1 июль
Уҡыу көйләүҙәре
1 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
1 июль Викимилектә |
1 июль — григориан стиле буйынса йылдың 182-се көнө (кәбисә йылында 183-сө). Йыл аҙағына тиклем 183 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсми булмаған
- Ер: Бөтә донъя шаяртыу көнө.
- АҠШ: Почта индексы көнө.
- Бурунди: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Гана: Республика көнө.
- Канада: Канада көнө.
- Ҡытай: Ҡытай Коммунистар партияһы ойошторолған көн.
- Лесото: Ғаилә көнө.
- Руанда: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө.
- Сомали: Берләшмә көнө.
- Суринам: Азатлыҡ көнө.
Төбәк байрамдары
- Бүрәт Республикаһының үҙ теләге менән Рәсәй составына ингән көнө.
- АҠШ: Почта хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының Һалым енәйәттәре бүлеге хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Ҡырғыҙстан: Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Молдавия: Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Әрмәнстан: Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Төркиә: ВМС көнө.
- 1661: Рус-швед һуғышы (1656—1658) тамамлана.
- 1735: Башҡорт ихтилалдары башлана, рәсми мәғлүмәттәр буйынса ихтилалды баҫтырыу барышында 725 ауыл юҡ ителә, 40 меңдән ашыу кеше һәләк була һәм ҡоллоҡҡа оҙатыла.
тулы исемлек
- 1862: Рәсәй империяһында халыҡ өсөн асыҡ китапхана эшләй башлай.
- 1882: Санкт-Петербургта беренсе телефон станцияһы сафҡа инә.
- 1917: Совет Рәсәйе беренсе тапҡыр йәйге ваҡытҡа күсә.
- 1918: Башҡортостан мөхтәриәте территорияһында тәртип һаҡлау өсөн Башҡорт Хөкүмәтенең хәрби бүлеге махсус тәғәйенешле ҡораллы ирекле отрядтар ойоштороу тураһында фарман сығара.
- 1934: Башҡортостан Рәссамдар союзы ойошторола.
- 1941: «Внуково» халыҡ-ара аэропортының беренсе сираты асыла.
- 1955: «Иностранная литература» журналының тәүге һаны донъя күрә.
- 1956: Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты ойошторола.
- 1958: Әбйәлил районында «Яҡтыкүл» шифаханаһы асыла.
- 1970: Өфөләге хәҙерге «Геофизика» ғилми-производство фирмаһы эш башлай.
- 1994: Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ойошторола.
- 2010: Балаҡатай районында «Урыҫ йыры һәм таҡмағы» тип исемләнгән төбәк-ара байрам асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Саҡаев Нури (Нуретдин) Нәбиулла улы (1885—3.03.1927), театр актёры, режиссёр. 1919—1925 йылдарҙа Үрнәк татар-башҡорт театрының художество етәксеһе, Башҡорт дәүләт драма театры һәм Башҡорт Күсмә театры режиссёры, 1926 йылдан хәҙерге Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театры актёры, режиссёры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Шланлыкүл ауылынан.
- Хәмитова Хәбибъямал Бикмөхәмәт ҡыҙы (1890—17.09.2011), хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Әмин ауылында тыуған оҙон ғүмерле башҡорт ҡатыны, ете бала әсәһе.
тулы исемлек
- Хәкимов Халиҡ Рәүеф улы (тулы исеме Ғәбделхәкимов Халиҡ Ғәбделрәүеф улы; 1895—3.04.1975), дәүләт хеҙмәткәре, ғалим-инженер. Рәсәйҙәге Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 1919—1922 йылдарҙа Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһы Эске эштәр халыҡ комиссариатының милли эштәр буйынса бүлек мөдире. 1930 йылдан Мәскәүҙәге Н. М. Герсеванов исемендәге Нигеҙҙәр һәм ер аҫты ҡоролмалары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1951 йылдан — свайлы фундаменттар лабораторияһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1956), профессор (1957). Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1958, 1961). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Дүсән ауылынан. Дипломат Кәрим Хәкимовтың ҡустыһы.
- Суфиянова Сафура Рафиҡ ҡыҙы (1930—19.10.2001), малсылыҡ алдынғыһы. 1959—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы «Заветы Ленина» колхозы һауынсыһы. КПСС-тың XXV съезы делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР-ҙың иң яҡшы һауынсыһы (1963).
- Мөхәмәҙиев Сабит Әхкәм улы (1935), хеҙмәт ветераны. 1955—1995 йылдарҙа Кушнаренко районы Чапаев исемендәге колхоз малсыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы.
- Дәминев Риф Абдулла улы (1940), педагогик хеҙмәт ветераны, үҙешмәкәр композитор, йәмәғәтсе. 1988—2004 йылдарҙа Стәрлетамаҡ химик технология техникумы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, СССР Химия сәнәғәте министрлығының почётлы химигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы.
- Хәзиев Наил Мәғәфүр улы (1940), педагогик хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе, ауыл хәбәрсеһе, крайҙы өйрәнеүсе. 1969 йылдан Балтас районы Үрге Ҡарыш урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1987—2000 йылдарҙа директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1997), райондың почётлы гражданы (2004). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Шәмсетдинова Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы (1955), ғалим-философ, композитор. 2002 йылдан АҠШ-та йәшәй һәм эшләй. 1982 йылдан СССР Композиторҙар союзы, 2002 йылдан АҠШ-тың Вашингтон штаты Композиторҙар союзы ағзаһы. Философия фәндәре кандидаты (2001). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылынан.
- Ғәлиев Венер Зәйнулла улы (1975), спортсы. Универсаль алыш (2003—2008) һәм алыш самбоһы (2008—2011) буйынса Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. Күп тапҡырҙар донъя, Евразия, Европа һәм Рәсәй чемпионы. Универсаль алыш (2006) һәм самбо (2000) буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы һәм атҡаҙанған (2010) спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2007). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәмлиева Гөлнур Хәйбулла ҡыҙы (1931), мәғариф ветераны, халыҡ йырсыһы, импровизатор. 1955—1981 йылдарҙа Әбйәлил районы мәктәптәре уҡытыусыһы. «Ҡомартҡы» фольклор төркөмөн ойоштороусы (1989) һәм уның етәксеһе. «Йомабай Иҫәнбаев көндәре» республика халыҡ сәнғәте байрамы (Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы, 1989), республика сәсәндәр (Гран-при) һәм «Әйтеш» (икеһе лә — Өфө, 1991) конкурстары лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Булат ауылынан.
- Ямалов Мансаф Нуриәхмәт улы (1931—2019), хеҙмәт алдынғыһы. 1943—1990 йылдарҙа Кушнаренко районы «Алға» колхозы тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Ғүмәр ауылынан.
тулы исемлек
- Ғиззәтуллин Баязит Хаммат улы (1936—13.11.2011), спортсы. 1962—1971 йылдарҙа саңғы ярышы буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. 1964 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1966). СССР чемпионы (1964 йыл — 50 километрға ярышта, 1971 йыл — эстафетала), РСФСР чемпионы (1968 йыл — эстафетала), төрлө кимәл ярыштарының күп тапҡыр көмөш һәм бронза призёры. «Төньяҡ байрамы» халыҡ-ара ярыштары еңеүсеһе (1971 — эстафетала).
- Гончаров Игорь Владимирович (1961), хеҙмәт ветераны һәм производство алдынғыһы. 1981—2005 йылдарҙа (өҙөклөк менән) «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе приборсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2003). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Килдейәров Исхаҡ Мөхәмәҙи улы (1897—25.02.1977), урмансы. 1945—1957 йылдарҙа Әбйәлил ауыл урман хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944, 1945) кавалеры.
- Куликов Сергей Иванович (1912—19.09.2006), ғалим-механик-технолог, йәмәғәтсе. 1942—2006 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылға тиклем кафедра мөдире, бер үк ваҡытта 1942—1946 йылдарҙа — моторҙар эшләү һәм 1960—1963 йылдарҙа — механика-технология факультеттары деканы, 1964—1968 йылдарҙа уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1990 йылдан профессор-консультант. 1970—1985 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының машиналар эшләү сәнәғәте ғилми-техник йәмғиәте рәйесе. Техник фәндәр кандидаты (1943), профессор (1977). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1962). Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1945, 1954).
тулы исемлек
- Дәүләтбаева Хәтижә Ғисай ҡыҙы (1922—27.12.2007), хеҙмәт алдынғыһы. 1938 йылдан Баймаҡ районы «Алға» хужалығы колхозсыһы, 1968—1977 йылдарҙа — һауынсы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың Буранбай ауылынан.
- Ҡырымғужин Ғилметдин Сәйфетдин улы (1927—1.02.1991), ауыл хужалығы алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1954—1990 йылдарҙа Йылайыр районы «Башҡорт» совхозының трактор бригадаһы бригадиры һәм бүлексә идарасыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Башҡорт АССР-ының һигеҙенсе саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты.
- Муллабаев Фәруҡ Сафи улы (1927—8.09.1994), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1955 йылдан Әбйәлил районы Хәлил ауылының баҫыусылыҡ бригадаһы етәксеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1957). Сығышы менән ошо райондың Хөсәйен ауылынан.
- Сибәғәтуллин Исмәғил Әхмәтша улы (1927—10.10.2003), механизатор. 1957—1986 йылдарҙа Хәйбулла районы «Хәйбулла» совхозы комбайнсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1957). Сығышы менән ошо райондың Үрге Иҫәнгилде ауылынан.
- Хөснитдинов Әнүәр Фитрат улы (1927—2004), механизатор. 1953 йылдан Әбйәлил районы Асҡар МТС-ының бригадиры һәм тракторсыһы, 1958 йылдан Калинин исемендәге колхоз механизаторы, 1962—1977 йылдарҙа — баш инженеры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1957). Сығышы менән ошо райондың Ишҡол ауылынан.
- Низамов Рәйес Ғилметдин улы (1932—16.08.1978), журналист, яҙыусы. 1964 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1978).
- Кукубаев Анатолий Кукубаевич (1932—1.08.2002), композитор, педагог. 1964—2002 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1967).
- Саҡаев Йәүҙәт Әбүбәкер улы (1937), Көйөргәҙе районы «Таймаҫ» совхозының ветеран-механизаторы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Халиҡов Ильяс Һиҙиәт улы (1937), хеҙмәт алдынғыһы. 1952—1997 йылдарҙа Баймаҡ районы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоз механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1981) һәм БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1978). Сығышы менән ошо райондың Үрге Иҙрис ауылынан.
- Изгина Мәхмүзә Шәрифулла ҡыҙы (1942), хеҙмәт алдынғыһы. 1966—1997 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозының Темәс фермаһы һауынсыһы. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1979), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Темәс ауылының почётлы гражданы (2001). Сығышы менән ошо райондың Ҡолсора ауылынан.
- Колесникова Зоя Васильевна (1942), хеҙмәт алдынғыһы. 1966—1992 йылдарҙа А. П. Завенягин исемендәге Норильск тау-металлургия комбинаты флотаторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Урғаҙа ауылынан.
- Гәрәев Зәйтүн Сәғит улы (1947—13.03.2013), педагог. 1976 йылдан Салауаттағы 57-се ҡала һөнәрселек-техник училище мастеры, 1983 йылдан — директор урынбаҫары; 1986—2009 йылдарҙа 36-сы һөнәрселек училищеһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы (1998), Рәсәйҙең почётлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003), Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Илек ауылынан.
- Ғәлиев Радик Хөрмәт улы (1952),педагог, йәмәғәтсе. 1994—2014 йылдарҙа Кушнаренколағы 114-се һөнәрселек училищеһы директоры. 1994—2005 йылдарҙа Кушнаренко район Советы рәйесе. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының почётлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Сығышы менән Ҡыйғы районының Абзай ауылынан.
- Ишмөхәмәтов Айҙар Айрат улы (1957), ғалим-терапевт, фармокология маркетологы. 2016 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының М. П. Чумаков исемендәге Иммунобиологик препаратттар тикшереү һәм эшләү федераль фәнни үҙәге директоры, «Ремедиум» һәм «Медицинский совет» журналдарының баш мөхәррире. Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2003).
- Япаров Ғарифулла Хәбибулла улы (1957), ғалим-агроном, юрист, йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009), Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры (2013), Рәсәй Тәбиғәт фәндәре Академияһы академигы (2013). Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы (2012), Рәсәй Юристары ассоцициаһы (2012), Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы (2019) ағзаһы, «Архангел яҡташтары» йәмғиәт ойошмаһының идара рәйесе.
- Мәхийәнова Мәүлиҙә Кәмил ҡыҙы (1967), педагог. 1991 йылдан Әбйәлил районы Яңы Балапан урта мәктәбе психологы, 1996 йылдан — Асҡарҙағы Таһир Кусимов исемендәге гимназияның, 2005 йылдан 1-се урта мәктәптең педагог-психологы. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2014). Сығышы менән ошо райондың Мораҡай ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғүмәров Абдулла Вәлиәхмәт улы (1908—13.01.2002), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1931 йылдан хәҙерге Әбйәлил районының «Осҡон» колхозы бригадиры, 1932—1941 йылдарҙа һөт фермаһы мөдире, 1945 йылдан — рәйес урынбаҫары; 1947 йылдан «Ҡыҙыл» колхозы рәйесе; 1951—1956 йылдарҙа Молотов исемендәге, 1958—1968 йылдарҙа Киров исемендәге колхоз рәйесе урынбаҫары; 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән ошо райондың Ишбулды ауылынан.
- Шөгөрев Нуриәхмәт Сәлимгәрәй улы (1908—17.06.1993), механизатор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945 йылдан Әбйәлил районың «Ҡыҙыл», 1951 йылдан — Киров исемендәге колхоз комбайнсыһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ишбулды ауылынан.
тулы исемлек
- Сәлихов Мирзаһит Сәлих улы (1918—15.10.1994), ауыл хужалығы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, мотоуҡсылар отделениеһы командиры. 1945 йылдан Дүртөйлө районы «Восток» колхозы бригадиры, 1965—1978 йылдарҙа — Йәрмиә ауыл клубы мөдире. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Хохлов Анатолий Иванович (1918—4.02.1995), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының разведка начальнигы, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Бахмут ауылынан.
- Баһранова Нәзифә Әхмәҙулла ҡыҙы (1928—17.05.2005), малсы. Әбйәлил районы Калинин исемендәге колхоздың элекке быҙау ҡараусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Сығышы менән ошо райондың Рауил ауылынан.
- Ҡәйепов Абдулхәй Кәрим улы (1928), педагог. 1956 йылдан Хәйбулла районы Бүребайҙағы хәҙерге 1-се урта мәктәп уҡытыусыһы, 1968—1987 йылдарҙа район мәғариф бүлегенең методик кабинет мөдире. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Таңатар ауылынан.
- Шөгөрова Шамсиҡәмәр Насирйән ҡыҙы (1928—16.03.2009), сауҙа хеҙмәткәре. 1963 йылдан Әбйәлил районы «Урал» совхозы рабкоопы, 1974 йылдан — Хәлил сауҙа предприятиеһы һатыусыһы; 1977—1984 йылдарҙа Әбйәлил райпоһының «Урал» хужалыҡ иҫәбендәге предприятиеһының өлкән һатыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың Әлмөхәмәт ауылынан.
- Насиров Әхмәт Хажиғәли улы (1933), нефтсе. 1955—1988 йылдарҙа «Башвостокнефтеразведка» тресы Бөрө быраулау эштәре идаралығының быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы, быраулау мастеры, участка начальнигы. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы, ордендар кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Яңғыҙҡайын ауылынан.
- Солтанова Фәүҡинур Әхмәтйән ҡыҙы (1933—1.11.2009), малсы. 1951—1989 йылдарҙа Әбйәлил районы «Красная Башкирия» совхозының мал ҡараусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1981) ордендары кавалеры. Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1978). Сығышы менән ошо райондың Ҡушай ауылынан.
- Ғиләжев Мөфтәдин Мәғәүи улы (1938—22.04.2021), мәҙәниәт хеҙмәткәре, баянсы һәм үҙешмәкәр композитор, йырҙар авторы. 1976—1999 йылдарҙа Дүртөйлө ҡалаһының Мәҙәниәт һәм техника һарайының художество етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Кишинёв, 1987). Дүртөйлө районының почётлы гражданы (2015).
- Сирбаева Нәғимә Ҡасим ҡыҙы (1938—9.05.2009), штукатур-маляр. 1956 йылдан «Башмедьстрой» тресының Әбйәлил районында эшләгән 244-се ПМК-ның штукатур-маляры, 1978—1993 йылдарҙа биҙәүселәр бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1982). Сығышы менән ошо райондың Хәлил ауылынан.
- Фәррәхов Ғизәр Имамутдин улы (1938), нефтсе, рационализатор. 1977 йылдан ЦБПО-ның цех, производство-диспетчер бүлеге һәм ЦБПО начальнигы; 1995 йылдан Октябрьский нефть промыслалары ҡорамалдары заводының директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Бишҡурай ауылынан.
- Әлибаев Рәфҡәт Шәһивәли улы (1938), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1956—1998 йылдарҙа Хәйбулла районы «Красный доброволец» колхозы механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Әбүбәкер ауылынан.
- Крючков Валерий Александрович (1943), педагог, 1965—2013 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының 10-сы урта мәктәбе һәм 1-се гимназияһы уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Хафизов Риф Закир улы (1943), төҙөүсе. 1965 йылдан (өҙөклөк менән) «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының скважиналарҙы тикшереү операторы, 1969—1980 йылдарҙа транспорт контораһы начальнигы, 1995—2003 йылдарҙа юл төҙәтеү-юл һалыу цехы начальнигы; 1987—1995 йылдарҙа «Башнефтедорстройремонт» тресының Дүртөйлө ДРСУ-һы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2003) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Бишҡурай ауылынан.
- Кутепов Борис Иванович (1948), инженер-технолог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (2002), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Баймырҙина Вилә Искәндәр ҡыҙы (1953), педагог-ғалим. 1987 йылдан (өҙөклөк менән) Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2011 йылдан педагогика һәм психология факультеты деканы. Педагогия фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фəн эшмəкəре (2014) һәм мəғариф отличнигы (2009).
- Йәһүҙин Фирғәт Ғәлиәкбәр улы (1953), механизатор. 1975 йылдан Белорет леспромхозы, 1989—2008 йылдарҙа Әбйәлил ауыл урман хужалығы тракторсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондың Буранғол ауылынан.
- Сафин Хәлил Мәсғүт улы (1963), ғалим-инженер‑гидротехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2016), ауыл хужалығы фәндәре докторы (2003), профессор (2006).
- Савельев Игорь Викторович (1983), прозаик, әҙәби тәнҡитсе, журналист, кинотәнкитсе. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2013).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡадиров Нурлығаян Хафиз улы (1894—19.07.1956), педагог, 1925 йылдан хәҙерге Ейәнсура районы мәктәптәре уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949). Ленин ордены кавалеры (1949). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районынан.
- Ихсанов Ғимат Сөләймән улы (1899—1956), педагог, партия органдары хеҙмәткәре. 1924—1956 йылдарҙа хәҙерге Бөрйән районы мәктәптәрендә уҡытыусы һәм директор. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1941).
тулы исемлек
- Көбәкәев Тимерәй Көбәкәй улы (1919—15.01.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының автоматсылар взводы командиры, гвардия кесе сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
- Морозов Николай Филиппович (1924—20.03.1994), урман белгесе. 1942 йылдан Туймазы тәжрибә‑үрнәк урман хужалығы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1958 йылдан — өлкән урмансы, 1973—1985 йылдарҙа генераль директор урынбаҫары—баш урмансы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған урман белгесе (1968), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Сығышы менән Ырымбур губернаһының Яңы Николаевка ауылынан.
- Ягодкин Василий Максимович (1939—24.01.2015), ғалим-инженер‑конструктор, 1967—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (2002).
- Әхмәтова Венера Мөҙәрис ҡыҙы (1949), табип-невролог, 1994—2013 йылдарҙа 2-се Республика клиник дауаханаһының баш табип урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Сөйәрмәт ауылынан.
- Жиляев Александр Петрович (1959), ғалим-физик. 1998 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 2001 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Р. Р. Мәүлитов исемендәге Механика институтының ғилми хеҙмәткәре. Физика‑математика фәндәре докторы (2003). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Әхмәтйәнов Фәим Ғәни улы (1964—29.03.2022), театр актёры. 1991 йылдан Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ибрай ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1646: Готфрид Лейбниц, Австрия математигы.
- 1750: Иван Миллер, Рәсәй империяһы тарихсыһы, географ.
тулы исемлек
- 1755: Христиан Фридрих фон Глюк, Германия ғалимы, юрист һәм педагог, Эрланген университеты профессоры.
- 1780: Карл Клаузевиц, Германияның хәрби теоретигы, генерал.
- 1818: Игнац Филипп Земмельвайс, Венгрияның ғалим-табибы, акушер, асептикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1845: Адольф Зильберштейн, Венгрия һәм Германия яҙыусыһы, журналист һәм әҙәби тәнҡитсе.
- 1865: Владимир Кривош-Неманич, Рәсәй империяһы һәм СССР полиглоты, криптограф, стенограф һәм тәржемәсе.
- 1885: Юлдаш Ахунбабаев, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, Үзбәк ССР-ын ойоштороусыларҙың береһе, республика Үҙәк Башҡарма Комитетының беренсе (1925—1938) һәм Юғары Советы Президиумының икенсе (1938-1943) рәйесе.
- 1895: Леонтий Кирюков, СССР композиторы, хор дирижёры, Мордовия АССР-ының халыҡ артисы.
- 1900: Курт Фишер, Германия сәйәсмәне, журналист.
- 1905: Ғәни Сәфиуллин, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, генерал-лейтенант (1944), Советтар Союзы Геройы (1943).
- 1910: Эмилия Штина, СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-альгологы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1973).
- 1915: Вилли Диксон, АҠШ музыканты, йырсы һәм композитор.
- 1925: Фарли Грейнджер, Америка актёры.
- 1925: Клара Лучко, киноактриса, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1930: Евгений Птичкин, СССР композиторы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1940: Алексей Беручевский, СССР футболсыһы, тренер.
- 1940: Заһит Зарифоглу, Төркиә шағиры, балалар яҙыусыһы.
- 1940: Рәүил Шәймәрҙәнов, СССР һәм һәм Рәсәйҙең ғалим-табибы, профессор.
- 1945: Дебора Харри, Америка йырсыһы, киноактриса, 1975—1983 йылдарҙа «Blondie» төркөмө солисткаһы.
- 1950: Камил Кәримов, яҙыусы-сатирик, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- 1955: Людмила Казанцева, ғалим-педагог, Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты профессоры.
- 1985: Леа Сейду, Франция актрисаһы, модель.
- 2002: Михаил Круг, СССР һәм Рәсәй йырсыһы.
- 2004: Марлон Брандо, Американың театр һәм кино актёры, Оскар премияһы лауреаты.