. Ленин (1974) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Таймый ауылынан.
- Мелентьев Николай Петрович (1938), механизатор. 1961—2000 йылдарҙа Әбйәлил районы «Заветы Ильича» колхозы механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районының Үҙән ауылынан.
- Мөлөков Харис Яҡуп улы (1938—28.10.2012), физик-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001).
- Басырова Роза Билал ҡыҙы (1948), педагог. 1968—2006 йылдарҙа Хәйбулла районы Өфө мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан.
- Таң Йәнекәев (1948), театр рәссамы. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш рәссамы, 2000 йылдан — Ырымбур дәүләт өлкә драма театры рәссамы. Рәсәйҙең халыҡ рәссамы (2021), Башҡорт АССР-ының (1980) һәм Рәсәй Федерацияһының (1994) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең Дәүләт премияһы (1996) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1981) лауреаты.
- Хисаметдинов Рафаил Сафа улы (1948), инженер, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. 1971 йылдан Дүртөйлө районы «Рассвет» колхозының баш инженеры; 1976 йылдан «Сельхозтехника» район берекмәһенең инженер-технологы, 1980 йылдан ремонт оҫтаханаһы мөдире; 2007—2011 йылдарҙа «Башкирская» МТС-ының Дүртөйлө филиалы инженеры. Башҡорт АССР-ы делегацияһы составында РСФСР-ҙың Молдавия ССР-ындағы әҙәбиәт һәм сәнғәт көндәрендә ҡатнашыусы (1972). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Яңы Аташ ауылынан.
- Хисамова Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы (1948), педагог, шағир. Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәбенең элекке тәрбиәсеһе. 1993 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
- Девейкина Любовь Федоровна (1958), инженер-технолог, Күмертау авиация етештереү предприятиеһының элекке баш металлург урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы.
- Семёнов Геннадий Викторович (1958), юрист, ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1997 йылдан Иглин районының хәҙерге «Агро-весна» йәмғиәте директоры. Район советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2013), райондың почётлы гражданы (2019). Сығышы менән Сыуаш-Ҡобау ауылынан.
- Безруков Сергей Михайлович (1968), агроном, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1983 йылдан (өҙөклөк менән) Иглин районы «Восход» колхозы тракторсыһы, «Строитель» совхозы механизаторы; 1993 йылдан «Искра» хужалығы етәксеһе; 2000 йылдан район хакимиәте башлығы урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән ошо райондың Михайловка ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Крашенников Ипполит Михайлович (1884—27.10.1947), ғалим-геоботаник һәм фитогеограф. СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан комплекслы экспедицияһы составында үҫемлектәрҙең республика биләмәләрендә таралыуын һәм характерын билдәләүсе дөйөм физик‑географик шарттарҙы өйрәнеүсе, үҫемлектәрҙең зональ төрҙәрен тасуирлаусы. Биология фәндәре докторы (1934), профессор (1939). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1947). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1945). Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.
- Шәрипов Айрат Хәйҙәр улы (1929—9.01.2015), ғалим-химик‑технолог. 1960 йылдан Нефтехимия производстволары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1968 йылдан – лаборатория мөдире; 1993—2008 йылдарҙа — Нефтехимия һәм катализ институтында ғилми төркөм етәксеһе һәм төп ғилми хеҙмәткәр. Техник фәндәр кандидаты (1965). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1979). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәзим Шафиҡов (1939—28.01.2009), Башҡортостандың рус телендә ижад иткән шағиры. Прозаик, драматург, сценарист, публицист, тәржемәсе һәм фольклорсы. 1977 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2004). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1992), Сергей Чекмарёв исемендәге (1989), Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге (1992), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге (1995), Рәми Ғарипов исемендәге (1998) премиялар лауреаты.
- Маркушев Михаил Вячеславович (1959), инженер‑механик. 1981 йылдан «Тантал» махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһы хеҙмәткәре, 1990 йылдан — Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1995 йылдан — сектор мөдире, 2007 йылдан — лабораторя мөдире. Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1987). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Назаров Айрат Әхмәт улы (1959), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Байыш ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1971: Сыртланова Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, Советтар Союзы Геройы (1946).
- 1976: Сөләймәнов Фәтҡелҡадир Мостафа улы, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы, яҙыусы, төркиәтсе.
тулы исемлек
- 2009: Зәйтүнә Насретдинова, башҡорт балеринаһы, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1955).