10 март
Уҡыу көйләүҙәре
(10 марта битенән йүнәлтелде)
10 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
10 март Викимилектә |
10 март — григориан стиле буйынса йылдың 69-сы (кәбисә йылында 70-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 296 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Корея Республикаһы: Хеҙмәт көнө.
- Мьянма: Ҡоро миҙгел башланыу көнө.
Төбәк байрамдары
- Адыгея: Конституция көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Архивтар көнө.
- Лаос: Уҡытыусылар көнө.
- Украина: Игенселәр көнө.
- 1806: император Александр I указы менән Мәскәү Кремлы музейы ойошторола.
- 1862: АҠШ-тың федераль хөкүмәте беренсе ҡағыҙ аҡсалар сығара.
- 1876: Александр Белл, телефон уйлап табыуға патент алыуға өс көн үткәс, күрше бүлмәләге иптәше Томас Уотсон менән телефондан беренсе мәртәбә һөйләшә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зарипов Зиннур Зариф улы (1915—11.07.1997), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар дивизияһы артилерия полкының орудие командиры, старшина. 1945 йылдан Дүртөйлө районының «Ҡыҙыл Бүләк» колхозы рәйесе, рәйес урынбаҫары, ферма мөдире. Дан орденының тулы кавалеры. Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Хөсәйенов Хөрмәт Хәмзә улы (1920—10.03.2002), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, артиллерия полкының орудие командиры, старшина. 1953—1980 йылдарҙа Сәмәрҡәнд ҡалаһындағы 3-сө автомобиль ремонтлау заводында слесарҙар бригадиры. Дан орденының тулы кавалеры. Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған автотранспорт хеҙмәткәре.
тулы исемлек
- Хәсәнов Нәжметдин Танһыҡҡужа улы (1925—8.03.2013), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, ҡурайсы. 1962 йылдан Ейәнсура районының «Октябрь байрағы» (хәҙер «Ейәнсура таңдары») гәзите хеҙмәткәре, 1987—1996 йылдарҙа Ейәнсура музейы директоры. РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт ижады смотры лауреаты (Өфө, 1952). Сығышы менән ошо райондың Мәзит ауылынан.
- Орданский Марк Семёнович (1930—1.01.1998), ғалим-хоҡуҡ белгесе. 1970 йылдан Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты уҡытыусыһы, 1986 йылдан гражданлыҡ хокуғы кафедраһы мөдире. Рәсәй Федерацияһы Социаль фәндәр академияһы академигы, юридик фәндәр докторы (1986), профессор (1989). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған юрисы (1990). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Кировоград ҡалаһынан.
- Целищев Владимир Александрович (1960), ғалим-инженер-механик. 1982 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 2002 йылдан авиация двигателдәре факультеты деканы, 2006 йылдан ғәмәли гидромеханика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2008 йылдан — «Гидропневмоавтоматика» уҡыу-ғилми инновациялы үҙәге директоры, 2010 йылдан «Электр, йылылыҡ һәм башҡа төр энергияны күсереү, бүлеү һәм ҡулланыуҙың энергия һаҡлаусы системаларының заманса технологиялары» ғилми-белем биреү үҙәге директоры. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2011), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Николо-Берёзовка ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әҙеһәмов Абдулла Камалетдин улы (1896—3.12.1968), Башҡорт милли хәрәкәте, партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1918—1923 йылдарҙа Башҡорт Хөкүмәте һәм Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһы хөкүмәте ағзаһы, шул иҫәптән эске эштәр, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары.
- Ярулла Вәлиев (1921—6.01.1981), журналист, яҙыусы. 1941—1975 йылдарҙа республиканың төрлө киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре: 1947—1949, 1950—1954 һәм 1957—1960 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре, 1966—1975 йылдарҙа бүлек мөдире; 1949—1950 йылдарҙа «Кызыл таң» гәзите, 1960—1965 йылдарҙа «Һәнәк» журналы хеҙмәткәре; 1944—1946 йылдарҙа ВКП (б)-ның Бөрйән район комитетының бүлек мөдире. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981).
тулы исемлек
- Мөхәмәтйәнов Файыҡ Тимерйән улы (1921—2.06.2009), Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылдағы совет-япон һуғышында ҡатнашҡан шағир һәм журналист. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980).
- Баһауетдинов Ғәмил Әмир улы (1951), ауыл хужалығы ветераны. «Өфө» тәжрибә участкаһының элекке директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Павлов Валентин Николаевич (1966), ғалим-уролог, юғары мәктәп эшмәкәре. 2011 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры. 1999 йылдан Рәсәй урологтары йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2016), медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007).
- Ғиниәтуллин Наил Ибәт улы (1941), эшҡыуар. Өфөләге «Орбита» ғилми-файҙаланыуға индереү предприятиеһы директоры. Рәсәй Медик-техник фәндәр академияһы академигы, Халыҡ-ара сифат һәм маркетинг академияһының почетлы академигы, профессор.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Садиков Мөхәмәт Садиҡ улы (1887—20.12.1960), педагог. 1925—1948 йылдарҙа Әбйәлил районы мәктәптәре уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1940—1948 йылдарҙа Сәйетҡол мәктәбе директоры. Ленин ордены кавалеры (1949). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Низаметдинов Ҡазыхан Низаметдин улы (1892—8.12.1937), уҡытыусы, Рәсәй империяһы армияһы поручигы, 1918—1919 йылдарҙа Башҡорт армияһы полк командиры, штабс-капитан. 1921—1923 йылдарҙа Башҡорт команда курстары начальнигы. 4-се дәрәжә Изге Анна, 2-се дәрәжә Изге Станислав ордендары кавалеры. Сәйәси золом ҡорбаны.
тулы исемлек
- Поддубный Алексей Павлович (1907—1.10.1986), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар полкының артиллерия начальнигы, подполковник. Советтар Союзы Геройы (1943). Һуғыш алдынан Өфөлә йәшәй.
- Исхаҡов Зәкирйән Ғаббас улы (1912—16.11.1997), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1951—1972 йылдарҙа Баймаҡ районы «Сибай» совхозы комбайнсыһы. Ленин ордены кавалеры (1957). Сығышы менән ошо райондың 1-се Төрөкмән ауылынан.
- Латипов Ғабдрахман Хәким улы (1917—25.01.1945), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының орудие командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Иҫке Бәшир ауылынан.
- Попов Семён Ефремович (1917—8.11.1987), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Мотоуҡсылар бригадаһының разведка отделениеһы командиры ярҙамсыһы, сержант. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Кандаковка ауылынан.
- Хажиәхмәтов Әхмәтсафа Хажиғәли улы (1917—?), нефтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951 йылдан «Туймазынефть» нефть промыслаһы идаралығы, 1963—1970 йылдарҙа «Башнефтегазпром» идаралығы операторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Урманаҫты ауылынан.
- Кәбир Аҡбашев (1932—6.02.2019), журналист һәм яҙыусы, шағир, драматург, тәржемәсе. 1992 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Экран» телерадиокомпанияһының яуаплы мөхәррире, 2000—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары. 1969 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1990 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000).
- Мағазов Риза Шәйехйән улы (1932—30.12.2022), ғалим-микробиолог. 1978 йылдан Өфө вакциналар һәм сывороткалар ғилми-тикшеренеү институты директоры, 1988—1995 йылдарҙа «Иммунопрепарат» ғилми-производство берекмәһенең генераль директоры, 1991—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Медицина фәндәре бүлексәһенең академик‑секретары, 1996—2008 йылдарҙа Рәсәй Медицина фәндәре академиияһының Башҡортостан ғилми үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), Сыуаш Республикаһы Фәндәр академиияһының почётлы академигы (1994), медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1988). Башҡорт АССР-ының 12‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1980), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1960). Ҡол Ғәли исемендәге халыҡ-ара премия (2001) һәм СССР Министрҙар Советы премияһы (1985) лауреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Заболотный Валентин Григорьевич (1942), хеҙмәт ветераны. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының элекке көйләүсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
- Кексин Николай Владимирович (1947), хеҙмәт ветераны. 1977—2013 йылдарҙа «Салауатбыяла» берекмәһе ташсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Рязановский ауылынан (хәҙер бөткән).
- Йәрмөхәмәтова Розалия Динар ҡыҙы (1957), фельдшер. 1978 йылдан Асҡар үҙәк район дауаханаһының шәфҡәт туташы, ойоштороу-методик кабинет статисы, 1984 йылдан — стационарҙың өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән ошо райондың Аһылай ауылынан.
- Нәҙерғолова Мәҙинә Ғәйнетдин ҡыҙы (1962), педагогик хеҙмәт ветераны. Йылайыр районы Ҡашҡар урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2009). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Ришат Ғәлиханов (1972) эстрада йырсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2013), төрлө кимәл ижади бәйгеләр лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Байҡыбаш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әҙелгәрәев Йыһанур Абдулвәли улы (1923—1992), биолог. Сәнәғәт тармағы, партия һәм комсомол органдары, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1960—1985 йылдарҙа Борай районы Мәғҙән исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Ленин (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Тәпәреш ауылынан.
- Белецкая Ирина Петровна (1933), ғалим-химик-органик. 1955 йылдан Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1988 йылдан лаборатория мөдире. 1970-се йылдарҙан алып Башҡортостан ғалимдары менән берлектә үҙенсәлекле тикшеренеүҙәр үткәреүсе. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1974), Рәсәй Федерацияһы Фәндәр академияһы академигы (1992), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991). Химия фәндәре докторы (1963), профессор (1970). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1983). Сығышы менән Ленинград ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ибраһимов Сабир Шайхлислам улы (1933), Кушнаренко районы Салауат исемендәге колхоздың элекке механизаторы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре 1981).
- Лаврентьева Прасковья Ильинична (1933), малсы. 1947—1988 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районы «Ҡарламан» совхозының сусҡа ҡараусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1981), Ленин ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Мансаҙы ауылынан.
- Өмөтбаев Әсхәт Ғимран улы (1938—22.10.2007), инженер-нефтсе. 1968 йылдан Сибай район-ара нефть базаһы механигы, 1971 йылдан баш инженеры, 1973—1999 йылдарҙа — директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе (1993). Рәсәй Президентының Рәхмәт хаты (2000) һәм Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1976). Сибай ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылынан.
- Әхтәм Абушахманов (1948), театр һәм кино актёры. 1970 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, 1989—1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры, бер үк ваҡытта 1996 йылдан — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1984) артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1983).
- Хәйретдинов Борис Мөхәмәт улы (1948), педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, үҙешмәкәр яҙыусы, шағир һәм композитор, йәмәғәтсе. 1967—2013 йылдарҙа Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы мәктәптәре уҡытыусыһы, директор урынбаҫары һәм директоры; Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт смотры (1985) һәм Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге премияһы (2003) лауреаты. Сығышы менән ошо райондың 2-се Этҡол ауылынан.
- Клёнов Александр Анатольевич (1953), инженер-төҙөүсе. 1976 йылдан «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең төҙөлөш участкаһы мастеры, прорабы, начальнигы; 2005 йылдан «Салауатстрой» йәмғиәтенең Төҙөлөш идаралығы начальнигы; 2007 йылдан «Востокнефтезаводмонтаж» компанияһының директор урынбаҫары, 2008—2011 йылдарҙа — механизация һәм төҙөлөш идаралығы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районының Красноусол ауылынан.
- Мәхийәнов Азат Рәфҡәт улы (1963), педагог. 1987 йылдан Әбйәлил районы Ишҡол урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1997 йылдан — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусы (2010) һәм мәғариф отличнигы (2002). Сығышы менән ошо райондың Ҡырҙас ауылынан.
- Сәфәрғолова Наилә Абдулхай ҡыҙы (1963), режиссёр, муниципаль хеҙмәткәр. 1985 йылдан Салауат ҡалаһының «Төҙөүсе», 1988 йылдан — «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайҙарының драма коллективтары етәксеһе; 1989 йылдан ҡала советы башҡарма комитетының һәм ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире; 1998—2014 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры директоры. 2015 йылдан «Башҡортостан» телерадикомпанияһы «Ҡурай» телеканалының етәксе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008). Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты (2023).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡужаҡов Морат Ғәлләм улы (1904—30.10.1986), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының отделение командиры, гвардия өлкән сержанты. 1945 йылдан хәҙерге Көйөргәҙе районының С. М. Киров исемендәге колхоз рәйесе, 1953—1957 йылдарҙа — бригадир. Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Мораптал ауылынан.
- Ҡотлобаева Ҡәҙриә Искәндәр ҡыҙы (1909—11.02.1997), табип-хирург. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби табибы. 1946— 1968 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1962), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1954). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943) кавалеры.
тулы исемлек
- Ҡәҙерғолов Мөхәмәт Нурғәле улы (1919—16.10.1998), ҡурайсы, уҡытыусы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Бөрйән район мәҙәниәт һарайының «Мәсем таш» ҡурайсылар халыҡ ансамблен ойоштороусы һәм уның 1975—1979 йылдарҙағы етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989). Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты (Өфө, 1954). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Темәс ауылынан.
- Ғүмәров Фәрит Хафиз улы (1929—15.06.2000), тарихсы-ғалим, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1964). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000).
- Исмәғилев Абдулла Ғиниәт улы (1929—21.12.2010), тарихсы-ғалим, мәғариф һәм партия органдары, матбуғат хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1966—1986 йылдарҙа «Совет Башкортостаны» гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ының VII—XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1966 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Тарих фәндәре кандидаты (1966). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999). «Почёт Билдәһе» ордены (1971) кавалеры.
- Ҡадиров Урал Ғаян улы (1929—19.06.2017), ветеринар-ғалим, патологоанатом. 1971 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты, 1995—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ветеринария фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1980).
- Сурин Вениамин Константинович (1929—24.07.1995), сәнәғәт өлкәһе һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1964—1988 йылдарҙа КПСС-тың Белорет ҡала комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының VII—X саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIII съезы делегаты. Октябрь Революцияһы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Белорет ҡалаһы һәм Белорет районының почётлы гражданы (1996, үлгәндән һуң).
- Йәнекәева Финә Әмир ҡыҙы (1939—2016), сауҙа хеҙмәткәре. 1960–1997 йылдарҙа Кушнаренко районы Баҡай ауыл магазины мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1988). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Дәүләтшин Вәкил Вәғиз улы (1949), архитектор. 1997 йылдан Рәсәй Архитекторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы архитекторы (2002). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1998).
- Хөсәйенов Салауат Сәхи улы (1964), торлаҡ-коммуналь, хеҙмәтләндереү өлкәләре һәм муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2014—2020 йылдарҙа Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһы торлаҡ-коммуналь хужалығының һәм Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы һәм Рәсәйҙең 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
- Әсләмов Рәфит Сабир улы (1969), урмансы. 2004 йылдан Нуриман урман хужалығының өлкән мастеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (2022). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Әтнәш ауылынан.
- Мәхийәнова Олимпия Айҙар ҡыҙы (2004), спортсы, көрәшсе. Белорет районы көрәш спорты федерацияһы тәрбиәләнеүсеһе. Билбау көрәше буйынса юниорҙар араһында ике тапҡыр донъя чемпионы. Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1845: Александр III, дәүләт эшмәкәре. 1881—1894 йылдарҙа Рәсәй императоры.
- 1875: Александр Гольденвейзер, пианист, композитор, йәмәғәт эшмәкәре, СССР-ҙың халыҡ артисы (1946).
- 1935: Иван Калин, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1980—1985 йылдарҙа Молдавия ССР-ы Юғары Советы Президиумы рәйесе.
- 1940: Чак Норрис (1940), АҠШ кино актёры, яугирлыҡ сәнғәте оҫтаһы.
- 1955: Юлиуш Махульский, Польша кинорежиссёры, сценарист һәм продюсер.
- 1958: Шэрон Стоун, АҠШ кино актрисаһы.
- 1940: Михаил Булгаков, СССР яҙыусыһы, драматург.
- 1985: Константин Устинович Черненко, СССР-ҙың партия эшмәкәре.
- 2001: Владимир Ворошилов, режиссёр, «Что? Где? Когда?)» тапшырыуының элекке алып барыусыһы.