7 ноябрь
Уҡыу көйләүҙәре
7 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
7 ноябрь Викимилектә |
7 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 311-се көнө (кәбисә йылында 312-се). Йыл аҙағына тиклем 54 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Австралия: Ял көнө.
- АҠШ: Хеҙмәткә рәхмәтлек көнө.
- Бангладеш: Революция һәм теләктәшлек көнө.
- Беларусь: Бөйөк Октябрь революцияһы көнө.
- Венгрия: Милли опера көнө.
- Ҡырғыҙстан: Тарих һәм ата-бабаларҙы хәтерләү көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Дуҫлыҡ һәм татыулыҡ көнө (1996—2004).
- Айнытҡыс көнө.
- Пейнтбол көнө.
- Ҡойҡа көнө.
- СССР: Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы көнө (1918—1991).
- Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанындағы 1941 йылғы хәрби парад көнө.
- Тажикстан: Милли театр көнө.
- Тунис: Яңырыу көнө.
- АҠШ: Нотариус көнө.
- Аргентина: Спорт журналистары көнө.
- Беларусь: Граждандар авиацияһы көнө.
- Грузия: Нотариус көнө.
- Ҡырғыҙстан: Мәғлүмәт һәм матбуғат көнө.
- Украина: Социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1917: Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы.
- 1924: Өфөлә В. И. Ленинға һәйкәл асыла.
- 1931: Асҡын район гәзитенең беренсе һаны баҫылып сыға.
- 1931: Нуриман район гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
- 1936: Өфө нефть эшкәртеү заводында тәүге продукция эшләп сығарыла.
- 1941: Рәсәйҙең хәрби дан көнө: Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында хәрби парад үткәрелә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәров Ҡасим Закир улы (1900—11.2.1969), ғалим-башҡорт теле белгесе. 1938—1969 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, тел бүлеге мөдире. Филология фәндәре докторы (1963), профессор (1965).
- Мәмлиев Динәхмәт Нәбиулла улы (1905—1976), инженер-төҙөүсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1949—1973 йылдарҙа «Череповецметаллургстрой» тресы идарасыһы. РСФСР-ҙың 6-сы сығарылыш (1963-1967) Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIII съезы (1966) делегаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты. Вологда өлкәһе Череповец ҡалаһының почётлы гражданы (1967). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районынан.
- Алексеев Леонид Андреевич (1915—16.09.1980), театр рәссамы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1961—1980 йылдарҙа Стәрлетамаҡ рус драма театры рәссамы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1958).
- Мелкумов Георгий Арташесович (1925), ғалим-табип-фтизиатр, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1978—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990 йылға тиклем туберкулёз кафедраһы мөдире. 1978—2000 йылдарҙа Башҡортостан фтизиатрҙары йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1972), профессор (1974). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1967). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән Сәмәрҡәнд ҡалаһынан.
- Секерин Александр Иванович (1925—25.01.1999), ғалим-тарихсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1976—1994 йылдарҙа Силәбе дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1976 йылдан ижтимағи фәндәр кафедраһы, 1978—1979 йылдарҙа КПСС тарихы кафедраһы мөдире, 1982—1989 йылдарҙа фәнни коммунизм кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы. Тарих фәндәре докторы (1970), профессор (1971). Октябрь Революцияһы (1971), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Дыуан ауылынан.
- Әминев Мәхмүт Шәймәрҙән улы (1925–27.01.1984), хеҙмәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1949—1975 йылдарҙа Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе Бензин станцияһының вагон депоһы эшсеһе, 1961 йылдан — бригадир. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959). СССР-ҙың почётлы тимер юлсыһы.
- Муллағәлләмов Марат Сабит улы (1930), партия, дәүләт һәм хужалыҡ органдары ветераны, йәмәғәт эшмәкәре. 1962 йылдан партия органдары хеҙмәткәре, 1965 йылдан — хеҙмәтсәндәр депутаттарының Стәрлетамаҡ ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1979—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары; 1997—2015 йылдарҙа Республика һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 8—12 се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (2000), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976, 1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966), Салауат Юлаев (2021) ордендары, «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе (2010) кавалеры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Сермән ауылынан.
- Камалова Лира Шәрип ҡыҙы (1935), педагогик хеҙмәт ветераны. 1960 йылдан Хәйбулла районы Бүребай урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1964 йылдан директор урынбаҫары, 1971 йылдан — директоры; 1985 йылдан Өфөнөң 20-се урта мәктәбе директоры, 1987 йылдан — Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтының тәрбиә эше кабинеты мөдире, 1993—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Квалификация күтәреү һәм һөнәри йәһәттән яңынан әҙерләү институты методисы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978).
- Кәримова Роза Шәйхетдин ҡыҙы (1935), театр актёры. 1959—1989 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, 1989—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1985), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977) артисы.
- Камилов Феликс Хөсәйен улы (1940), ғалим-биохимик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1988—1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры. Медицина фәндәре докторы (1977), профессор (1979), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының (1991) һәм Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (2001), Рәсәй Иҡтисад академияһының ғәмәли ағзаһы (2001). Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡорт АССР-ының (1991) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Дубовский Анатолий Николаевич (1950), партия, дәүләт һәм хужалыҡ органдары ветераны, йәмәғәтсе. 1986—1990 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Калинин районы Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары һәм рәйесе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Хужина Рәйсә Гәрәй ҡыҙы (1950), хеҙмәт ветераны. 1980—2004 йылдарҙа Краснокама районының баш архитекторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы.
- Ямаева Лариса Әсхәт ҡыҙы (1955—5.01.2022), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1974—2003 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре. 2003 йылдан Көнсығыш иҡтисади юридик гуманитар академияһының Ватан тарихы кафедраһы мөдире, 2005 йылдан — тарих һәм хоҡуҡ факультеты деканы, 2006 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 2008 йылдан — бүлек мөдире. Тарих фәндәре докторы (2004).
- Бәхтейәрова Клара Зәки ҡыҙы (1960), ғалим-невролог. 1990 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан — Республика тарҡау склероз үҙәге етәксеһе. Медицина фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Күндерәк ауылынан.
- Букеева Лилиә Раднер ҡыҙы (1965), эстрада йырсыһы. 1996 йылдан Татарстандың Яр Саллы ҡалаһы «Энергетик» мәҙәниәт һарайы солисы. Башҡортостан (2021) һәм Татарстан (2016) Республикаларының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яблонский Всеволод Сергеевич (7.11.1901—2.05.1963), ғалим-инженер-механик. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1963 йылдарҙа Өфө нефть институтының нефть һәм газ транспортлау һәм һаҡлау кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1946), профессор (1946). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1962). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1945).
- Григорьев Иван Трофимович (1906—31.01.1984), рәссам-график, педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1950—1960 йылдарҙа Чебоксар сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире, директоры. Республика, төбәк, Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы. Сыуаш АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Иван-Казанка ауылынан.
- Нәжиб Асанбаев (Асанбаев Николай Васильевич; 1921—28.03.2013), журналист, драматург. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2006), РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1977) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1983). 1-се (1945) һәм 2-се (1985) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), Дуҫлыҡ (1997) һәм Салауат Юлаев (2005) ордендары кавалеры.
- Бәширов Рив Миңлехан улы (1936), юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер-механик. 1963 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967—1980 һәм 1984—2004 йылдарҙа машина-трактор паркын эксплуатациялау кафедраһы мөдире, 1980—1985 йылдарҙа ауыл хужалығын механизациялау факультеты деканы. Техник фәндәре докторы (1998), профессор (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы инженеры (1980), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылынан.
- Рубцов Евгений Михайлович (1936), хеҙмәт ветераны һәм сәнәғәт алдынғыһы. «Салауатбыяла» заводының элекке быяла эшләүсеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Ильясов Спартак Мөжәүир улы (1941—2.04.2022), комсомол һәм партия органдары, ауыл хужалығы ветераны, яҙыусы, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. 2012 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015), Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премия лауреаты (2012).
- Хәйбуллин Рауил Йәләлетдин улы (1946—16.09.2011), ауыл хужалығы, партия, дәүләт, хужалыҡ һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1980 йылдан КПСС-тың Хәйбулла район комитетының икенсе секретары, 1987 йылдан халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйесе; 1989 йылдан РСФСР Министрҙар Советы Эштәр идаралығының төбәктәр сәйәсәте бүлеге белгесе; 1994 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиленең беренсе урынбаҫары; 1997—2003 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Ленин районы башлығының беренсе урынбаҫары. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан.
- Аҡбашев Юлай Сафи улы (1951), муниципаль хеҙмәт ветераны. 2002—2015 йылдарҙа Ейәнсура районы халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған социаль яҡлау хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Бикбова Нәжиә Сөләймән ҡыҙы (1951), мәғариф ветераны. Сибай ҡалаһы «Ирәндек» лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, дәреслектәр авторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2003).
- Ғәйфуллин Самат Нәзиф улы (1956), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-стоматолог–ортопед. Өфө ҡалаһының 5-се стоматология поликлиникаһының баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Иҫәнғолова Әлфиә Фәрүәз ҡыҙы (1966), педагог. 2001 йылдан Салауат белем һәм һөнәри технологиялар колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғәриф хеҙмәткәре (2015) һәм мәғариф отличнигы (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Иҫке Сытырман ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Унасов Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы (1887—17.01.1921), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1918—1919 йылдарҙа Башҡорт ғәскәре каптенармусы. Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы етәкселәренең береһе.
- Мастрюков Степан Андреевич (1907-?), партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1946 йылдан ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары, еңел сәнәғәт бүлеге мөдире, 1951 йылдан Башҡорт АССР-ының еңел сәнәғәт министры. Башҡорт АССР-ының 4-се (1955-1959) 5-се (1959-1963) һәм алтынсы (1963-1967) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Ефимова Әминә Кәрим ҡыҙы (1917—18.11.2000), ғалим-химик-органик. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1967) һәм атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971)
- Емельянов Семён Иванович (1917—1999), педагог. Совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. РСФСР һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1989).
- Йәнтилин Хәкимйән Һиҙиәт улы (1917—28.03.1972), механизатор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947—1972 йылдарҙа Баймаҡ районы «Сибай» совхозы шофёры, механигы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Кәрешкә ауылынан.
- Попов Геннадий Петрович (1917—24.06.1976), юрист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945), СССР Эске эштәр министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Эске хеҙмәт подполковнигы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Дроботов Дмитрий Яковлевич (1922—2019), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1949—1982 йылдарҙа Хәйбулла районы «Ҡыҙыл Байраҡ» колхозы веттехнигы, рәйес урынбаҫары, зоотехнигы һәм бригадиры. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1978) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Атингән ауылынан.
- Ғәбитов Хәтип Ғәбит улы (1927—?), Бөйөк Ватан һуғышында һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1975—1990 йылдарҙа Магистраль газ үткәргестәрҙең Стәрлетамаҡ линия-производство идаралығының Асҡар газ бүлеү станцияһы операторы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Шәрип ауылынан.
- Евченко Василий Акимович (1927—1.10.2008), механизатор. 1949 йылдан Мәләүез районы «Мәләүез» совхозы механизаторы, 1966—1987 йылдарҙа һыйыр малын үҫтереү буйынса оператор. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1975). Сығышы менән ошо райондың 1960-сы йылдар аҙағында бөткән Воздвиженка ауылынан.
- Рыленко Владимир Данилович (1927—1.06.2015), комсомол һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1957—1960 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. 1960 йылдан Башҡорт АССР-ы эске эштәр министры урынбаҫары, 1962—1987 йылдарҙа эске эштәр министры, эске хеҙмәт генерал-лейтенанты (1975). СССР Эске эштәр министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған юрисы. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967, 1977) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1981) ордендары кавалеры.
- Иҫәнаманов Мөхәмәт Ҡотлоғужа улы (1932—25.03.2009), механизатор, йәмәғәтсе. 1967 йылдан Баймаҡ районы «Йылайыр» совхозының бүлексә идарасыһы, 1976—1995 йылдарҙа — механизатор. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1969). Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш (1967— 1971) Юғары Советы депутаты. Сығышы менән ошо райондың Ғәле ауылынан.
- Филиппов Александр Павлович (1932—15.10.2011), Башҡортостанда тыуып, рус телендә ижад иткән шағир, прозаик, тәржемәсе һәм сценарист, 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1958 йылдан КПСС ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2004), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1973), Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Исхаҡова Фәриҙә Ғибат ҡыҙы (1937), мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәре. 1958 йылдан Баймаҡ районы 2-се Этҡол мәҙәниәт йорто директоры, 1980—1992 йылдарҙа китапхана мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974). Сығышы менән ошо райондың Ишмөхәмәт ауылынан.
- Хәзиев Вәкил Ғәлимйән улы (1937—2015), тарихсы-архивсы, 1963—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Үҙәк дәүләт архивы хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Жирова Екатерина Николаевна (1947), нефтехимик. 1966—2004 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе контролёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1990). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Аҡмола ҡалаһынан.
- Саитова Светлана Андреевна (1947—28.04.2017), журналист. 1977—2007 йылдарҙа «Салауатбыяла» берекмәһенең күп тиражлы гәзите хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәи киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Чебыкина Валентина Михайловна (1947), педагог. 1971 йылдан Мәсетле районының хәҙерге Оло Ыҡтамаҡ лицейы уҡытыусыһы, 1995 йылдан —директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2000), Рәсәй халыҡ мәғарифы отличнигы (1998). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Фәйзуллин Марат Рәйес улы (Татурас; 1982), музыкант, композитор һәм музыкаль продюсер, тауыш режиссёры. Рәсәйҙә этник проекттарҙы үҫтереүсе. Рәсәй Композиторҙар союзы ағзаһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кувыкин Степан Иванович (1903—16.09.1974), инженер-ғалим-нефтсе. 1942—1957 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһе начальнигы, 1965—1970 йылдарҙа СССР нефть сәнәғәте министры урынбаҫары. Техник фәндәр кандидаты (1957). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948),Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957). СССР-ҙың 3—6-сы саҡырылыш, РСФСР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ике тапҡыр (1946, 1950) Сталин премияһы лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһе) Балтай районы Алай ауылынан.
- Садиҡова Әҡлимә Ғариф ҡыҙы (1908—18.06.1993), театр артисы. 1933—1983 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1972), Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1955) артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
тулы исемлек
- Никифоров Михаил Тихонович (1918—30.10.1993), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1936—1978 йылдарҙа Бүздәк районы «Бүздәк» совхозының тракторсыһы, шофёры, ферма мөдире, 1954—1978 йылдарҙа бүлексә идарасыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән ошо райондың Казанка ауылынан.
- Сергеев Василий Семенович (1923—1993), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Терәпә ауылынан.
- Байбулов Дауыт Һаҙи улы (1928—3.06.2008), инженер. 1950 йылдан Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш баҡыр иретеү комбинаты мастеры, өлкән мастеры, технологы, цех начальнигы урынбаҫары һәм цех начальнигы; 1961 йылдан — баш инженер, 1977—1989 йылдарҙа — комбинат директоры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылынан.
- Ғүмәров Вәрис Зыяҡай улы (1928—27.08.2007), табип-ғалим, йәмәғәтсе. 1970—1992 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1992—2000 йылдарҙа «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең әйҙәүсе мөхәррире. Медицина фәндәре кандидаты (1970). СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1996), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
- Казанцев Дмитрий Александрович (1933—?), механизатор. 1963 йылдан Дүртөйлө технологик транспорт идаралығының цементлау агрегаты моторисы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының Үрге Троицк ауылынан.
- Рассадников Александр Михайлович (1933—?), ауыл хужалығы хеҙмәткәре 1955—1988 йылдарҙа Баймаҡ районы «Рассвет» колхозы шофёры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың Бикеш ауылынан.
- Ильясова Люциә Кәрим ҡыҙы (1938), педагог. 1963 йылдан Хәйбулла районы Иләс, 1977—1993 йылдарҙа — Яңы Ергән мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1985). Сығышы менән Иләс ауылынан.
- Күҫәков Зиннәт Шәһит улы (1938—2015), Ейәнсура районы «Заветы Ильича» колхозының элекке зоотехнигы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған зоотехнигы.
- Әхмәтйәнова Мөнирә Шәймәрҙән ҡыҙы (1938), китапханасы. 1985 йылдан Туймазы ҡалаһының 2-се китапханаһы мөдире, 1985—1990 йылдарҙа ҡала үҙәк китапханаһының бүлек мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Райман ауылынан.
- Рабухин Павел Семенович (1943), төҙөүсе. 30-сы күпер төҙөү отрядының элекке директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе. СССР-ҙың Халыҡтар Дуҫлығы, «Почёт Билдәһе», Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.
- Ишбирҙин Дамир Әхмәт улы (1948), партия һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1992—2010 йылдарҙа Салауат районы Арҡауыл ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы. Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Мәсетле ауылынан.
- Вәкилә Ҡалмантаева (1948—5.02.2021), театр һәм кино артисы. 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры. 1976 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
- Шәрипова Илүсә Тимерғәли ҡыҙы (1948), педагог. 1977—2011 йылдарҙа Краснокама районы Николо-Берёзовка урта мәктәбенең һәм бер үк ваҡытта 1991 йылдан Нефтекамалағы 1-се лицейҙың рәсем уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Үрмәт ауылынан.
- Молчанов Александр Николаевич (1958), педагог, спортсы. 1984 йылдан Салауат ҡалаһының Балалар (үҫмерҙәр) техник ижад үҙәге педагогы. Радиоспорт буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2006), СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Донъя (2006) һәм Европа (1987—1988) чемпионы. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Мөҙәрисова Нурия Ғәлихан ҡыҙы (1963), спортсы. Ғәмәли‑хәрби күпбәйге (полиатлон) буйынса 1987—1991 йылдарҙа СССР-ҙың, 1992—1995 йылда Рәсәйҙең йыйылма командалары ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996), Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1999). Күп тапҡырҙар Европа, СССР, РСФСР һәм Рәсәй чемпионы, шул кимәлдәге ярыштарҙың көмөш һәм бронза призёры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ибраһимов Әхмәт Йосоп улы (1919—1977), педагог. 1962—1976 йылдарҙа Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Михайлов Дмитрий Иванович (1919—5.12.2018), нефтсе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың 6‑сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1980), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1969).
- Белов Михаил Ипатович (1924—24.02.2015), СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, десантсы, генерал-майор (1979). Бөйөк Ватан һуғышында һәм Венгриялағы 1956 йылғы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы, хәрби фәндәр докторы (1968), профессор (1971). Тарихсы-мемуарсы. 1944 йылдан КПСС ағзаһы. Ҡыҙыл Байраҡ (1956), ике 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм 3‑сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» (1975) ордендары кавалеры.
- Борисова Нинель Андреевна (1924—10.08.2019), ғалим-невролог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995). Медицина фәндәре докторы (1972), профессор (1973). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).
- Пустарнаков Владимир Павлович (1924—19.07.2000), СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1964 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1995), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993). 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Сәлимов Сәбих Мөхәмәҙиә улы (1929—22.12.1997), нефтехимик. 1957—1996 йылдарҙа хәҙерге «Башнефть-Өфөнефтехим» йәмғиәтенең өлкән операторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1972).
- Чернов Виллий Васильевич (1939—25.05.2016), хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе. Дуҫлыҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (2012).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1706: Карло Чечере, Италия композиторы.
- 1867: Мария Склодовская-Кюри, ғалим-экспериментатор (физик, химик), педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре. Ике тапҡыр Нобель премияһы лауреаты.
- 1879: Лев Троцкий, Совет Рәсәйе сәйәсмәне.
- 1901: Рина Зелёная, СССР-ҙың эстрада, театр һәм кино артисы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1970).
- 1929: Эрик Кандель, АҠШ психиатры.
- 1934: Марсель Сәлимйәнов, режиссёр, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1944: Рихард Зорге, СССР разведчигы, Советтар Союзы Геройы (1964 — үлгәндән һуң).
- 2000: Борис Заходер, СССР-ҙың балалар яҙыусыһы, шағир һәм тәржемәсе.
- 2005: Михаил Гаспаров, СССР һәм Рәсәй-ҙең әҙәбиәт белгесе, академик, тәржемәсе.
- 2005: Николай Трофимов, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1990).