15 апрель
Уҡыу көйләүҙәре
(15 апреля битенән йүнәлтелде)
15 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
15 апрель Викимилектә |
15 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 105-се (кәбисә йылында 106-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 260 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Бөтә донъя сәнғәт көнө.
- Ер: Микро-ирекмәнлек көнө.
- Мәҙәниәт көнө.
- Экологик белем көнө.
- Мобиль элемтәһеҙ көн.
- Еңелсә сәйәхәт итеү көнө.
- АҠШ: Һалым көнө.
- Резинка юйғыс көнө.
- Кер йыуыу йорттары көнө.
- Босния һәм Герцеговина: Армия көнө.
- Грузия: Мөхәббәт көнө.
- Испания: Балалар көнө.
- Ҡаҙағстан: Ғашиҡтар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: 5 июнгә тиклем дауам иткән «Экологик хәүефтән һаҡланыу көндәре»нең башланыуы.
- Рәсәй Федерацияһы: Радиоэлектрон көрәш белгестәре көнө.
- Үзбәкстан: Мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1900: Париж күргәҙмәһендә Кәҫле суйын павильоны урынлаштырыла.
- 1924: АҠШ-та автомобиль юлдарының донъялағы тәүге атласы төҙөлә.
тулы исемлек
- 1955: Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһының премьераһы була.
- 1955: АҠШ-тың Иллинойс штаты Дез-Пленз ҡалаһы эшҡыуары Рэй Крок үҙенең тәүге «Макдоналдс» ресторанын аса.
- 1956: Мәскәүҙә «Современник» театры эшләй башлай.
- 1990: Симферополь ҡалаһында яңынан тергеҙелгән хәҙерге Ҡырымтатар академия музыкаль драма театрының беренсе тамашаһы була.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мырҙабулатов Сөләймән Шәңгәрәй улы (1890—9.01.1931), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1919 йылдың июненән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы, 1920—1923 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссары ярҙамсыһы, ер эштәре халыҡ комиссары.
- Исмәғилев Ришат Сәлих улы (1920—3.09.2020), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945—1985 йылдарҙа Нуриман районы Байгилде урта мәктәбе директоры. 1-се Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы (Мәскәү, 1960), Башҡорт АССР-ы уҡытыусыларының 1—7-се съездары делегаты. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1959), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960). I (1985) һәм II (1957) дәрәжә Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» (1960) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Ғиләжетдинов Йәүҙәт Мәхмүт улы (1930—30.08.2011), ғалим-философ, социолог, йәмәғәтсе. 1988 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1990 йылдан — иҡтисад һәм хеҙмәт социологияһы кафедраһы, 1991 йылдан — социология, 2000—2006 йылдарҙа — ғәмәли һәм тармаҡ социологияһы кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 1998 йылдан — Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының социология бүлеге мөдире, 2004—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Социалогик һәм сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәгенең төп ғилми хеҙмәткәре. Философия фәндәре докторы (1975), профессор (1976). Рәсәй Социаль фәндәр академияһы академигы (1997). Рәсәй социологтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе (1992—2006), Рәсәй социология ассоциацияһының республика бүлексәһе (2003—2005) рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1983).
- Иванов Пётр Ильич (1950), механизатор. 1980 йылдан Стәрлетамаҡ районы Фрунзе исемендәге колхоз тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996), Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Терәпә ауылынан.
- Ғафаров Винер Ғәбдрәхим улы (1955), ғалим-табип. 1997 йылдан Өфө ҡалаһының 2-се стоматалогия поликлиникаһының баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты (2003). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған табибы. Ғафури районының почётлы гражданы (2015). Сығышы менән ошо райондың Яңғыҙҡайын ауылынан.
- Глухарёв Василий Геннадиевич (1980), спортсы, тренер. 2000—2008 йылдарҙа спорт ориентирлашыуы буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, 2008 йылдан Төмән өлкәһе йыйылма командаһының баш тренеры. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2004). Шәхси зачётта Рәсәй чемпионы (2001—2008). Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғилманов Фитрат Абдулла улы (1921—2015), хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1967—1979 йылдарҙа СССР Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең дивизия командиры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Рауил ауылынан.
- Власов Алексей Владимирович (1926—21.03.2012), ғалим-инженер-иҡтисадсы. 1969—1998 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шөңгәккүл ауылынан.
тулы исемлек
- Зәйнуллин Хәмит Хисмәтулла улы (1931—1.11.2000), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1958—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районының М. В. Фрунзе исемендәге колхоз тракторсыһы, 1973—1977 йылдарҙа комплекслы бригада бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
- Хәмзин Фәрит Хәбибулла улы (1931—1.10.2007), партия органдары һәм дәүләт хеҙмәткәре. 1976—1987 йылдарҙа КПСС-тың Салауат ҡала комитетының беренсе секретары; 1988—1991 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Нәшриәт, полиграфия эштәре һәм китап сауҙаһы буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971, 1981) кавалеры, Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (1998).
- Әшрәпов Әсхәт Тажетдин улы (1931—19.04.2008), кинооператор. 1955 йылдан «Казахфильм» киностудияһының кинооператоры, 1961 йылдан «Эдельвейс» киностудияһы директоры. Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979) һәм ике тапҡыр Дәүләт премияһы лауреаты (1967, 1970). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ҡыяуыҡ ауылынан.
- Мәһәҙиева Рәйсә Мөлөк ҡыҙы (1936), дәүләт органдары хеҙмәткәре, табип. 1979—1992 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының социаль тәьминәт министры. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау, РСФСР-ҙың социаль тәьминәт отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Ҡананикольский ауылынан.
- Тайфур Сәғитов (1936—26.04.2018), журналист, яҙыусы, публицист. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). Сергей Чекмарёв исемендәге премия лауреаты (1985).
- Әхмәҙиев Фәнәүи Әхмәтнур улы (1936), урындағы башҡарма орган хеҙмәткәре. 1977—1984 йылдарҙа Ҡариҙел районы Подлуб ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән Подлуб ауылынан.
- Яковлев Владимир Валентинович (1946), ғалим-инженер-электромеханик. 2002 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2002). Сығышы менән Сверловск ҡалаһынан.
- Шәйәхмәтов Өлфәт Шәйхизаман улы (1956), ғалим-физик, юғары мәктәп хеҙмәткәре. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2001 йылдан финанс-иҡтисад мәсьәләләре буйынса проректор; 2010 йылдан — Ғилми-производство инновацион технологиялар институты директоры. Техник фәндәр докторы (2002), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Яңы Ҡатай ауылынан.
- Мирғәлиев Ринат Хәтмулла улы (1951), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1983 йылдан Кушнаренко районы «Алға» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Буранғолова Наилә Дамир ҡыҙы (1961), педагог, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәзи Кашшаф (Кашафетдинов Мирғәзи Солтан улы; 1907—9.12.1975), ғалим-филолог, әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. 1947—1950 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Ҡазан филиалының Тел, әҙәбиәт һәм тарих институты хеҙмәткәре, 1961—1975 йылдарҙа Ҡазан дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1960). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) һәм «Почёт Билдәһе» (1967) ордендары кавалеры, Татарстан комсомолының Муса Йәлил исемендәге премияһы лауреаты (1976, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Яңы Арыҫланбәк ауылынан.
- Шокуров Анисим Павлович (1912—26.07.1990), археолог, уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1955—1957 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Археология институты Башҡортостанда ойошторған археологик экспедицияһының отряд етәксеһе. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1971), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1961).
тулы исемлек
- Асҡарова Йәүриә Насип ҡыҙы (1927—6.04.2011), ғалим-гигиенист. 1949—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967—1992 йылдарҙа дөйөм гигиена кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1974—1982 йылдарҙа санитария-гигиена факультеты деканы. Медицина фәндәре докторы (1970), профессор (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Кириллова Евдокия Федотовна (1927—1.07.2005), малсылыҡ алдынғыһы. 1958—1982 йылдарҙа Баҡалы районы «Ленин юлы» колхозының ҡош ҡараусыһы. Башҡорт АССР-ының алтынсы саҡырылыш (1963—1967) Юғары Советы депутаты, КПСС-тың 22-се съезы делегаты (1961). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Райондың почётлы гражданы (2000).
- Йомағужин Хәлил Моғаттар улы (1937—2012), педагог, мәҙәниәт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1974—1989 һәм 1992—1997 йылдарҙа Ишембай район Советы башҡарма комитетының һәм район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире һәм начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), райондың почётлы гражданы.
- Ҡурамшин Рамир Марат улы (1937), именлек органдары һәм спорт ветераны, полковник. Конькиҙа тиҙлеккә йүгереү буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, Башҡорт АССР-ы чемпионы, күпбәйге буйынса СССР Сит ил эштәре министрлығы чемпионы.
- Осипов Виктор Иванович (1937), ғалим-геолог, гидрогеолог. 1991 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Геоэкология институты директоры, 2015 йылдан — ғилми етәксе. 1987 йылдан «Геоэкология» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1991), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1998), геолого-минералогия фәндәре докторы (1977), профессор (1980). СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Яңы Михайловка ауылынан.
- Таһиров Дамир Хәкимйән улы (1947), механизатор. 1963—1966 һәм 1969—2007 йылдарҙа Әбйәлил районының Киров исемендәге колхоз тракторсыһы, 1974 йылдан бригадирҙың техника буйынса ярҙамсыһы, 1979 йылдан — бригадир. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән ошо райондың Мәхмүт ауылынан.
- Вилков Игорь Иванович (1957), спорт ветераны. 1978—1988 йылдарҙа уҡ атыу буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1976). Сығышы менән Бөрө ҡалаһынан.
- Нияҙғолов Раушан Рәшит улы (1957), ҡурайсы. 1996 йылдан Сибай филармонияһы артисы, 2009 йылдан филармония директорының концерт эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2010), төрлө кимәл ижади конкурс һәм фестивалдәр лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Асҡар ауылынан.
- Сәлихов Фәнәүи Зиҡаф улы (1957), йырсы, педагог. 1988 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1995 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, 2001—2011 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) артисы.
- Шәйәхмәтов Фәйзулла Әхмәҙи улы (1957), йырсы, хор артисы, баянсы һәм ҡурайсы. 1981 йылдан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһы солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ҡолсора ауылынан.
- Андреев Александр Вадимович (1972), ғалим-иҡтисадсы, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2013 йылдан Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының алтынсы (2018—2023) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре докторы. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының I һәм II дәрәжә миҙалдары кавалеры, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Аэрофлот отличнигы. Сығышы менән Саранск ҡалаһынан.
- Ғәлимов Радик Рәфҡәт улы (1972), табип. 2011 йылдан Өфө ҡалаһындағы 4-се инфекция клиник дауаханаһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Йылайыр ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юревич Эдуард Иванович (1888—16.09.1958), партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1926 йылдың декабренән — 1930 йылға тиклем ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы (1-се) секретары.
- Ғәббәсов Хәлиулла Хәмит улы (1903—3.06.1991), слесарь. 1942—1958 йылдарҙа Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты эшсеһе, шул иҫәптән 1947 йылдан көс станцияһы механигы вазифаһын башҡарыусы. Ленин (1955) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1952) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылынан.
тулы исемлек
- Туленков Константин Иванович (1908—17.05.1978), металлург-инженер, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946—1956 йылдарҙа ул ваҡыттағы Белорет ҡорос сым-канат заводының үҙәк лабораторияһы начальнигы. Сталин премияһы лауреаты (1952). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1973). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Үҙән ауылынан.
- Кузнецов Иван Павлович (1918—20.08.1986), инженер-төҙөүсе, төҙөлөш тармағы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1970—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. БАССР-ҙың VII—IX саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1968). Ленин (1965), Александр Невский (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958, 1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры.
- Мырҙаҡаева Нәсимә Мөхәмәтдин ҡыҙы (1918—2006), Ленин ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районынан.
- Әхмәлетдинов Фазылйән Фазлый улы (1918—29.04.1979), совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Уҡсылар дивизияһы айырым разведка ротаһының отделение командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Әхмәт ауылынан.
- Атыев Алексей Андреевич (1923—19.05.1988), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948—1983 йылдарҙа Дүртөйлө районы Миәҙәк урта мәктәбенең физкультура, география һәм башланғыс хәрби әҙерлек уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Вәлиев Садиҡ Шәйәхмәт улы (1928—6.11.2010), механизатор. 1950—1980 йылдарҙа Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозы тракторсыһы. Ленин ордены кавалеры (1967), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1978). Сығышы менән ошо райондың Әбделғәзе ауылынан.
- Манылов Александр Степанович (1928—17.01.2014), инженер-металлург. 1954 йылдан Баймаҡ баҡыр иретеү заводының металлургия цехы начальнигы, 1957—2004 йылдарҙа — завод директоры. 1959—1989 йылдарҙа Баймаҡ ҡала һәм Баймаҡ район советтары депутаты. Рәсәйҙең атҡаҙанған металлургы (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (1987), СССР-ҙың почётлы уйлап табыусыһы (1982). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры. РСФСР (1988) һәм БАССР Юғары Советтары Президиумдарының Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе. Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы (1997). Сығышы менән хәҙерге Красноуфимск ҡалаһынан.
- Роберт Паль (1938), шағир, яҙыусы, тәржемәсе һәм журналист. 1969 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2021), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988). «Алтын Урал» әҙәби премияһы (2008), Степан Злобин (1998) һәм Фәтих Кәрим исемендәге (2009) премиялар лауреаты.
- Йоносбаев Шәкерт Шәрифулла улы (1948—17.03.2012), механизатор. 1962—2005 йылдарҙа Баймаҡ районы «Баймаҡ» совхозы механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1976) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1976). Сығышы менән ошо райодың Сәйғәфәр ауылынан.
- Рахманов Алик Әсхәт улы (1953), хәрби хеҙмәткәр, лётчик, авиация майоры, йәмәғәтсе. Ветерандарҙың «Боевое братство» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Илеш бүлексәһе ағзаһы. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Генерал Шайморатов (2022) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Түбәнге Сереккүл ауылынан.
- Латипов Марат Мөьмин улы (1958), ауыл хужалығы, комсомол, партия, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1992 йылдан Дәүләкән районы хакимиәте башлығы, 2000 йылдан Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идарасыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1998) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2008), Почёт ордены кавалеры (2000).
- Латипов Марат Муллый улы (1958), инженер-төҙөүсе. Бөрө ҡалаһының «ЛМ-Строй» йәмғиәте директоры. Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе (2019).
- Шәрипова Марина Юрьевна (1958), ғалим-ботаник. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2007). Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
- Абдрахманова Венера Рәүеф ҡыҙы (1968), нәшерсе. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең техник мөхәррирләү бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дауытов Шаһиәхмәт Мөхәмәтдин улы (1894—27.11.1937), дәүләт эшмәкәре. 1934—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесенең 1-се урынбаҫары. СССР-ҙың 5—7 саҡырылыш Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы, Советтарҙың 4—6-сы Бөтә Союз, Советтарҙың 13-16-сы Бөтә Рәсәй съездары, 2—5‑се Бөтә Башҡорт съездары делегаты. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Фридман Марк Наумович (1914—10.12.1969), ғалим-терапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1969). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1964), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1948). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1940). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Хмельницкий өлкәһе Полонное ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Сөләймәнов Вәлиәхмәт Ғимал улы (1924—15.07.2011), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар дивизияһының айырым танкыға ҡаршы дивизионының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Дан орденының тулы кавалеры. 1995 йылда Мәскәүҙәге Еңеү Парадында ҡатнашыусы.
- Сөләймәнов Наил Тимерйән улы (1939), ғалим-инженер‑электромеханик, 1986—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2010), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1998), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1978). Саңғы ярышы буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1964). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Арса районы Ашытбаш ауылынан.
- Сәлихов Файыҡ Сәйетғәли улы (1939), ветеран-төҙөүсе, «Башсантехмонтаж» йәмғиәтенең элекке генераль директоры. Пётр фән һәм сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1710: Уильям Куллен, Шотландия табибы, организм функцияларының Нервыларға нигеҙләнеүен асыҡлаусы.
- 1730: Феличе Фонтана, Италия физигы, натуралист һәм химик.
тулы исемлек
- 1800: Джеймс Кларк Росс, Британияның сәйәхәтсе диңгеҙ офицеры.
- 1820: Эвандер Макнейр, АҠШ генералы, Граждандар һуғышында ҡатнашыусы.
- 1880: Макс Вертгеймер, Чехия психологы, гештальтпсихологияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1890: Иосиф Апанасенко, СССР-ҙың Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби эшмәкәре.
- 1890: Мигель Найдорф, Аргентина шахматсыһы.
- 1925: Илбарис Надиров, ғалим-фольклорсы, Татар АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1983).
- 1930: Жорж Декриер, Францияның театр һәм кино актёры.
- 1965: Линда Перри, АҠШ йырсыһы.
- 1990: Эмма Уотсон, Британия актрисаһы, Гарри Поттер тураһындағы фильмдарҙа Гермиона роле менән билдәлелек алыусы.
- 1452: Леонардо да Винчи, Италия рассамы, скульптор, архитектор һәм ғалим.
- 1980: Жан-Поль Сартр, Франция философы, атеистик экзистенциализм вәкилы.